-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
4 Август 2025, 09:57

Еләкбикә менән Емешбикә

Түңәрәк кенә күл буйында бер әбей менән бабай йәшәгән. Улар­ҙың балалары булмаған икән. Шуға ҡайғырып, көрһөнөп көндәре үтә башлаған.

Еләкбикә менән Емешбикә
Еләкбикә менән Емешбикә

Йәйҙең бер йәмле көнөндә әбей, әҙерәк тынысланып ҡайтайым әле тип, урманға еләк йыйырға киткән. Бер йырлап ала икән, бер илап ала икән үҙе:
Еләккәйем, еләккәйем,
Талманы беләккәйем.
Урмандарға килгән инем,
Бик янғас йөрәккәйем...
Еләк өҙгән һайын: «Их, ғүмерем буйы матур күлдәктәр тегеп, һандығыма һала барҙым. Бер ҡыҙым да булманы, кем генә кейер инде уларҙы? Их, ҡыҙым тыу­һа, көн дә матур күлдәк кейҙерер инем, сәстәрен ебәк таҫмалар менән үрер инем. Башҡорт телендә матур-матур йырҙар өйрәтер инем. Ҡартайған көнөбөҙҙә кемгә генә ярҙам һорап өндәшербеҙ ҙә кемгә үҙемдең йырҙарымды өйрәтермен», – тип ҡайғырған.
Эре-эре еләктәрҙе күп йыйғайны ул. Инде ҡайтып, ҡартым менән еләкләп сәй эсергә кәрәк, тип уйлаған.
Шунда ул әллә арып киткән, әллә берәй ағас ботағына һөрлөккән: ул ергә йығылған. Еләге сәселеп түгелеп киткән. Шул саҡ ергә ҡараһа, бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙар ултыра, ти. Икеһенең дә бит остары, яңы бешеп килгән еләк кеүек, алһыуланып тора икән. Әбей:
– Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым, һеҙ ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ? – тип аптырап һораған. Тегеләр уға:
– Беҙ һинең ҡыҙҙарың-игеҙҙәрең булабыҙ. Үҙеңә еләк йыйышырға килдек, – тип бер тауыштан яуаплаған. – Һин үҙең бит ике еләк тапҡан һайын, их, ҡыҙым булһа, матур күлдәктәр кейҙерер инем, тип һөйләндең. Беҙ һинең шул еләктәрең араһындағы ике пар инек. Ергә килеп төшкәс, бысрандыҡ. Ә еләк бит таҙа булырға тейеш. Кемгә кәрәк бысраҡ емеш?! Шуға беҙҙең яңы матур күлдәк кейгебеҙ килде һәм игеҙ ҡыҙҙарға әүерелдек. Һинән бик моңло башҡорт йырҙарын өйрәнербеҙ. Йырла әле, беҙ оторбоҙ уларҙы.
Әбей ҡыуанысынан йырлап ебәргән:
Күл буйында зифа булып
Үҫкән икән пар ҡайын.
Ҡыҙҡайҙарым, һеҙ булғастын –
Ҡалмаҫ инде бер ҡайғым.

Күл буйында зифа булып
Үҫкән икән пар тирәк.
Күл буйҙары бигерәк йәмле
Япраҡ ярғанда тирәк.

Аҡландарҙа бешкән икән
Хуш еҫле тәмле еләк.
Тәмле еләк йыя-йыя
Теләнем изге теләк.

Игеҙәк еләккәйҙәргә
Парлы силәктәр кәрәк.
Минең сибәр игеҙҙәрем,
Өйгә ҡайтайыҡ тиҙерәк...
Әбей йырлап бөткәнсе ҡыҙҙар уның тырызын иң эре еләктәр менән тултырып та ҡуйған. Шатланышып өйгә ҡайтып киткәндәр.
Бабай өйҙә сәй ҡайнатып, әбейҙе көтөп тора икән. Тәҙрәгә ҡараһа, ул ике ҡыҙ менән етәкләшеп ҡайтып килә, ти.
– Һаумы, атай, – тип бер тауыштан бик яғымлы итеп иҫәнлек һорашҡан ҡыҙҙар.
– Сөбханалла, машалла! Һаумы-һаумы, минең еләккәйҙәрем, беҙҙең емештәребеҙ, – тип бабай шатлығынан бейеп тә алған.
Игеҙәктәр матур күлдәктәрен кейгән. Шул саҡ әбей менән бабай йәш ир менән ҡатынға әйләнгән дә ҡуйған, ти. (Бына мөғжизә: пар еләк игеҙ ҡыҙҙарға әйләнгәнде, ҡарт кешенең йәшәреүе булмаҫ, тиһеңме?!)
Мулла саҡырып, ҡунаҡтар йыйып, игеҙәктәргә Еләкбикә һәм Емешбикә тип исем ҡушҡандар. Бик бәхетле йәшәй башлағандар. Уларҙың өйҙәрендә бер ҡасан да бер ҡайғы ла булмаған.
Көн һайын бик алыҫтарға башҡортса матур йырҙар яңғыраған икән. Уларҙы Еләкбикә менән Емешбикә ишеттергән:
Аҡландарҙа бешкән икән
Беҙҙең кеүек пар еләк.
Теләктәрең ҡабул булһын,
Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?

Туған телдә йырлай-йырлай
Үҫәйек беҙ бергәләп.
Изге ерҙә туған телдә
Бәхетле тормош теләп.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Тыныс тормош бик кәрәк!

Сафия һәм Самира НИЯСҠОЛОВАЛАР, VII cиныф уҡыусылары.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас