-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
1 Сентябрь , 18:43

Төлкөнөң Бүрене һемәйткәне

Төлкө, осло моронон күтәреп, өңөнән сыҡты. Ике малай кәрзиндәрен һелтәй-һелтәй ҡайтып бара.

Төлкөнөң Бүрене һемәйткәне
Төлкөнөң Бүрене һемәйткәне

Ана, бер кәрзиндән нимәлер төшөп ҡалды. Ммм... берәй тәмлекәстер әле!.. Бүренән алда өлгөрөргә кәрәк. Ул да темеҫкенә торған. Төлкө йәһәт кенә төшөп ҡалған нәмәне барып алды. Ай һымаҡ йоп-йомро, һап-һары. Сыр бит был! Шул саҡ:
– Минеке! – тигән тауыш ишетелде.
Бүре килеп тә еткән бит!
– Юҡ, минеке, әле генә арҡан менән күктән тартып төшөрҙөм. – Ерән Төлкө, ирендәрен ялап, баш осона төртөп күрһәтте. Бүре үрелеп күккә ҡарағансы, Төлкө түңгәк төбөндә ятҡан сыр киҫәген һоғондо ла ҡуй­ҙы.
– Бир миңә лә! – Саҡырылмаған ҡунаҡ Төлкөнән сыр киҫәген таптыра башланы.
– Уй-уй-уй, ҡайҙа булды тәмлекәс? Әле генә ошонда ине. Әллә Сысҡан алып киттеме? – тигән булды Төлкө, белмәмешкә һалышып. Бүре түңгәкте әйләндереп, эргә-тирәләрен тәпәйҙәре менән йырғыслап ҡараны, тик тәмлекәсте лә, Сысҡанды ла күрмәне. Төлкө башын тотоп сайҡаған булды.
– Хәҙер мин уны тотоп кәрәген бирәм! – тип хәйләләне ул. Сысҡанды эҙләйем, тигән булып, Бүре янынан ҡасып китте.
Һонтор Төлкөнө көтөп түңгәктә Ҡояш байығансы ултырҙы. Бына бер заман Төлкө күренде. Бүре, күҙҙәрен селт-селт йомоп:
– Әйт әле, Сысҡан урлаған нәмәне ҡай­ҙан алғайның? – тип һораны.
Ерән:
– Ана тора ла? – тине, күк көмбәҙенә күрһәтеп.
Ысынлап та, унда Төлкө тапҡан сыр киҫәге эленеп тора ине.
– Уны нисек алдың? – тип һораны Һонтор.
– Күктең ете арҡаны бар. Берәүен һорап алдым. Осонан ырғаҡ яһаным. Ап-анһат! Ошолайтып һелтәгәйнем, Айҙың осона эләкте, тарттым да алдымсы! – тине Төлкө.
Һонтор, башын тырнап, күктәге ете арҡанды эҙләгәнсе, Төлкөнән елдәр иҫте. Бүре күпме генә тырышһа ла, ете түгел, бер арҡанды ла күрмәне. Шулай итеп, күктәге тәмлекәстән ауыҙ итә алманы.

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: