

Түбәнге Йәркәйҙә лә бар әүҙем тормош менән йәшәгән күп балалы ғаиләләр. Улар бөтә эшкә лә өлгөрә, балалар ҙа тәрбиәләй, йәмәғәт эштәрендә лә ихлас ҡатнаша.
Эльвира менән Рөстәм Шәбетдиновтар ғаиләһе – шундайҙарҙың береһе. Был ғаилә «Ҡышҡы ғаилә уйындары»нда районда иң-иңе булып I урын алып, республика этабында ҡатнашты.
Ирҙәрсә аҙ һүҙле, тыныс тәбиғәтле ғаилә башлығы Рөстәм Тимерхан улы – хәрби хәрәкәттәр ветераны, эшендә оҫта хеҙмәткәр. «Улдарыма ир-егеттәр белергә тейешле бөтә эшкә лә өйрәтергә тырышам. Ғаиләбеҙҙә спорт менән шөғөлләнеү иң беренсе урында тора. Тыуған илде һаҡлаусыларға физик яҡтан көслө булыу кәрәк икәнен белеп үҫһендәр», – ти Рөстәм ул.
Әсәйҙәре Эльвира Миңлефәүит ҡыҙы Үрге Йәркәй ауыл биләмәһендә белгес булып эшләй. «Республика этабына барғас күп кенә һәләтле, көслө командалар менән танышып ҡайттыҡ», – ти әсәй кеше.
Уңған хужабикә лә ул, төрлө тәмлекәстәр бешерергә ярата. Кистәрен бөтә ғаилә менән киске аш ашарға ултырғас, һәр кем үҙенең хәбәрен һөйләй, яңылыҡтары менән уртаҡлаша.
Был ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе беренсе урынға ҡуйылған.
– Атайым беҙҙе эшкә сабыр ғына өйрәтә. Килеп сыҡмаһа, ҡабаттан аңлата, күрһәтә. Уның талапсанлығы, шул уҡ ваҡытта шаян була белеүе мине һоҡландыра, – ти Түбәнге Йәркәй лицейының IX синыфын тамамлаусы Тимур.
Технология фәненән олимпиаданың муниципаль этабына үҙе уйлап сығарған Экзоҡулды алып барып, бәйгенең жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ була. Уны миңә лә күрһәтте, ысынлап та бик шәп әйбер уйлап сығарған егет! Әйткәндәй, республика кимәленә уңышлы сығыш яһап, призер булып ҡайтты Тимур. Афарин! Буш ваҡыттарында ҡулына гитара алып, үҙенең яратҡан көйҙәрен уйнай. Ҡустыһы Данияр – IV синыфты тамамланы. Райондың «Орион» футбол командаһының оҫта уйынсыһы. Улар Һамар, Волгоград ҡалаларында ярыштарҙан еңеү яулап ҡайтҡан.
Төпсөктәре Аинаға – әле өс кенә йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй, оҫта итеп шиғырҙар һөйләй. Ағайҙарын бик ярата ҡыҙыҡай. Ғаиләләрендә өлкән бала булғас, ҡустыһы менән һеңлеһе өсөн үҙен бик яуаплы һанай Тимур. Уларҙы һаҡлап, яҡлап, ҡарап ҡына йөрөтә.
Баҡса тултырып матур сәскәләр, еләк-емеш үҫтерә Шәбетдиновтар. Йәйгеһен балыҡҡа йөрөйҙәр, төрлө ергә сәйәхәткә баралар. Тырыш, уңған, өлгөлө был ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Лариса Сәхибгәрәева,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Илеш районы.