

“Бер-береңә ярҙам итеп, йөпләп торғанда ғына ғаиләлә татыулыҡ, тыныслыҡ була”, - тиҙәр улар.
Был матур ғаилә 2007 йылда барлыҡҡа килеп, киләһе йылда бергә йәшәүҙәренең 20 йылын билдәләмәкселәр. Тәүге ҡыҙҙары Рәсилә хәҙер инде студент – Башҡорт дәүләт университеты колледжында юридик факультетта белем ала. Динир - Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 9-сы, Ғайса Мәһәҙей мәктәбендә 4-се класта уҡыйҙар. Кескәй Кәрим әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Үҙҙәре төҙөп сыҡҡан йортта таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Һәр ауыл ғаиләһе кеүек, мал тотоп, йәшелсә-емеш үҫтереп көн күрә улар.
-Ғаиләлә малайҙар күберәк булғас, мал тотоу – уларҙы эшкә өйрәтеү ысулы ла. Малдарҙы ҡарарға, бесән эшләргә өйрәнәләр. Йәшелсәне лә сәсеү генә аҙ, тәрбиәләп тормаһаң, үҫмәй. Унда ла балалар ҙур ярҙамсылар – һыу ҡойоп, ҡый уташалар. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡайным Зәкир Рәжәп улы менән ҡәйнәм Сәбилә Исмәғизәм ҡыҙының өлөштәре ҙур булды. Уларҙың ярҙамдарын тойоп йәшәйбеҙ, - ти әсәй кеше.
Данил Зәкир улы ағас эше менән булыша, ғаиләне тәьмин итер өсөн төрлө эштәрҙә йөрөй. Рәүилә Булат ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла. Ғаилә ауыл тормошонда ла ихлас ҡатнаша, өмәләрҙән, төрлө сараларҙан ситтә ҡалмайҙар. Ошондай мөхиттә тәрбиәләнгән балалар ҙа ололарҙы хөрмәт итергә, кескәйҙәргә ярҙам итергә, тыуған өйҙәрен, ауылын, телен яратырға өйрәнә, изге күңелле булып үҫә. Ғаиләләрҙә балаларҙы тәрбиәләүҙең төп өлгөһө хеҙмәткә, илгә һәм телгә һөйөү үҫтереү икән, тимәк, милләтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге ныҡ һәм яҡты буласаҡ.
Айгүзәл УРАЗАЕВА.
Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзитенән tanburz.ru