+19 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
14 Июля , 07:20

Атай ҡыҙына нимә өйрәтергә тейеш?

Ҡыҙ бала — Аллаһтың ҙур ниғмәте һәм аманаты. Уны иманлы, әҙәпле, намыҫлы итеп тәрбиәләүҙә атаһының урыны айырыуса ҙур. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән: «Кемдең өс ҡыҙы булып, уларға яҡшы тәрбиә бирһә, уларҙы ҡарап үҫтерһә һәм изгелек күрһәтһә, уға Йәннәт булыр». (Хәҙистең мәғәнәһе).

Атай ҡыҙына нимә өйрәтергә тейеш?Атай ҡыҙына нимә өйрәтергә тейеш?
Атай ҡыҙына нимә өйрәтергә тейеш?

Атай ҡыҙына нимә өйрәтергә тейеш?

 1. Мөхәббәт һәм хәүефһеҙлек бирергә.
Ҡыҙы атаһының уны Аллаһ ризалығы өсөн яратыуын һәм һәр ваҡыт яҡлауын тойоп үҫергә тейеш.

2. Әсәйенә хөрмәт күрһәтергә.
Ҡыҙ бала иң тәүҙә атайының әсәйенә булған мөнәсәбәтенән ғаилә ҡиммәттәрен өйрәнә.

3. Дингә һөйөү тәрбиәләргә.
Намаҙ, доға, Ҡөрьән уҡыу, әхлаҡ, хәйә (оят), әҙәп — ҡыҙ бала өсөн иң ҙур биҙәк.

 4. Ваҡытын ҡыҙына бағышларға.
Һөйләшергә, бергә йөрөргә, кәңәшләшергә. Балалар өсөн иң ҡәҙерле бүләк — атайының иғтибары.

 5. Үҙ өлгөһө менән тәрбиәләргә.
Ғәҙеллек, сабырлыҡ, яуаплылыҡ һәм изгелек һүҙ менән түгел, ә ғәмәл менән күрһәтелә.

6. Тыйнаҡлыҡҡа һәм үҙ-үҙен хөрмәт итергә өйрәтергә.
Ҡыҙҙың ҡиммәте тышҡы матурлыҡта ғына түгел, ә иманында, әҙәбендә һәм саф күңелендә.

 7. Хаталанһа, ғәфү үтенергә өйрәтергә.
Был баланы кеселекле, ғәҙел һәм ихлас булырға өйрәтә.

 Ҡыҙ бала атаһының йөрәгендә ҡәҙерле урын алғанда, үҙенең дә ҡәҙерен белеп үҫә. Ә атаһы уның өсөн яҡшы өлгө булһа, ҡыҙ киләсәктә лә Аллаһтан ҡурҡҡан, әҙәпле һәм иманлы тормош иптәшен һайларға ынтылыр, ин шәә Аллаһ.

 Бөтә атайҙарға ла үҙҙәренә тапшырылған аманатты лайыҡлы итеп тәрбиәләргә көс-ҡеүәт насип итһен. Балаларыбыҙҙы иманлы, әхлаҡлы һәм бәхетле итһен. Әәмиин.

 Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас