+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
9 Декабрь 2021, 11:47

Терпеләр нимә эҙләй?

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Терпебикә. Уның өс ҡыҙы һәм өс улы булған. Балаларын бик яратҡан әсәләре, уларға «йомшаҡҡайҙарым» тип кенә өндәшкән. Һөт имеҙеп үҫтергән, ҙурая төшкәс, алма, бәшмәк менән һыйлаған, ти. Әллә шулай иркәләгәнгә инде, бик шаян, тиктормаҫ булып үҫкән ғәзиздәре. Яҡындары көн һайын бер энәһен алып, яңы күлдәк тегеп биргән. Ә балалар кейемдәрен төрлө ерҙә йөрөп, эләктереп, йыртып торған. Терпебикә күпме генә өйрәтмәһен, бер ҙә тыңларға теләмәгәндәр. Шулай балаларына яңынан-яңы кейемдәр тегә торғас, бер көндө әсәйҙәренең энәләре лә ҡалмаған, ти.
– Уф, хәҙер нимә эшләйем икән? Йылан йә Төлкө тиҙ үк тамаҡлап китер бит үҙемде, – тип бик ҡайғырған. – Ҡайҙан алырға икән энәләр?
Балалары ла уйға ҡалған. Әсәләрен бик яраталар бит, нисек уны энәле итергә, тип баш ватҡан былар, шаярыу ҡайғыһы ла киткән.
Берҙән-бер көндө иң етеҙ, шәп йүгереүсе улы әсәһенә бер энә табып алып ҡайтҡан.
– Әсәй, әсәй, бына! – тигән ул шатлыҡлы тауыш менән. Терпебикә лә ҡыуанып, бер бөртөк кенә энәһен ҡаҙап ҡуйған, ти.
Ошо хәлдән һуң башҡа балалары ла эҙләргә сығып кит­кән. Улар ҙа әсәләренә бик күп энә табып килтергән.
– Эй, рәхмәт, үҫкәндәрем! Бына бит энәләрем бөтәһе лә үҙ урынында хәҙер, – тип балаларын берәм-берәм ҡосоп яратҡан, ти, Терпебикә.
Һеҙ урамда, баҡсала терпе балаларын күргәнегеҙ бармы? Әсәләрен тағы ла шатландырырға теләп, һаман да улар энә эҙләп йөрөй икән. Шуны белеп ҡуйығыҙ.

 

Минира БИКӘНӘСОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: