+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
23 Ноябрь 2021, 10:00

Төлкө менән Ҡырмыҫҡа

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

  

Әкиәт

 

Эшһеҙлектән ыҙаланып,

Урман буйлап бер Төлкө

Йүгергән тегендә-бында,

Был түгел һис тә көлкө.

 

Ярай әле тыныс йөрөһә,

Юҡ шул, улай итмәгән.

Ҡош ояларын туҙҙырған,

Уға нимә етмәгән?

 

Йөрөй торғас, ул тап булған

Ҡырмыҫҡа ояһына.

Аптырап ҡарап торған ул

Уларҙың донъяһына.

 

Ҡырмыҫҡалар бик булдыҡлы –

Эшһеҙ тора белмәйҙәр!

Төлкө һымаҡ көн уҙғарып,

Яуызланып йөрөмәйҙәр!

 

Берәүҙәр ташый ашарға,

Ҡайһыһы – йомортҡалар.

Уларға эш кенә булһын,

Ялҡаулыҡтан ҡурҡалар.

 

Араларынан өлкәне

Төлкөгә яҡын килгән.

Иҫәнләшкән: «Әйҙә, дуҫҡай,

Ял итеп һин кит!» – тигән.

 

Уңған бөжәктәрҙе күреп,

Төлкө яман ҡоторған.

Асыуынан иләүҙәрен

Туҙҙырырға тотонған.

 

– Ниндәй зыян яһаныҡ беҙ,

Ниңә былай итәһең?

Ниңә беҙҙең йортобоҙҙо

Һин туҙҙырып китәһең?

 

Әйткән Төлкө: «Һеҙҙең оя

Юлымды бит биләгән!»

Тип-тигеҙ ер генә ҡалған

Улар ҡорған иләүҙән.

 

Эттәрҙең өргән тауышы

Ишетелгән ҡолаҡҡа.

«Батыр» Төлкө тиҙ арала

Инеп киткән ҡыуаҡҡа.

 

Ҡырмыҫҡа шул мәл Төлкөнөң

Һыртына менеп киткән.

Шул ваҡытта ярһыған

Эттәр ҙә килеп еткән.

 

Ҡырмыҫҡа ла нәфрәтләнеп

Төлкөнө тешләп алған.

– Әт-тә-тә, нимә был? – тип

Теге ҡурҡыуға ҡалған.

 

Батыр Ҡырмыҫҡа: «Был мин!» – тип

Төлкөгә биргән яуап.

– Ҡыҙған мине, Ҡырмыҫҡа дуҫ!.. –

Төлкөнөң эше харап.

 

– Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы!

Яуызлығыңа яуап.

Һәр кем лайыҡлыһын ала

Ҡылған эшенә ҡарап!

 

Ауыртыуға түҙә алмай

Төлкө яман әсенә...

Үҙе лә һиҙмәйсә ҡалып,

Сыға эттәр ҡаршына...

 

Ҡылған гонаһтарҙан шулай

Мөмкин түгел ҡасырға.

Ә беҙҙең уңған Ҡырмыҫҡа

Ояһына ашыға.

 

Төлкөнөң холҡон белгәнгә

Эттәр тормаған һорап...

Тәүбәгә килгән, ти, Төлкө

Ғәфү үтенгән илап.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: