-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
17 Февраль 2023, 15:30

Көлкөгә ҡалған Төлкө

Бер көндө Төлкө имән ағасының төбөнә килеп боҫҡан да көтә башлаған. Кемде, тиһегеҙме? Ағунаны инде, әлбиттә. Ә ул ағас башында ойоп-йоҡомһорап ултыра икән.

Көлкөгә ҡалған Төлкө
Көлкөгә ҡалған Төлкө

Уянып киткәс, Ағуна йәшеренгән Төлкөнө күреп ҡалған да: «Бер ай ултырһам да төшмәйәсәкмен. Юғиһә, Төлкө мине тотоп ашаясаҡ», – тип уйлаған.

Ҡояш төшкөлөккә күтәрелгәс, Ағуна, ҡанаттарын елпеп, көр тауыш менән керт-керт итеп күңелле генә гөрләп алған.

– Нимәгә шатланаһың? – тигән, ти, Төлкө.

– Бына хәҙер кофе килтерергә тейештәр...

– Ә кем?

– Дуҫтарым, ау эттәре.

– Ысынлап та, төш еткән дә баһа, миңә лә кофе эсергә ваҡыт. Әҙерләп ҡуйғандарҙыр инде. Булмаһа, аҡрынлап атлай торайым әле, – тигән булған, ти, Төлкө. Үҙе тиҙерәк ҡыуаҡтар араһына һыпыртыу яйын ҡараған...

Ә Ағуна шундай итеп көлгән – ағас башынан саҡ-саҡ йығылып төшмәгән.

Хәйләкәр Төлкө бына шулай көлкөгә ҡалған, ти, бер заман.

 

Муса СИРАЖИ.

 

Фото: drasler.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: