Китап уҡырға өйрәтте
Өләсәйем Әлмира Саха ҡыҙы менән беҙ күрше генә йәшәйбеҙ. Шуға ла миңә рәхәт. Бәләкәй генә саҡтан алып гел бергәбеҙ. Ул мине икмәк бешерергә өйрәтте, хәҙер оҫтарып та алдым инде.
Өләсәйемдәрҙең өйөндә китаптар бик күп, мине лә уҡырға өйрәтте. Күп яҙыусылар менән таныштырҙы, Мостай Кәрим тураһында ла иң беренсе өләсәйемдән ишеттем. Бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыным. Зәйнәб Биишеваның ижады ла оҡшай.
Өләсәйем яҙыусылар тураһында оҙаҡ итеп һөйләргә әүәҫ. Мин уға: «Улар кеүектәр хәҙер бармы икән?» – тигән һорау бирҙем. Өләсәйем тәүҙә аптырап китте, әммә юғалып ҡалманы. «Бар, ҡыҙым», – тип сәсемдән һыйпаны.
Азалиә БАТЫРОВА.
Икеһен дә яратам
Атайым менән әсәйем яғынан ике өләсәйем бар. Уларҙың исемдәре – Мәйсәрә һәм Сәлимә. Мәйсәрә өләсәй менән Рәсүл олатай ике ҡыҙ үҫтергән. Сәлимә өләсәй менән Әнүәр олатай ике малай, өс ҡыҙға ғүмер биргән. Мәйсәрә өләсәйем ашханала эшләгән. Сәлимә өләсәйем Байназар мәктәбендә математиканан уҡытҡан. Әлеге көндә икеһе лә хаҡлы ялда. Улар буш ултырмай, емеш-еләк үҫтерәләр, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Тәмле ризыҡтар бешереп, беҙҙе ҡунаҡҡа ла саҡырып торалар.
Мин өләсәйҙәремде ныҡ яратам. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Аиша ИСЛАМҒОЛОВА.
Ҡояш кеүек йылыта
Минең өләсәйемдең исеме – Гөлсирә, уға – 58 йәш. 5 бала тәрбиәләп үҫтергән. Өләсәйемдең иң оло улы минең атайым була. Хаҡлы ялға тиклем ул дауаханала санитарка һәм «Ағиҙел» колхозында һауынсы булып эшләгән.
Әле лә тик ултырмай, иртәнән алып көнө буйына эштән бушамай. Өләсәйемдәр күп итеп мал тота, тауыҡтар үрсетә. Һыйырҙың ағын әрәм итмәй, төрлө ризыҡтар етештерә. Өҫтәлендә һәр саҡ май, ҡорот, эремсек, ҡаймаҡ була. Беҙҙе ул ҡоймаҡ менән һыйлай, үҙе бешергән тәмле икмәк, бәлештәр менән сәй эсерә. Үҫтергән йәшелсәһенән төрлө салаттар эшләй, ҡайнатмалар әҙерләй. Урманға еләккә йөрөргә ныҡ ярата. Ҡышын буш ваҡытында беҙгә ойоҡ бәйләй.
Ул беҙҙе ҡояш кеүек йылыта, төрлө ел-дауылдарҙан һаҡлай. Мин өләсәйемде ныҡ яратам.
Айгөл ДӘҮЛӘТШИНА.