-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
23 Ғинуар 2023, 10:50

Бүре боҙған байрамды

Әкиәт

Бүре боҙған байрамды
Бүре боҙған байрамды

Урманда ҡунаҡ бара –

Айыу йыйған байрамға.

Иғлан ителгән бәйге

Иң матур причёскаға.

 

Бер-береһенән уҙҙырып,

Кейектәр, эй, ярышҡан.

Һәр ҡайһыһы иң-иң шәбе

Булырға тип тырышҡан.

 

Былай ҙа матур ялдарын

Атҡай тағы таратҡан,

Кератин ысулы менән

Матур итеп турайтҡан.

 

Һарыҡ йөрөй эре генә

Бөҙрә сәсен күрһәтеп,

Терпеләр ҡуйған сәстәрен

«Ирокез»ға кәкрәйтеп.

 

Төлкөбикә ерән сәсен

Биштән үреп ебәргән.

Матурлығына таң ҡалып,

Күҙен алмай көҙгөнән.

 

Күңелле барған байрамды

Бүре килеп боҙған, ти.

Йәнлектәр ҡайһыһы ҡайҙа

Бынан тиҙерәк һыҙған, ти.

 

Шул көндән һуң кейектәр

Йыйылмағандар бер ҙә.

Әле лә йәшәп яталар

Төрлөһө төрлө ерҙә.

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: