-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
22 Июль 2022, 09:40

Һабаҡ

Әкиәт

Йәшәгән, ти, ауылда бер ғаилә. Уларҙың Айһылыу һәм Айбулат исемле балалары бул­ған. 1 сентябрь етеп килә икән.
«Беҙ баҙарға барып, ит, һөт ризыҡтары һатып, мәктәпкә кәрәк-яраҡтар алыр­ға уйлайбыҙ, ә һин ҡустыңды ҡарап тор», – тип Айһылыуға нығытып әйтеп, йомоштарын ҡушып, юлға сыҡ­ҡан, ти, ата-әсәһе.
Балалары өйҙә үҙҙәре генә тороп ҡалған. Ата-әсәһенең машинаһы саң борҡотоп, күҙҙән юғалғас та Айһылыу йәһәтләп өйгә ингән дә, тиҫтерҙәре кеүек, компьютерға йомолған. Әсәһенең ҡушҡан йомошон, атаһының, Айбулатты күҙ яҙлыҡтырмай ҡара, тигән киҫәтеүен онот­ҡан да ҡуйған.
Иғтибарһыҙ ҡалғас, ҡус­тыһы урамға сыҡҡан. Бер ваҡыт ул күршеләренең теҙелешеп һыу буйына китеп барған ҡаҙҙарын осратҡан. Һары бәпкәләрен эйәр­теп алғандар. Үҙҙәре шул тиклем матурҙар. Айбулат улар­ҙы тотам, тип арттарынан йүгергән, ти. Бәпкәләр ҙә инәләренең артынан ҡалмайбыҙ, тип ашыға икән.
Малай, ҡаҙҙар артынан бара-бара, ауыл осона еткән. Ә бәпкәләр йылғаға төшә башлаған, ти. Ҡаҙҙар­ҙы ҡыуып арып, арманһыҙ булған малай ағас төбөнә хәл алырға ултырған. Күп тә үтмәй, йоҡлап та киткән, ти, үҙе.
Апаһы компьютерҙа уйнап ултыра торғас, ауылда ут һүнгән. Шул мәлдә генә ҡустыһы иҫенә килеп төшкән. Уны эҙләп Айһылыу ары йүгергән, бире йүгергән. Ҡустыһы бер ерҙә лә юҡ икән.
Күршеләрҙең ҡаҙҙары юғал­ған, тигән хәбәр ишетеп ҡала. Шунан ҡыҙ йылға буйына йүгергән. Моғайын, улар менәндер, тип уйлаған.
Айһылыу ауыл осондағы йылға буйында оҙаҡ эҙләгән ҡустыһын. Тапҡан, бер урында ҡаҙ бәпкәләре менән Айбулаттың уйнап йөрөгәнен күреп ҡалған. Ул йүгереп барып, шатлығынан ҡус­тыһын ҡосаҡлап алған.
Айһылыу ҡаҙ бәпкәләрен дә ҡайтыр яҡҡа ыңғайлатып ҡыуып, туғанын етәкләп алған. Ҡыуанысынан илап та ебәргән, ти.
Ошо хәлдән һуң ул компьютер ҡарап, онотолоп ултырырға яраманлығын, атай-әсәйҙең әйткәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәклеген аңлаған. Компьютер, телевизор, телефонға оҙаҡ тексәйеп ултырырға, файҙа килтермәҫтәй нәмәләрҙе ҡарарға ярамай икән­легенә лә төшөнгән ҡыҙ. Сөнки быны ғәҙәт итһәң, күҙ насар күрә. Ә хәрәкәтһеҙ оҙаҡ эйелеп ултыр­һаң, кәүҙәң кәкрәйә, баш ауырта башлай, һаулыҡҡа зыян килә.
Быны дуҫтарына ла, һеҙгә лә аҡыл итеп әйтә Айһылыу. Ата-әсәһе баҙарға киткәндә компьютерға йомолоп, ҡустыһын юғалта яҙҙы бит. Үҙенә ғүмерлек һабаҡ алды.

Розалиә ӘЛИБАҠОВА, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: