

Мәктәп директоры Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы Саҡаева:
– О, өлгөлө ғаилә бит ул Хөрмәтуллиндар! Балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә, милли рухта дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышалар,– тип маҡтап та ҡуйғас, үҙҙәре менән яҡындан танышыу теләге уянды.
Юлиә Ислам ҡыҙы менән Илнур Ильяс улының бергә тормош ҡороуҙарына – 13 йыл. Ошо ваҡыт эсендә 5 ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Районда был ғаиләне белмәүселәр һирәк. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып торалар. 5 йыл элек Нуриман районының «Йыл ғаиләһе» исеменә лә лайыҡ булғандар. Спорт өлкәһендә һынатмайҙар: саңғы, теннис яраталар, ярыштарҙа еңеү яулайҙар. Мәктәп, балалар баҡсаһындағы саралар Хөрмәтуллиндарһыҙ үтмәй.
Йәштәрҙең танышыу тарихы матур ғына. Юлиә Ислам ҡыҙы – Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан. Өфөлә тәүҙә – менеджерға, һуңынан ашнаҡсы һөнәренә уҡый. Бер осор «Планета» китап магазинында һатыусы булып эшләп ала. Ишек төбөндәге һаҡсы ауырып китеп, Юлиәләргә икенсе магазиндан алмашҡа егет килеп йөрөй башлай.
– Әллә ни аралашманыҡ та инде, – тип йылмайып хәтергә ала ул саҡтарҙы әңгәмәсем. – Эшкә килгәндә – һаумы, эштән сыҡҡанда – һау бул, тип кенә йөрөнөк, ауыр китаптарҙы ташыша ине. Ышанаһығыҙмы-юҡмы – мин хатта уның исемен һораманым! Шулай көндәр уҙҙы, егетебеҙ үҙ магазинына кире ҡайтты.
Бер көн һаҡсыбыҙ миңә эш телефонын тоттора – һине һорайҙар, ти. Был – Илнур, бергә эшләгәйнек, тиҙәр теге оста. Һөйләшеп киттек, ул мине кинотеатрға саҡырҙы. Ошолай башланып китте беҙҙең мөхәббәт тарихы!
Ә Илнур Ильяс улы Нуриман районы Ишморат ауылынан икән. Төҙөүсе, иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен алған. Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләп йөрөй.
Матур пар гөрләтеп туй яһай, Иҫке Күл ауылына өй һатып алып күсенәләр. Юлиә ханым магазинда эшләй. Иң ҙур ҡыҙҙары Заринаға әле – 11 йәш.
– Өлкәне булғас, яуаплы, тырыш, ярҙамсыл. Минең уң ҡулым. Заринабыҙ мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Төрлө байрамдарҙа сығыш яһайҙар, район кимәлендәгеләрен дә ҡалдырмайҙар, – ти Юлиә Ислам ҡыҙы.
2017 йылда ғаиләлә, бөтә туғандарҙы һоҡландырып та, ғәжәпләндереп тә, игеҙәк ҡыҙҙар тыуа. Лилиә менән Зәлиә икеһе лә бик тыныс холоҡло. Апайҙарынан ҡалышмай, бейеү менән ҡыҙыҡһыналар. Быйыл III синыфҡа барасаҡтар. Үҙҙәре тырыштар, йыл һайын Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп торалар.
Ә бына 5 йәшлек Ләйлә – шаян, шуҡ ҡыҙыҡай.
– Артынан ҡарап йөрө генә! Эй бейергә ярата, Радик Юлъяҡшиндың «Уфтанма» йырын бигерәк иҫе китеп тыңлай. Йәнә һүрәт төшөрөргә оҫта, рәсемдәренең иге-сиге юҡ, ҡағыҙ ғына алып өлгөр, – тип һүҙгә ҡушыла Илнур Ильяс улы.
Хөрмәтуллиндарҙың иң бәләкәстәре Динәгә 3 йәш тулған. Шуҡ та, уҫал да үҙе. Бейеүгә һәләт унда ла бар. Иң кескәйе булғас ни, уныңса килеп сыҡмаһа, барыһын да аяҡҡа баҫтырырға күп һорамай, тип көлә бәхетле атай менән әсәй.
Бик күңелле йәшәй ишле ғаилә. Ир кеше булараҡ, малай ҙа көткәндер инде атай кеше, тигәс, Юлиә Ислам ҡыҙы ошолай яуап бирҙе:
– Бәлки, һаман да көтәлер әле! Әммә атаһы – ҡыҙҙарын, ҡыҙҙар аталарын шул тиклем ярата. Динә иртәнсәк күҙен асыу менән «атай!» тип ҡысҡырып, уны эҙләй башлай. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Ысынын әйткәндә, беҙ улай күп балалы булырбыҙ, тип уйламаған да инек. Шөкөр, сәскәләй ҡыҙҙарыбыҙ үҫә!
Өйҙә эш күп булһа ла, бергә ял итергә онотмай Хөрмәтуллиндар. Тәбиғәткә сығырға тырышалар, Өфө ҡалаһында йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа барып, балаларҙы парктарҙа, аттракциондарҙа йөрөтәләр. Ә Баймаҡ яғына ҡайтһалар, Талҡаҫ, Күлтабанда ял итәләр. Иң ҙур хыялдары – ҙур итеп өй һалыу. Маҡсатығыҙ тормошҡа ашһын, артабан да ошолай татыу һәм өлгөлө булығыҙ!