-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
22 Август 2025, 08:34

Ҡобаҡай (әкиәт)

Ҡәҙерләп кенә Гөлйыһандың мәйетен күмгәндәр. Унан икеһе ҡәберҙең ике яғына ултырып, һәр ҡайһыһы үҙенең уйына талған.

Ҡобаҡай (әкиәт)
Ҡобаҡай (әкиәт)

Ҡәҙерле дуҫтар! Яҙыусы Рәшиҙә Рәистең дауамлы әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.

I бүлек
Борон-борон заманда Ирәндек һәм Урал тауҙары ҡушылған төбәктә йәшәгән, ти, Йыһанша тигән бабай менән Гөлйыһан тигән әбей. Улар башҡа халыҡ менән бергә ауылда тормаған, ә хозур тәбиғәтле урман төпкөлөндә, йәмле Ҡыҙыл буйында матур йорт һалып, айырым донъя көткән. Бабай урман-ҡырҙар гиҙеп, һунар итеп, балыҡ тотоп ғаиләһен аҫраһа, әбейе өй тирәһендә мал, ҡош-ҡорт көтөп, иш янына ҡуш яһаған.
Уларҙың бер улы, бер ҡыҙы булған, ти. Улы атаһынан күреп уҡ юнһа, ҡыҙы әсәһенән өйрәнеп тун бескән.
Шулай бик матур, татыу ғына йәшәгәндә Гөлйыһан әбей ауырып китеп, түшәккә ята. Ярай әле эргәләрендә балалары була. Өй эсендәге бар эш улар иңенә төшә. Сулпан һыйыр һауып, аҡты эшкәртергә өйрәнһә, Солтан бесәнен, утынын хәстәрләй.
Был ғаиләнең Ҡобаҡай тигән ҡоба-ала һыйырҙары бул­ған. Гөлйыһан әбей уны йәнеләй күреп яратҡан. Шундай аҡыллы, иркә булған шул малҡайы.
Көндәрҙән бер көндө түшәктә ятҡан Гөлйыһан әбей донъя ҡуйған. Ауыр ҡайғынан шиңеп ҡалған аталары менән Солтан һәм Сулпан күңелһеҙ генә донъя көтөүҙәрен дауам иткән. Ҡыҙыҡай әсәһенең башҡорт халыҡ йырҙарын көйләй-көйләй икмәк һалыуын, түрбашта тәмле-тәмле аштар бешереүен, әленән-әле яғымлы ҡараш менән өндәшеүен һағынһа, Солтанға уның аҡыллы, сабыр кәңәштәре етмәгән. Йыһанша бабайҙың да ҡулына эш бармаған.
Бер көндө аталарының ауылда йәшәгән дуҫы ҡунаҡҡа килеп төшә быларға. Сәй эсеп, хәл-әхүәл һорашып оҙаҡ ултырғандар, һуң ғына йоҡларға ятҡандар. Ике дуҫ иртән иртүк тороп ауылға юл тотҡан. Солтан менән Сулпанды уятып та тормағандар. Балалар үҙҙәре уянғас, атайҙарының юҡлығын күреп, теге ағай менән ауылға киткәнлеген төшөнгән. Улар Ҡобаҡай­ҙы иркәләп-наҙлап һауған да ҡырға утларға сығарып ебәргән. Йыһанша бабайҙың бер нәмә лә өндәшмәй сығып китеүенә аптырап бөтә алмағандар, ти. Дүрт күҙ менән көткәндәр.
Ике балаһын тамам аптыратып, ике тәүлек юғалып торғандан һуң бер ҡатынды эйәртеп ҡайтып ингән, ти, Йыһанша бабай.
– Һау торҙоғоҙмо, балалар? Ниңә өндәшмәйһегеҙ? —тип һораған ул, балаларының ят кешегә аптырап ҡарап тор­ғандарын шәйләп. – Әәә, бына таныш булығыҙ, һеҙгә әсәйегеҙ урынына апай алып ҡайттым, исеме Шәрғиә була.
