+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
8 Марта , 18:25

Әсәйемә һоҡланам

Әсәйем - иң изге кеше. Өйҙә ул булмаһа,  тирә-яҡ ҡараңғы һымаҡ булып китә.

Әсәйемә һоҡланамӘсәйемә һоҡланам
Әсәйемә һоҡланам

Ул ҡайтһа, өйөбөҙ яҡтырып, нур балҡып  китә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бәйләһенме, текһенме, эше менән һәр кемде һоҡландыра. Ул күберәк милли стилдә ижад итә. Ғөмүмән, башҡорт рухлы минең  әсәйем. Стилләштерелгән биҙәүестәр эшләй, үҙе лә шулай кейенә. Әсәйемә ҡарап һоҡланам ғына. Уға оҡшарға тырышам. Үҙен ныҡ яратам. Әсәкәйем, һау-сәләмәт, бәхетле булып,  ҡыуанып ҡына йәшә!

 

Әмилә  МЫРҘАҒӘЛИНА, IV cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас