Борон-борон заманда бер Бүҙәнә йәшәгән, ти. Уның бәләкәс кенә себештәре булған. Бер ваҡыт далала быға тиклем булмаған ажғыр ел сыҡҡан. Бүҙәнә-әсәй сепейҙәрен ҡанат аҫтына алған, тик берәүһе артта ҡалып, аҙашҡан да ҡуйған, ти. Ул бер ҡамғаҡҡа инеп йәшенгән. Ҡамғаҡтың нимә икәнен беләһегеҙме? Белеп ҡуйығыҙ: ул – далала йомғаҡ һымаҡ түңәрәк кенә булып үҫкән үлән. Ел сыҡһа, тәгәрәй ҙә китә.
Дауыл көсәйгәндән-көсәйә, ти. Шул мәлдә Себеш йәшеренгән ҡамғаҡты ел осороп алып киткән. Эй, тәгәрәгән, ти, теге, эй, тәгәрәгән... Оҙон юл үткән. Туҡтағас, Себеш ҡамғаҡтан башын сығарып ҡараған да аптырап киткән: әсәһе лә, туғандары ла күренмәй, ти. Тирә-яҡты бейек-бейек ағастар, тауҙар уратып алған. Ҡояш та тау артына төшкән дә киткән. Ҡурҡышынан Себеш ныҡ итеп сипылдарға-иларға тотонған. Уның тауышын бер матур ғына Ҡыҙыҡай ишетеп ҡалған. Ҡамғаҡ үләненең сырмалсығынан ҡотола алмай ыҙаланған Себеште ҡулына алған да башынан һыйпаған ,ти.
– И, бәләкәс! Нимә булды? Ниңә шул тиклем сипылдайһың? – тип һораған. Себеш был изге йәнле Ҡыҙыҡайға барыһын да һөйләп биргән. Уны тыңлап бөткәс, Ҡыҙыҡай:
– Бында ҡал да ҡуй. Күрәһеңме, беҙҙә ниндәй матур. Тауҙар, урмандар, йылға, күлдәр, йәнлектәр, ҡоштар ҙа күп, – тигән.
Себеш тағы ла нығыраҡ иларға тотонған, үҙе сипылдай, үҙе хәбәрен һөйләй, ти:
– Рәхмәт һиңә, Ҡыҙыҡай! Беләм, һиңә үҙеңдең тыуған яғың ҡәҙерле, тик мин даламды ныҡ яратам шул. Үпкәләмә! Ҡала алмайым! Үҙ яғымды, әсәйемде, туғандарымды, далалағы ҡоштарҙы, йомрандарҙы, сиңерткәләрҙе, күбәләктәрҙе һағындым. Тыуған яғыма ҡайтырға ярҙам итсе!
Ҡыҙыҡай Себеште ныҡ йәлләгән. Нисек итеп уны далаһына ҡайтарырға икән, тип уйлай торғас, юлын тапҡан.
– Илама! Минең тылсымлы ел-арбам бар, шуға ултыртып ҡайтарам һине, – тигән. – Әйҙә, икәүләп уны саҡырайыҡ:
Ел-ел-арбам, ел арбам!
Далаға ҡайта балаң!
Шул саҡ әллә ҡайҙан арба осоп килеп төшкән, ти. Ҡыҙыҡай Себеште, уның ҡамғағын да уға һалып, оҙатып тороп ҡалған.
Себеш үҫеп, Бүҙәнәгә әйләнгәс, был арбаны миңә бирҙе. Мин һеҙҙе әлегә шунда йөрөтәм, уйнатам, йоҡлатам. Һеҙ үҫә төшкәс, елеп кенә шул Ҡыҙыҡайға барып ҡайтырбыҙ, йәме. Арбаны ҡайтарырға кәрәк тә инде! Хәҙергә әкиәтем тамам. Һеҙгә тыныс йоҡо, изге төш теләп ҡалам.
Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА.