Ғаилә усағы
7 Март , 21:55

Әсәй, мин һине яратам!

Минең әсәйемдең исеме — Дилара. Уға — 40 йәш.

Әсәй, мин һине яратам!Әсәй, мин һине яратам!
Әсәй, мин һине яратам!

Әсәйем төҫкә сибәр, күңеле матур, гел йылмайып ҡына  тора. Ул гимназияла тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Беҙ уның менән төрлө ерҙәргә барабыҙ, сәйәхәт итергә яратабыҙ.

Ул миңә өйгә эште башҡарырға ярҙамлаша, бергә уйнайбыҙ. Бергәләшеп китап уҡыйбыҙ. Ҡыш көнө бергәләп саңғыла йөрөйбөҙ, тауға менеп санала шыуабыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ.

Әсәйем аш-һыу бешерергә лә ярата. Бигерәк тә торт, пирогтарҙы телеңде йоторлоҡ!
Мин әсәйемдә байрам менән ҡотлайым. Уға барлыҡ изге теләктәремде еткерәм. Әсәй, мин һине яратам!

 


Арыҫлан МӨХӘМӘТШИН, III  синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас