Хәҙер мин үҫтем, мәктәптә уҡыйым. Һинең аҡыллы һүҙҙәреңде, матур кәңәштәреңде һәр ваҡыт өлгө итеп иҫтә тотормон.
Әсәкәйем, һиңә сикһеҙ рәхмәтлемен, яңғыҙың беҙҙе матур итеп тәрбиәләгән һәм йылы наҙҙарың, хәстәрлегегең өсөн.
Һинең ҡыҙың булыуың менән сикһеҙ ғорурланам. Әсәй, һиңә һаулыҡ, бәхет һәм шатлыҡлы мәлдәр теләйем.
Нургизә ХӘСӘНОВА, VII cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.