+20 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
22 Июля , 09:36

Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем

Ғаиләбеҙ – тормошомдағы иң ҡәҙерле һәм иң мөһим байлыҡ. Беҙҙең ғаилә алты кешенән тора: атайым Рәмис, әсәйем Светлана, ағайым Илнар, мин – Ализа, ҡустым Линар һәм кескәй һеңлебеҙ Әминә. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, ярҙамлашып, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып татыу йәшәйбеҙ.

Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетемТерәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем
Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем

Атайым компанияла баш водитель булып эшләй, йәнә үҙенең өйҙәге бизнесы бар. Ул – көслө рухлы, яуаплы һәм ышаныслы кеше. Беҙҙе ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тырышып эшләргә һәм маҡсаттарға намыҫ менән ирешергә өйрәтә. Әсәйем «Магнит» сауҙа селтәрендә администратор булып эшләй. Ул бик наҙлы, аҡыллы һәм хәстәрлекле, өйөбөҙҙә һәр ваҡыт йылы мөхит булдыра, беҙҙе аңлай һәм кәрәк саҡта иң дөрөҫ кәңәштәрен бирә.
Ағайым – юғары квалификациялы электрик, төрлө ҡалаларҙа эшләй. Уның менән ғорурланам, сөнки ул үҙ һөнәрендә ҙур уңыштарға ирешкән. Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, ағайым һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә.
Үҙем Өфөләге Урал политехник колледжында геодезисҡа уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем бик оҡшай. Ул иғтибарлылыҡ, теүәллек һәм ҙур яуаплылыҡ талап итә. Уҡыуҙан буш ваҡытымды өйҙә үткәрергә, атай-әсәйемә ярҙам итергә, улар янында булырға тырышам.
Ҡустым Линар V синыфты тамамланы. Меңйетәр мәктәбендә уҡый. Ул – әүҙем, ҡыҙыҡһыныу­сан һәм изге күңелле малай. Ә кескәй һеңлебеҙгә – ни бары 4 йәш. Ул Үктәй ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй һәм өйөбөҙҙө шат тауышы, ихлас йылмайыуы менән йәмләй.
Беҙ төрлө байрамдарҙы бергә үткәрергә, туғандар менән осрашырға яратабыҙ, күңелле кисәләр ойошторабыҙ. Бергә сәй эсеүҙәр, һөйләшеүҙәр, көлөшөүҙәр – беҙҙең өсөн иң бәхетле мәлдәр.
Яңы ерҙәр менән танышыу ҡыҙыҡ беҙгә. Сәйәхәтебеҙҙе Ҡазан ҡалаһынан башлағайныҡ. Унан онотолмаҫлыҡ хәтирәләр алып ҡайттыҡ. Шул ваҡыттан алып төрлө ерҙәргә йөрөргә, яңы урындар асырға тырышабыҙ.
Йәйгеһен бергәләп һыу инергә барабыҙ, төрлө мәмерйәләрҙе ҡарарға йөрөйбөҙ. Был мәлдәрҙә беҙ тағы ла нығыраҡ яҡынаябыҙ, күңелле уйындар уйнайбыҙ.
Ә ҡышын төрлө тауҙарға үрмәләйбеҙ. Аҡ ҡар менән ҡапланған тауҙарға һоҡланып, ҡышҡы тәбиғәттең гүзәллеген күҙәтәбеҙ. Саңғы һәм тюбингта шыуыу кинәнес бирә. Ҡыш­ҡы саф һауа күңелебеҙҙе тағы ла күтәрә, беҙгә көс һәм дәрт өҫтәй.
Үҙемә килгәндә, мотоциклымда йөрөргә яратам. Шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Йыш ҡына Гран-при, беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар яулайым. Был еңеүҙәр – тырышлыҡтың һәм ғаиләмдең ярҙамының һөҙөмтәһелер, тип уйлайым.
Беренсе синыфтан алып «Ләйсән» һәм «Аҡ тирмә» бейеү-театр берекмәләрендә шөғөлләнәм. Ярат­ҡан коллективым менән күп ҡалаларҙа һәм райондарҙа сығыш яһаныҡ. Был тәжрибә үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Шулай уҡ йырлайым, бейейем, гитарала уйнайым. Быларҙың барыһын да үҙ аллы өйрәндем. Тағы ла ҡыҙҙарға матур маникюр яһау – яратҡан шөғөлдәремдең береһе.
Элек самбо көрәше менән дә шөғөлләнгәйнем. Был спорт төрө сыҙамлы, көслө рухлы булырға өйрәтте. Туғандарым һәр ваҡыт мине хуплап, идеяларымды ҡеүәтләп кенә тора.
Ғаиләмде уңыштарым менән ҡыуандырыр өсөн барыһын да эшләргә тырышам.
Ғаиләм – терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем. Ошо татыу ғаиләлә тыуғаныма сик­һеҙ бәхетлемен.


Ализа ӘХМӘҘИЕВА.
Иглин районы.

Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем
Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем
Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем
Терәгем, илһам сығанағым һәм бәхетем
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас