Тыңлауһыҙ, үҙ туған телен белергә теләмәгән Тимерхан исемле малай башҡорт теленән өйгә эшен эшләгәндә телде белмәүе арҡаһында бар нәмәне бутап яҙа ла ҡуя. Һәм аңғармаҫтан хаталы урманға барып сыға... Артабан ниҙәр булғанын күҙ алдына килтерҙегеҙме? Юҡ-юҡ, Мәскәй әбей килеп ярҙам итмәй! Шүрәле лә осрамай. Һынауҙар хаҡындағы уйҙар дөрөҫлөккә яҡынлай, шулай ҙа әкиәт геройҙары менән ул һынауҙарҙы бергәләп үтһәк, ҡыҙығыраҡ булыр.
Әкиәт авторы – Лилиә Исҡужина. Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Аида Күлбаева һәм театр артистары Гүзәл Әйүпова, Ләйсән Миңлеғәлиева, Зөлхизә Абдуллина, Лилиә Исҡужина, Дания Ғөбәйҙуллина, Зөлмәрә Ҡарабулатова, Әбйәлил Үтәбаев, Байегет Мөхәрләмов башҡара.
Әкиәтте сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов ҡуя. Онотоп ҡуймағыҙ, премьера 14, 15 декабргә – Башҡорт теле көнөнә тәғәйенләнгән (0+).
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.