+16 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
21 Августа , 20:25

Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә

Һеҙҙе бер-береһенә ҡарата ныҡ иғтибарлы, ярҙамсыл, һөймәлекле ағалы-ҡустылы Ғайсар һәм Алмаз Мөхәмәт­йәновтар менән таныштырайыҡ әле. Был малайҙарҙың уңғанлығына, тырышлығына һоҡланып туймаҫлыҡ!

Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрәМөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе йәйгеһен Сибай ҡалаһындағы йорттарында йәшәй. Баҡсалары ла ҙур ғына. Унда ниҙәр генә үҫмәй! Малайҙар әсәйҙәре әйткәнде һис көтөп тормай, баҡсалағы бар эште йүгереп йөрөп башҡарып та ҡуя.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан өс йыл элек балаларҙың аталары, йорт хужаһы Мансур Нәсибулла улы 43 йәшендә мәрхүм булып ҡала. Ул юрист булып эшләгән. Әсәйҙәре Айгөл Билал ҡыҙы Фәйзуллина-Мөхәмәтйәнова — Сибайҙағы «Айгөл иле» интернет-магазины хужабикәһе, блогер. Тырыш ханым бар яҡтан да улдарына матур һәм дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыша. Әле Ғайсар Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VI синыфына барырға йыйына. Ә ҡустыһы Алмаз — Өфөләге 221-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ғайсар гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Интернат-гимназия тәрбиәсеһе Фәнзилә Хәмзә ҡыҙы Яҡупова ла үҙен маҡтап: «Ғайсар — аҡыллы, тырыш, өлгөлө һәм яҡшы уҡыусы. Ҡушылған эште еренә еткереп үтәп ҡуя. Иптәштәренә тоғро һәм ярҙамсыл дуҫ та була белә», — ти.
Ғайсарҙың беҙҙең редакцияға ла килгәне бар, «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡый. Портфолиоһын ҡараһаң, унда бик күп олимпиадаларҙа ҡатнашып яулаған Почёт грамоталары һаҡлана. Малай үҙ теләге менән гимназияға уҡырға ингән. Әсәһе лә улының эргәһендә булырға теләп, шул тирәнән фатир һатып алған. Улар йәйгеһен Сибайҙа йәшәһәләр ҙә, уҡыу башланыу менән баш ҡалалағы фатир­ҙарына ҡайта.
Айгөл ханымдан: «Малайҙарҙы бер үҙегеҙгә тәрбиәләүе, үҫтереүе ҡыйын түгелме?» — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Әлбиттә, ауырыраҡ. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышам. Зарланырға ваҡыт юҡ. Улдарым хәлемде аңлай, мине ҡыуандырып ҡына торалар. Ғайсарҙың теүәл фәндәрҙе яҡшы белеүе, китапты күп уҡыуы, бар нәмәгә етди һәм яуаплы ҡарауы атай яғынан булһа, телгә маһирлыҡ, зирәклек, сәйәхәткә йөрөү һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҙемдән күскәндер, тип уйлайым.
Ә Алмаз улым һүрәт төшөрөргә әүәҫ, лего конструкторы менән ҡыҙыҡ­һына. Плас­тилин­дан төрлө һындар, ярат­ҡан геройҙарын әүәләй. Шулай уҡ бешеренергә, аш-һыу бүлмәһендә миңә ярҙамлашырға оҫтарып алды. Тағы ла улымдың иң ярат­ҡан хайуаны — бесәй. Уның бер нисә йомшаҡ уйынсыҡ бесәйҙәре бар. Береһен хатта Мәскәүҙән алып ҡайтып бүләк иткәйнеләр. Был уйынсыҡтарын ҡайҙа барһа ла, ер-һыу күр­һәтеп, үҙе менән алып йөрөтә. Минең сәйәхәтсе бесәй­ҙәрем, тип атай улар­ҙы. Әле Мысыр илендә ял итеп ҡайттыҡ. Бында ла күптәр бесәй ярата икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Алмаздың йомшаҡ бесәй уйынсығын күреп, һоҡланып, үҙен дә яратып, һөйөп-һөйөп алдылар, – ти ул.
Бына шулай күңелле ял итергә лә өлгөрә икән Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе. Йәйге каникулын нисек үткәреүе тураһында Ғайсарҙың үҙенән дә һораныҡ.
— Быйылғы йәйге ялым да бик матур үтеп бара. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алыуыма шатланып бөтә алмайым. Әсәйемә рәхмәтлемен. Әлбиттә, башта ҙур ҡалаға, яңы мөхиткә, яңы уҡыу йортона өйрәнеп китеүе ауыр ғына бул­ғайны. Һуңынан яйлап өйрәндем. Ныҡлап тырыша тор­ғас, аҙаҡҡы ярты йыллыҡты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлап ҡуй­ҙым. Әле гимназиямды һағындым, бар­ғым ғына килеп тора. Унда бит дуҫтарым да бар.
Йәйгеһен ғаиләбеҙ менән Сибайҙағы тыуған йортобоҙҙа булабыҙ. Яҙғыһын баҡса тултырып йәшелсә-емештәр ултыртҡайныҡ. Каникулда ҡустым менән икәүләп әсәйебеҙгә ярҙам иттек. Сүп үләндәрен йолҡтоҡ, һыу һиптек, картуф күмештек. Әле өлгөргән уңыштарҙы йыйышабыҙ. Шулай уҡ тәбиғәткә сығып еләк, сейә йыйырға, мунсаға миндектәр бәйләргә лә өлгөрҙөк.
Тағы ла әрменән ҡайтҡан Батыр ағайыбыҙҙы (инәйебеҙҙең улы) ҡаршылау ҙа иҫтәлекле булды. Үҙен һағынып көтөп алдыҡ. Минең дә әрмегә барғы килә.
Каникулыбыҙ гел эш менән генә үтмәне ул. Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн матур ял да ойоштороп ҡына торҙо. Быйыл ишек алдыбыҙға ҙур бассейн ҡуйып, йәй буйы унда рәхәтләнеп һыу индек. Шулай уҡ Талҡаҫ күле янындағы «Берёзка» ял лагерында булып ҡайттыҡ. Ә иң иҫтәлеклеһе — ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ менән бергәләп бер аҙнаға Мысырҙағы Шарм-эль-Шейх курорт-ҡалаһына сәйәхәткә барыуыбыҙ.
Ҡыҙыл диңгеҙҙә йөҙөү бәхете тейеүгә шатланып бер булдыҡ. Хатта үҙемде әкиәт донъяһындағылай хис иттем. Шул тиклем һоҡланғыс зәп-зәңгәр, илаһи диңгеҙ! Һыу аҫты донъяһын күҙәтеп хайран ҡалдыҡ. Беҙ сәйәхәтселәр өсөн ойошторолған һыу аҫты судноһы – батискаф тәҙрәләре аша диңгеҙҙәге мөғжизәне күҙәттек. Унда ниндәй генә балыҡтар юҡ! Әйтеүҙәренсә, 1 мең 200 төрлө балыҡ йәшәй икән диңгеҙҙә. Коралл рифтары, хатта оҙаҡ йәшәгән ҙур һыу гөбөргәйелен күрҙек әле. Тағы ла яхтала асыҡ диңгеҙгә сығып, аҡ ҡомдан ғына торған утрауға ла барҙыҡ.
Шулай уҡ бик ҙур һәм матур мәсеттә, иҫ киткес христиан храмында, ҡыҙыҡлы баҙарҙарҙа булырға өлгөрҙөк. Ундағы фонтандарға һоҡландыҡ. Түҙемле, ҙур дөйәләрҙе фотоға төшөр­ҙөк. Ике йыл элек Төркиәлә булғайныҡ, хәҙер бына Мысыр илендә булып ҡайттыҡ. Ошондай иҫтәлекле, күңелле, мажаралы, матур ял бүләк иткәне өсөн әсәйебеҙгә ҙур рәхмәт,— ти ул шатланып.
Бына шулай Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе баҡсала йәшелсә-емеш сәсеп, тырышып уны тәрбиәләгәс, матур итеп ял да итә белә. Эш бөткәс, уйнарға ла ярай, тиҙәрме әле? Беҙ әйтемде бер аҙ үҙгәртеп, эш бөткәс, ял итергә лә мөмкин, тибеҙ.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Автор һәм ғаилә архивы фотолары.
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Мөхәмәтйәновтар бар ергә лә өлгөрә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас