

Әсәйем Әлфиә Нуриман ҡыҙы – һөнәре буйынса уҡытыусы, әлеге ваҡытта ҡунаҡханала эшләй. Рияз ағайым химия һәм технология колледжының беренсе курсында уҡыһа, Розалиә һеңлем дүртенсе синыфты тамамлай. Ә ҡустыларым икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй.
Һәр көнөбөҙҙө матур уҙғарабыҙ. Буш ваҡыттарыбыҙҙа ағайым менән волейбол уйнайбыҙ, ҡала кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Беҙҙең киләсәктә «Динамо-Урал» клубында уйнарға хыялыбыҙ бар. Ә һеңлем бейеү түңәрәгендә яратып шөғөлләнә. Конкурстарҙа еңеп, байтаҡ ҡына дипломдары, миҙалдары йыйылды. Ул ҙурайғас, яҙмышын ошо һөнәр менән бәйләп, үҙенең бейеү студияһын асырға уйлай.
Ял көндәрендә, байрамдарҙа әсәйем беҙҙе тәмле аш-һыу менән һыйлай. Бергәләп бассейнға, театрға, концерттарға йөрөргә яратабыҙ. Беҙ әсәйемдән күп нәмәгә өйрәнеп үҫәбеҙ. Ул яғымлы һүҙҙәре, яҡты йөҙө менән ҡыуандырып, өйөбөҙгә нур сәсеп тора. Унан таҙалыҡ-бөхтәлеккә, аш-һыу серҙәренә өйрәнәбеҙ.
Минең олатайым менән өләсәйем дә бар. Улар беҙҙең өйгә йыш килеп тора, үҙебеҙ ҙә яндарына ҡайтабыҙ. Йәйге ялдарҙы ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған яғында – Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында үткәрәбеҙ. Мәндем йылғаһында һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ, олатай менән өләсәйгә баҡса үҫтерешәбеҙ.
Беҙҙең ғаиләлә матур ғәҙәт бар. Һәр кис һайын йыйылып, бергәләп һөйләшеп ултырабыҙ. Кем нимә менән шөғөлләнгән? Ниндәй уңышҡа ирешкән? Ниндәй яңылыҡтар ишеткән? Күргән-белгәнебеҙ менән бүлешәбеҙ.
Беҙ тыуған көндәрҙе һәр саҡ күңелле, ҡыҙыҡлы уҙғарабыҙ. Яҡын туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырып, рәхәтләнеп күңел асабыҙ.
Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ...
Ризуан СӘЛИМЙӘНОВ,
IX синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
10-сы мәктәп.