+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
16 Мая , 14:00

«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», – ти Вәлитовтар

Беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыу­сыһы Айназ Вәлитовҡа күптәр һоҡлана.

«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», –  ти Вәлитовтар«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», –  ти Вәлитовтар
«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», – ти Вәлитовтар

Бар яҡтан да өлгөлө бит үҙе. Уҡыу алдынғыһы, бигерәк тә математика, физкультура дәрестәрен ярата. Белем усағында ойошторолған бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Дәрестәр бөтөү менән түңәрәктәргә йүгерә. Инглиз теле, робототехника, «Оҫта ҡулдар» түңәрәктәрендә һәм футбол секцияһында шөғөлләнә. Ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнә. Күҙ теймәһен, бер буш ваҡытын тиккә үткәрмәй. Гимназия, район, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, гел еңеү менән ҡайта икән!
Туған телгә, Тыуған илгә һөйөү, яҡын-тирәләге кешеләрҙе хөрмәтләү һәм өлкәндәрҙе ихтирам итеү — барыһы ла ғаилә мөхитендәге тәрбиәнән килә шул. Айназ – бик бәхетле бала. Эргәһендә уны төрлө яҡтан үҫешергә ҡанатландырып тороусы атаһы Иншар Юлай улы менән әсәһе Айгизә Азамат ҡыҙы бар. Ҡустылары Ирназар менән Ихсан дуҫтар, татыуҙар.
Эйе, был өлгөлө ғаилә барыһын да һоҡландыра. Ата-әсә улдары халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли йолаларын белеп үҫһен өсөн көстәрен йәлләмәй. Талбазы мәҙәниәт һарайында режиссёр булып эшләгән атай кеше ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Район, республика буйынса ойошторол­ған сараларҙа гел бергәләп ҡатнашалар. Иншар Юлай улын бер һүҙҙән аңлап тор­ған ҡатыны ла маҡтауға лайыҡ. Айгизә Азамат ҡыҙы – стоматология клиникаһында администратор. Эше тын­ғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә зар­ланмай. Һәр ҡайҙа өлгөрә. Вәлитовтар «Башҡорт ғаиләһе» район конкурсында һәм башҡа байрамдарҙа ла матур сығыш яһай.
«Ҙур ғаилә уйындары» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, I урын­ға сыҡҡандар. Артабан райондарының данын яҡлап, республика этабында бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Вәлитовтар «Орлёнок-лидер» номинацияһында еңеүгә лайыҡ була.
– Барлыҡ бәйгеләрҙә лә теләп ҡатнашабыҙ. Балаларыбыҙ беҙгә эйәрә, бергәләп сығыш яһайбыҙ. Һәр саранан илһам алып, төрлө кешеләр менән танышып, дуҫлашып ҡайтабыҙ. Аллаға шөкөр, былар барыһы ла файҙаға ғына, ыңғай һәм кәрәк тулҡында йәшәргә өйрәнәһең. Был яҡтан ҡатыныма рәхмәтлемен, өс улыбыҙҙы ла тиҙ генә ҡыҙыҡһындыра белә, – ти Иншар Юлай улы.
Айназ да һынатмаҫҡа тырыша. Ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора. Уҡыуҙан буш ваҡытында уларға ҙур ярҙамсы. Ҡустыларын ҡарай, бергәләп уйнай­ҙар.

Бына шундай татыу, бер­ҙәм, өлгөлө ғаилә бар Ауыр­ғазыла.

Зөһрә  ХӘКИМОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», –  ти Вәлитовтар
«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», –  ти Вәлитовтар
«Дөрөҫ тәрбиә биреү мөһим», – ти Вәлитовтар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас