-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
19 Август 2021, 11:46

Үлемһеҙ Мәскәй әбей

Итальян халыҡ әкиәте

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер тол ҡатын. Уның 13 йәшлек Жуанин исемле улы булған. Берҙән-бер көндө малай бәхет эҙләп ил ҡыҙырып сығып китергә уйлаған. Тик әсәһе:
– Әлегә һин бәләкәйһең! Ҡасан өй артында үҫеп ултырған анау ағас төпһәһен һыңар аяғың менән тибеп ырғыта алаһың, шул ваҡытта сығып китергә рөхсәт итермен, – тигән.
Ошо көндән алып Жуанин тороу менән ағас төпһәһен тибеп ҡарар булған. Әммә ул урынынан ҡымшанмаған да, ти. Шулай байтаҡ ваҡыт үткән.
Бер заман иртәнсәк Жуанин бар көсөнә төпһәне тибеп ебәрһә, ул тамыры-ние менән ерҙән аҡтарылып килеп сыҡҡан, ти. Егет ҡыуанысынан өйгә йүгереп инеп әсәһенә әйткән. Ул өй артына барып ерҙә аунап ятҡан түмәрҙе күргәс:
– Әйткән һүҙ – атҡан уҡ! Бына хәҙер һин сәфәргә юллана алаһың! – тип улына фатиха биргән.
Жуанин әсәһе менән хушлашып, бәхет эҙләп киткән. Көн атлаған, төн атлағандан һуң, бер ҡалаға килеп еткән.
Ҡала короленең Ронделло исемле аты булған. Уға бер кем дә яҡын бара алмаған. Үҙенә атланған һәр кешене өҫтөнән ырғытып торған. Жуанин атҡа бер аҙ ҡарап торғандан һуң, уның үҙ күләгәһенән ҡурҡҡанын аңлап алған. Шунан король янына барып, атҡа атланып ҡарарға теләген белдергән.
Король рөхсәт биргән. Жуанин малҡай янына килеп, ялынан һыйпап-һыйпап тор-ған да, ҡапыл атланып, ҡо-яшҡа ҡарай сапҡан. Ат үҙенең күләгәһен күрмәгәс, тыныс ҡына елгән. Ат яңы хужаһына бер аҙ өйрәнеп алғас, Жуанин кире әйләнеп килгән.
Ат эргәһенә егеттән башҡа бер кемде лә яҡынлатмаған. Король Жуанинды оҡшатҡан һәм янында ҡалдырған. Быны күргән хеҙмәтселәр көнләшкән һәм үс алыу тураһында мәкер ҡорған.
Королдең берҙән-бер ҡыҙын Мәскәй әбей урлаған булған. Ҡыҙҙы бер кем дә бер ҡайҙан да таба алмаған. Уны эҙләп китеүселәр ҙә кире әйләнеп ҡайтмаған.
Королдең хеҙмәтселәре, Жуаниндан ҡотолорға теләп, уны ҡыҙҙы эҙләргә ебәрергә өндәгән. Берҙән-бер көндө король егетте янына саҡырып алған да:
– Йә ҡыҙымды табып алып ҡайтаһың, йә башыңды киҫергә бойорам, – тигән.
Жуанинға икеләнергә әмәл ҡалмаған, ҡынына ҡылыс тығып, Ронделлоға атланып юлға сыҡҡан.
Ҡара урман аша үткән саҡта егеткә арыҫлан осраған һәм уға туҡтарға ҡушҡан. Бер аҙ шөрләп, туҡтамайса үтеп китергә уйлаһа ла, ул атынан төшөргә булған.
– Нимә кәрәк? – тип һораған арыҫландан.
– Беҙ бында дүртәүбеҙ: мин, эт, бөркөт һәм ҡырмыҫ-ҡа. Һинең ҡылысың да бар, үлгән ишәкте һәр беребеҙгә ғәҙел итеп бүлеп бир!
Жуанин ҡылысын ҡынынан сығарған да ишәктең башын сабып, ҡырмыҫҡаға биргән.
– Мә ал! Был һиңә бик оҙаҡҡа етәсәк!
Унан малдың тояҡтарын киҫеп, эткә һуҙған:
– Һин быларҙы бик оҙаҡ мөнйөйәсәкһең әле!
Артабан эсәктәрен айырып, бөркөткә һонған:
– Быларҙы һин бейек тау башына алып барып һаҡлай алаһың.
Ҡалған өлөштө ул тулы-һынса арыҫланға тапшырған да атына атланып китергә йыйынғанда, арыҫлан уға өндәшкән. «Аһ, тигеҙ бүлмәнем, ахыры…» тип уйлаған егет эстән генә.
– Һин беҙгә табышты бик дөрөҫ тараттың, ғәҙел бүлеүсе булып сыҡтың! Әйт, беҙ алмашҡа нимә бирә алабыҙ? – тигән. Үҙе бының яуабын да көтмәйенсә аяғынан бер тырнаҡты алып Жуанин-ға һуҙған:
– Ошоно ҡулыңа алыу менән көслөләрҙән-көслө арыҫланға әүерелерһең!
Шул саҡ эт тә үҙенең бер мыйығын йолҡоп биргән:
– Мә, ал минең бүләгемде лә. Әгәр уны танау аҫтына ҡуйһаң, донъяла иң шәп йүгереүсе эткә әйләнерһең.
Бөркөт иһә ҡауырһын һон-ған:
– Кәрәккәндә файҙаланырһың. Ерҙә ҡурҡыныс янаһа, күктә осоусы иң етеҙ бөркөт булырһың.
– Мин дә һиңә бер ботомдо бирәм, – тигән ҡырмыҫҡа ла. – Ҡыйын саҡта лупа менән дә күреп булмаҫлыҡ бик бәләкәй ҡырмыҫҡаға әүерелерһең!
Был дүртәүҙең бүләктәренә рәхмәт әйтеп, Жуанин сәфәрен дауам иткән. Тегеләр күҙҙән юғалыу менән, егет биргән әйберҙәрҙең ҡеүәтен тикшереп ҡарарға булған. Ҡулына бүләкте алыу менән, ул йә көслө арыҫланға, йә шәп йүгереүсе эткә, йә күктә осоусы бөркөткә, йә бәләкәй генә ҡырмыҫҡаға әйләнгән.
Ҡуйы урман аша үткәс, матур күл янына барып сыҡҡан һәм шунда урынлашҡан бейек һарайға килеп төртөлгән. Унда Мәскәй әбей йәшәгән, ти. Жуанин бөркөткә әүерелеп, һарайҙың иң башына күтәрелгән. Юғарылағы тәҙрәләр ябыҡ булғанға күрә, кескәй ҡырмыҫҡа рәүешенә инеп, ярыҡтан бүлмәгә үткән. Карауатта королдең ҡыҙы йоҡлап ятҡанын күргән. Һылыуҙың уянғанын һиҙеп, Жуанин ҡайтанан егет ҡиәфәтенә ингән. Ҡыҙ күҙен асһа, эргәһендә сибәр егет баҫып тора икән.
– Ҡурҡма, ҡурҡма! – тип шауламаҫҡа ым биргән тегеһе. – Һине ҡотҡарырға килдем! Һин Мәскәй әбейҙән уны нисек үлтереп булыу серен һораш! – тип әйткән егет. Шунан ҡырмыҫҡаға әүерелеп, йәшеренгән.
Күп тә үтмәй Мәскәй әбей ҡайт­ҡан. Ул ҡыҙҙың тубыҡтарына башын һалған да ҡарарға ҡушҡан.
– Әбекәй, – тип өндәшкән ҡыҙ быға, – әгәр һинең йәнең юҡ икән, тимәк, мәңге үлмәйәсәкһең! Ә шулай ҙа мин ҡурҡам! Берәйһе сереңде белеп ҡалһа, һис шикһеҙ үлтерәсәк бит үҙеңде.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Мәскәй, иреп китеп, ҡыҙға үҙенең серен сискән, ти.
– Ҡурҡма! Мине үлтереүе еңел түгел! Һиңә йәшермәй һөйләй алам, сөнки бынан бер ҡайҙа ла ҡасып китә алмайһың. Мине үлтереү өсөн урмандағы бик көслө арыҫлан алышта көрәшеп икенсе ҡара арыҫланды үлтерергә тейеш. Уныһы дөмөккәс, эсенән шәп йүгереүсе ҡара эт килеп сығыр. Донъяла унан да етеҙерәге быны ҡыуып етеп, көрәштә ҡара этте юҡ итергә бурыслы. Инде тегенең эсенән ҡара бөркөт пәйҙә булыр. Уны еңеүсе бөркөт донъяла бармы икән? Әгәр алышта ошо ҡошто ла еңһәң, эсенән ҙур ҡара йомортҡаны алып, маңлайыма яра һуҡҡанда ғына, йәнем осоп сығып үләсәк. Бер ҙә еңел эш түгел был. Хәҙер тынысландыңмы инде?
Мәскәй әбей әйткәндәрҙе тыңлап ултырған Жуанин ҡырмыҫҡа булып тәҙрә яры-ғынан сығып китә лә шунда уҡ бөркөткә әүерелеп, кире урманға оса. Унда арыҫланға әйләнеп, ҡуйы ағастар ара-һынан ҡара арыҫланды эҙләп тапҡан һәм алышып, уны үлтергән. Тап шул ваҡытта һарайҙағы Мәскәй әбейҙең башы әйләнеп киткән, ти. Ҡара арыҫландың эсенән ҡара эт барлыҡҡа килгән дә бер кем ҡыуып етә алмаҫлыҡ тиҙлектә сабып киткән. Жуанин тегенән дә етеҙерәк эт булып ҡыуып етеп, уны ботарлаған. Бының эсенән ҡара бөркөт сығып, һауаға күтәрелгән. Жуанин да бөркөт ҡиәфәтен алып, артынан осҡан. Алыш ҡара бөркөттөң еңелеүе менән тамамланған. Тегенең кәүҙәһе менән бергә ҡауырһындары ғына ергә һибелеп төшкән, ти.
Был мәлдә һарайҙағы Мәскәй әбейҙең ҡапыл тәне ҡыҙып, түшәккә йығылған. Ергә төшкәс, Жуанин кеше ҡиәфәтенә инеп, ҡара бөркөттөң эсен ярып ҙур ҡара йомортҡаны алған. Һәм уны һарайҙағы ҡыҙға тапшырған.
– Нисек эшләй алдың? – тип аптырап һораған бынан ҡыҙ.
– Ҡалғанын һиңә эшләргә тура киләсәк, – тип яуап-лаған егет. – Бөтәһе тура-һында ла аҙаҡ һөйләрмен.
Ҡыҙ йомортҡаны алған да Мәскәй әбейҙең бүлмәһенә ингән.
– Хәлең нисек? – тип һораған ҡыҙ.
– Аһ, кемдер һатты мине…
– Мин һиңә йылы һурпа килтерҙем, эс! – тигән ҡыҙ.
Мәскәй әбей ятҡан урынынан ҡалҡынып ултырған.
– Көтөп тор, хәҙер эсенә йомортҡа һытып һалам, шулай тәмлерәк булыр… – тигән дә ҡыҙ йомортҡаны алып Мәскәй әбейҙең маңлайына шаҡ иттереп килтереп бәргән. Шул ваҡытта Мәскәй әбейҙең йәне осоп сыҡҡан. Һәм ул үлгән.
Жуанин ҡыҙҙы атаһы янына алып ҡайтҡан. Король батыр егеткә ҡыҙын кәләш итеп биргән. Шунан бирле улар бергә-бергә бик оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисергән, ти.

 

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛМАНОВА тәржемәһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в