+21 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
7 Сентябрь , 09:58

Уларға ҡарап күңел һөйөнә

Олатай һәм өләсәйле булыу – ҙур бәхет. Бының шулай икәнлеген йәйге ялдарын Ғафури районының Үҙбәк ауылында уҙғарыусы Әптиковтар ҙа яҡшы белә.

Уларға ҡарап күңел һөйөнәУларға ҡарап күңел һөйөнә
Уларға ҡарап күңел һөйөнә

Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы менән Илфат Тәлғәт улы Ғәлиндәр – ҡырҡ йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп йәшәгән өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы 35 йыл Үҙбәк мәктәбендә башланғыс синыфтарҙы һәм технология, рәсем дәрестәренән уҡыта. Әлеге ваҡытта ауыл китапханаһында эшләй. Илфат Тәлғәт улы оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йортонда эшләй, әлеге мәлдә – ауыл имамы.
Бөгөн улар ҡыҙҙары Ләйсән һәм кейәүҙәре Йәмил Әптиковтарҙың балалары – дүрт ейән-ейәнсәре өсөн терәк, өлгө булып тора. Йәзилә – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Яҙгөл – Стәрлетамаҡ педагогия колледжы студенттары. Ә Алтынай менән Айтуған – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Олаталары уларҙы тәпәй баҫҡас та бейергә өйрәтә. Барыһы ла «Торатау» бейеү ансамблендә шөғөлләнгән, Алтынай менән Айтуған әле лә йөрөй. Йәнә өйҙә тик башҡорт телендә генә аралашырға тигән маҡсат та ҡуйған өлкәндәр. Ғафури районының «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе ағзаһы Илфат Тәлғәт улы шиғыр һәм хикәйәләр яҙа, ейән-ейәнсәрҙәрендә баш­ҡорт әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй.
Каникул һайын Ғәлиндәрҙең ҡотло, нурлы йорттарына ейән һәм ейәнсәрҙәре ҡайта. Беҙ барғанда Яҙгөл, Алтынай, Айтуған бар ине. Ҡалала үҫһәләр ҙә, йорт тирәһендәге бар эште башҡарырға күптән өйрәнгәндәр. Баҡса, ҡош-ҡорт ҡарашалар. Ҡыҙҙар – өләсәләренең, Айтуған – олатаһының уң ҡулы. Үҙбәк ауылы янында Ағиҙел йылғаһы аға, йәнә Ҡаракүл, Тәрәнкүл тигән күлдәр ҙә бар. Айтуған уларҙа балыҡ тоторға ярата.
– Каникулды көтөп алабыҙ, олатай-өләсәй янына ҡайтырға ашҡынып ҡына торабыҙ. Барыбыҙға ла күңел йылыһын бер тигеҙ биргәндәре өсөн уларға рәхмәтлебеҙ, – тиҙәр балалар.
Туған телдәрендә ауыҙ тултырып һөйләшкән, әҙәпле, тәүфиҡлы булып үҫеп килгән йәш быуынға ҡарап күңел һөйөнә. Бындай өлгөлө, быуындар бәйләнешен һаҡлаған матур ғаиләләр күберәк булһын ине.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас