-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
5 Июнь 2023, 09:29

Тәңкәбикә

Әкиәт

Тәңкәбикә
Тәңкәбикә

Борон-борон заманда ҡараңғы Урал тауы төпкөлөндә атаһы менән ҡыҙы йәшәгән, ти. Төрлө йәнлек тиреләренән ҡыуыш әтмәләп, йыл әйләнәһенә шунда көн күргәндәр. Ҡолас йыуан­лығы ҡарағай эсен яндырып, кәмә яһағандар. Унда йөҙөп, осло һөңгө менән сәнсеп балыҡ тотҡандар, ти. Ҡыҙ балыҡ ҡылсыҡтары менән ҡуян тиреһенән күлдәк, кәпәс, ҡышҡылыҡҡа хатта толоп та теккән, айыу баҡтаһынан быйма ла баҫып кейер булған. Ағас төпһәләрен ҡурсаҡ итеп уйнатҡан.
Ағиҙел йылғаһы тулҡындары ярҙарына матур таштар сығар­ған. Йәйҙәрен ҡыҙый уларҙың һәр төрлөһөн тотоп ҡарап, таң ҡалған, ти. Ҡышын атаһы мәке уйып, һыу төбөнән таштарҙы һоҫоп алып биргән, ҡыҙы улар­ҙы өйөндә уйнатыр булған. Күҙҙең яуын алған таштарға, ваҡ ҡабырсаҡтарға һоҡланып, түшенә, ҡолаҡтарына ҡуйып ҡараған. Атаһы һәр береһен йомролатып шымартҡан. Ҡаты таштан беҙ яһаған. Уларҙың иң матурҙарын тишкән, ҡыҙы кипкән ҡамыш епкә биҙәк яһап, аралаштырып теҙгән һәм түшенә таҡҡан. Шуға ла атаһы үҙен Ташбикә тип йөрөткән. Таштар ябай булмаған, тылсым көсөнә эйә икән. Улар тауышланып, бәлә-ҡазаны иҫкәрткән.
Урал тауы битендә көртмәле йыйғанда Ташбикә сылтырап һыу аҡҡанын, таштар шаулағанын ишеткән. Бер мәл күккә ашҡан яҫы ташта ҡыр кәзәһен, янында бәрәсен күргән. Ялбыр ҡайын башынан йылғыр һеләүһен бәләкәскә ташланырға алғы аяҡтарын һуҙған... Ташбикә яуызды атып төшөргән.
– Рәхмәт, ҡотҡарыусым! – тигән Әсә. Ҡыҙға ул ҡыу көпшә биргән дә шунда уҡ юҡ булғандар.
Көн артынан көн тыуған, Ташбикә ҡоро-һары йыйған, саҡматаш менән усаҡ тоҡандырып, айыу итен ыҫлаған. Мышы һөтөн киптереп, ҡышҡа әҙерләнгән. Ә бер көндө түшендәге ҡабырсаҡтарҙа һыу тулҡындарының таштарҙы йыуған тауышы ҡолағына салынған, ти. Әле генә сут-сут килеп өҙлөкһөҙ һайраған һандуғас та тымған. Оя янындағы тал сыбығында ултырған бер себешен йыртҡыс ҡош эләктереп алған да осорға йыйына икән. Ташбикә уға уғы менән тоҫҡап атып ебәргән. Шулай һандуғас балаһын да үлемдән ҡотҡарған.
– Рәхмәт, дуҫым! – тигән дә Әсә уға бер ҡауырһынын биргән.
Көн артынан көн үткән. Ташбикә күҙгә күренеп үҫкән, мату­рай­ған, таһылланған. Бәләгә тарыу­сыларға ярҙам иткән һайын күкрәгендәге биҙәүес таштары еңеләйә бара, ти.
Бер саҡ Ташбикә таң һарыһынан балыҡҡа киткән. Кәмәһенә ултырыуы булған, көн ҡараң­ғыға сумған, кәмә кирегә әйләнеп, елдән дә етеҙ аҡҡан. Көләс Ҡояш ҡайҙа юғалған? Ҡараһа... Ауыр ҡанаттарын елпеп, Ҡояшты ҡаплаған ҡош, йылан кеүек ыҫылдап, уға етеп килә икән. Күҙен асып йомған арала дәү ҡошҡа атып ебәргән дә үҙе иҫен юғалтып йығылған.
Бер аҙҙан аңына килһә, кәмәһе талғын ғына аға, ти. Йыл­ғала иҫ киткес матур шөңгөрҙәр бәүелә, балыҡтар һикерешеп уйнай икән. Кәмәнең икенсе осонда ҡара сәсле, ҡара ҡашлы бер егет баҫып тора, ти. Ул ҡыҙға ҡарап йылмайыуы булған, ал­тын шөңгөрҙәр уға һирпелгән. Ташбикә дәү ҡарасҡы ҡош­тан ҡурҡып, телдән яҙған икән. Шул ваҡыт һандуғас биргән бүләкте иҫенә төшөрөп, ҡауыр­һынды ауыҙына ҡабып өрөүе булған, теле асылған да ҡуй­ған, ти.
– Кем булаһың, егет? – тип өндәшкән Ташбикә.
– Сабый сағымда Мәскәй әбей мине урланы, дөйәғош йомортҡаһын һоғондорҙо. Мин имәнес ҙур ғифрит ҡошҡа әйләндем. Кем шул йомортҡаны үтә ата, шул ваҡытта ғына кеше ҡиәфәтенә әйләнә алырға тейеш инем. Рәхмәт һиңә, һылыу! – тип белдергән егет.
Шул саҡ Ташбикәнең кейеме­нән таштар ҡойолған һәм кәмә төбөндәге балыҡтар уға көмөш тәңкәләрен һирпкән.
Егет батыр ҡыҙҙың шау тәңкәле һаҡалына, ергә тейеп тор­ған сәсендәге сәсмәүенә һоҡла­нып, уны, Тәңкәбикәм, тип ярат­ҡан. Ҡыҙ уға, Батырым, тип өндәшкән, Ҡоралай-әсәнең бүләген биргән. Ҡыу көпшә Урал тауының түбәһендә күптән үҙенә эйә эҙләп, моңайып, кибеп ултырған ҡурай булған, ти. Егет уны ауыҙына терәүе булған, сих­ри моң урман-далаларға тарал­ған. Моң тауышына арбалып, алыҫтарҙан егет-ҡыҙҙар ҡурайсыны эҙләп килгән.
Шунан бирле ҡыҙҙар Тәңкәбикә кеүек биҙәүес йөрөтә, егеттәр ҡурай уйнай башлаған, ти. Тора-бара түштәге биҙәүесте һа­ҡал, селтәр тип йөрөткәндәр.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: