

Был хаҡта "Ете ҡыҙ" ойошмаһының урындағы етәксеһе Зарина Йәнбирҙина хәбәр итә. Активистар сараны Дәүләт ауыл советы менән бергәләп ойошторған. Ҡушый ауылынан да сағыу номерҙар килтергәндәр.
Төрлө уйын, йыр-бейеү, викторина ҡатнашыусылар күңеленә хуш килгән. "Ете ҡыҙ" ғаиләләргә бүләктәр ҙә әҙерләгән.