+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Ғаилә усағы
15 Июль , 08:18

Илештән яҙалар

Түбәнге Йәркәйҙән беҙгә иң яҡын кешеләре хаҡында хәбәрҙәр ебәргәндәр.

Илештән яҙаларИлештән яҙалар
Илештән яҙалар

Ағайым менән ғорурланам


Минең ағайым бар, уның исеме – Илмир. Үҙенең ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Беҙҙең янға йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Миңә бар яҡлап та өлгө ул. Спорт менән шөғөлләнә, ярҙамсыл, тырыш. Бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау илтеп ҡайтты. Уның кеүек көслө булғым килә. Ағайым менән сикһеҙ ғорурланам!

Илназ Йосопов,
V cиныф уҡыусыһы.

 

Ғаиләбеҙҙе яратам


Ғаиләбеҙ ҙур ғына: атайым, әсәйем, Вадим ағайым, мин һәм кескенә ҡус­тым. Атайымдың ҡулы бөтә эшкә лә оҫта, өйҙәр төҙөй. Әсәйем әле декрет ялында, тәмлекәстәр бешереп, беҙҙең уҡыуҙан ҡайтҡанды көтөп тора. Ул бешеренергә ярата. Ашап алғас, өй эштәрен эшләгәс, әсәйемә ярҙам итәбеҙ.
Ялдарҙы көтөп алам, сөнки ғаиләбеҙ менән бергәләп ял итергә йөрөйбөҙ, ауылға өләсәйҙәргә барабыҙ. Мин ғаиләмде бик яратам.

Арина ЙӘМИЛЕВА,
V синыф уҡыусыһы.

 

Әсәйем – бергенәм


Әсәйем бар ғүмерен изге хеҙмәткә бағышлаған. Ул башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Гүзәлиә Ғилмиразый ҡыҙы Илеш районы Ҡаҙыр ауылында доньяға килгән. Бик күп балаларҙы белем иленә алып кергән. Коллегалары, атай-әсәйҙәр араһында абруйы ҙур.
Үҙенсәлекле эш алымдары менән уҡыусыларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтә. Ул үткәргән дәрестәр һәр саҡ ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡала торған була. Әсәйем – минең серҙәшем дә, яҡын дуҫым да.

Айгөл ИСЛАМОВА,
IX синыф уҡыусыһы.

Тренерыма рәхмәт
Спорт менән шөғөлләнеү егет кеше өсөн бик мөһим, тип уйлайым. Мин әрме ҡул көрәше төрөн һайланым.
Беҙҙең остаз Ростислав Руслан улы Умурбаев – иң яҡшы тренер. Ул беҙҙе был спорт төрөнөң серҙәренә өйрәтә. Мин төрлө ярыштарҙа ҡатнашам, приз­лы урындар алам. Тренерыма рәхмәт!

Арсен ДЖЛАВЯН,
VII синыф уҡыусыһы.

 

Яугирҙарға – тәмле сәйҙәр
Беҙҙең шайморатовсылар синыфы бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Синыф етәксебеҙ Лилиә Рәсил ҡыҙы Мослохова лицей менән гуманитар ярҙам йыйыу тураһында әйткәс, беҙ бер тауыштан сәй әҙерләп ебәрергә булдыҡ. Йәй көнө йыйып киптергән төрлө үләндәрҙе алып килдек. Уларҙы ҡушып, тәмле еҫле сәйҙәрҙе матур пакеттарға тултырҙыҡ. Мәтрүшкә, әлморон, ҡарағат, сейә, бөтнөк еҫтәре килеп торған сәйҙәр яугирҙарҙы ҡыуандырһын. Еңеү менән ҡайтығыҙ, һалдат ағайҙар!

Әҙилә Фәррәхова,
VI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.

Илештән яҙалар
Илештән яҙалар
Илештән яҙалар
Илештән яҙалар
Илештән яҙалар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас