+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
19 Октябрь 2022, 17:10

Изгелектең яуызлыҡты еңгәне

Борон-борон заманда бәләкәс кенә ауыл ситендәге тупаҡ өйҙә йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың берҙән-бер Зәйнәп исемле кәзәһе, Ҡотлогилде ҡушаматлы эте, Зәйнәр тигән бесәйе булған. Ныҡ татыу йәшәгәндәр. Ҡотлогилде бурҙар килһә, «лөк-лөк» тип хәбәр иткән, Зәйнәр көнө-төнө ҡомаҡтарҙы аулаған.

Ҡышҡы селләлә, сатлама һыуыҡта, дөм ҡараңғы төндә эт өйҙөң ишеген сапсый, үҙе туҡтамай шыңшый икән. Бабай ишекте асһа, Ҡотлогилде, ҡойроғон болғай-болғай, хужаһын эйәртеп, аҙбар ишегенә алып барған. Эскә үтһәләр, унда кәзә ике бәрәсен ялай, ти. Хужа улар­ҙы көн дә хуш еҫле бесән менән һыйлаған.
Яҙ етеү менән кәзә тау биттәренә үрешкә сыҡҡан: хуш еҫле япраҡтар, сәскә баштарын ғына ашап, елененә тәмле һөт йыйған. Үлән утлап, башын күтәрһә... Ә унда йөнө өлтөрәгән, тиреһе туҙған, ямаулы тун кейгән, билдән бөкрәйгән, һары тештәрен ыржайтып, ҡырҡ ямаулы биштәрен аҫып, таяҡҡа таянып, ҡарт Бүре тора, ти.
– Ҡыш буйына ашарыма булманы, хәҙер һине ашайым! – тигән ул ҡалтырап.
– Бүре ағай, зинһар, ҡайта һалып, бәрәстәремә һөт эсерәйем дә шунан мине ашар­һың, – тигән Зәйнәп, оҙон һаҡалын һелкетеп.
Бәрәстәрен һыйлағас та был хәлде хужаһына һөйләгән. Ә ул бер йомро икмәк, бер көршәк һөтөн тоттороп, Зәйнәпте юлға оҙатҡан. Барһа, Бүре шул уҡ урында көтөп тора икән. Ул шунда уҡ күстәнәсте ашап бөткән һәм ҡыуанысынан күккә ҡарап олоп ебәргән дә үҙ юлы менән киткән.
Кәзә бәрәстәрен эйәртеп ҡыр­ға йөрөй башлаған. Берҙән-бер көндө өр-яңы тунында таяғына таянып, берәү үтеп бара, ти. «Һаумыһығыҙ!» – тип ҡалпағын күтәреп, былар менән иҫәнләшкән икән ул.
– Әсәй, кем ул? – тип һораш­ҡан бәрәстәр.
– Бүре, – тигән әсә. Балалары уға һырышҡан.
– Ҡурҡмағыҙ, ул һеҙгә теймәҫ. Ҡаты һыуыҡта үҙенә ярҙам иткәйнем. Изгелекте хатта Бүре лә аңлай, – тигән аҡыллы кәзә, тегене танып.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: