Йәш сағынан ат ярыштарында, ҙур бәйгеләрҙә ҡатнаша. Йәйге һабантуйҙарҙа, ҡышҡы ат ярыштарында ла ал бирмәй. Аттары ла үҙе кеүек сәмле, көслө. Оло булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа республика буйынса үткәрелгән «Башҡорт аты», «Тай-тулаҡ» ярыштарында команда менән ҡатнашып тора. Тәүге урындарҙы алып, ҡиммәтле приздар менән ҡайталар.
Олатайҙың ат яратыуы ҡыҙҙарына ла, хатта өләсәйгә лә күскән. Таштимер Әлибәков исеменә үткәрелгән ҡышҡы ат ярыштарында ике йыл рәттән уның менән бергә әсәйем менән өләсәйем дә ҡатнашты. Улар ҙа призлы урындар алды. Сөнки аттарҙы олатай өйрәткән!
Олатайым бер ерҙә уҡымаһа ла, малдарҙы дауалай, кешеләргә ярҙам итә. Әле булһа тайҙарҙы егергә өйрәтә. Шундай оҫта үҙе. Атҡа егеп йөрөү өсөн кашауайын да, эш санаһын да «һә» тигәнсе эшләп ҡуя. Кешеләрҙең дә санаһын төҙәтеп бирә. Аттарын үҙе дағалап ала.
Шундай мал йәнле олатайым булыуына ҡыуанам.
Илгенә ХИСАМЕТДИНОВА,
V «А» синыфы уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.