

Ул өйҙә булмаһа, өй буп-буш, күңелһеҙ. Минең әсәйемдең исеме — Альбина. Әсәйем ашнаҡсы булып эшләй. Өйҙә беҙгә тәмле аштар бешерә, сәйҙәр яһай. Ул бер ҡасан да эшһеҙ тормай: йә иҙән, йә кер йыуа, йә ҡош-ҡорттарҙы ашата.
Әсәйем беҙҙе бик ныҡ ярата. Уға оҡшарға тырышам, гел ярҙам итергә тырышам.
Әсәй, һиңә оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйем!
Рәмис ӘЛИМБӘКОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.