Уныһы йәмһеҙ генә икән.
– Эйе шул, әйҙә танышып алайыҡ һеҙҙең менән дә. Исемдәрегеҙ нисек? – тип бик оҫта ғына һүҙгә ҡыҫыла һала, ти, аталарынан күпкә йәш ҡатын.
– Мин – Солтан, ә һеңлем Сулпан була, – тип ырыя ғына таныштырған да Солтан һеңлеһен етәкләп тышҡа сығып киткән. Ят кеше менән нисек йәшәрбеҙ икән, тип аптырауға ҡала меҫкен балалар. Нигеҙ буйына ултырып, өй эсенән атаһы менән йәш ҡатындың күңелле генә һөйләшеүен ишетһәләр ҙә, ҡыуаныс әҫәре булмай был икәүҙә. Әсәләрен тағы ла нығыраҡ һағынып юҡһыналар. Шулай ҙа яҙмыштарына риза булып йәшәүҙән башҡа сара ҡалмаған бисара балаларға.
Бабай әүәлгесә һунарға, балыҡҡа йөрөүен дауам иткән. Иртән сығып китә лә кис кенә ҡайтып инә, ти. Үгәй әсәй менән балалар көнө буйы үҙҙәре генә ҡала икән. Йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙең көллөһөн Солтан менән Сулпан башҡарған. Ә үгәй әсә быларҙың һәр эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп кенә тор­ған, ҡайсаҡ бер эште ҡат-ҡат эшләткән. Сулпандың күп кер йыуыуҙан ҡулдары тишелгән. Шәрғиәнең уҫаллығының сиге булмай: яңы ғына һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙәндең кипкәнен дә көтмәй, бысраҡ калуштары менән тапап үтә лә:
– Нисәнсе көн иҙән дә йыуғаның юҡ бит, – тип Сулпанды битәрләй икән.
Әсәй урынына килһә лә, бер ҙә үҙе эшләп бармаған. Гел балаларҙы еккән. Сулпандың иркәләй-иркәләй Ҡобаҡай­ҙы һауғанын күрә алмаған.
Бер көндө Шәрғиә этлеген күрһәткән. Иртән Ҡобаҡайҙы нескә генә ҡулдары менән һауып ултырған Сулпанға асыуы килеп ҡарап торған да, алдан әҙерләп ҡуйған оҙон шыйыҡ ҡына тал сыбығын алып, һыйырҙың һырты буйлатып тартып ебәрмәһенме? Уныһы ҡыҙҙы биҙрәһе менән бергә тибеп осорған. Бер ни аңламай ҡалған Сулпандың башына ла, түшенә лә эләккән шул Ҡобаҡайҙың ҡаты тояғы. Ҡыҙ иҫен юғалтҡан. Шәр­ғиә ҡаты һүгенеп, һәүкәште тағы бер-ике һуҡҡылап, кәртәнән баҫтырып сығарып ебәргән. Иҫһеҙ ятҡан Сулпанды күреп үсәгән:
– Бына шул кәрәк һиңә, әрәмтамаҡҡа! – тип ҡыҙға тибеп ҡараған. Уның бөтөнләй иҫһеҙ ятҡанын күргәс,эштең олоға китеүен һиҙеп­тер, сыҙамай ҡыс­ҡырып ебәргән:
– Әй, Солтан, шайтан алғыры, ҡайҙа йөрөй­һөң эштән ҡасып? Кил тиҙерәк, бынауы йолҡошоңдо ал. Ана, ята, һыйыр һауып ултыра торғас, йоҡлап киткән. Эй, был тиклем дә йәнһеҙ бәндәләр менән йәшәргә дусар булды бит бәхетһеҙ баш­ҡайҙарым, – тип шарылдап илап та ебәргән кеше бул­ған. Үҙе яулығының осо менән ауыҙын ҡап­лап һыны ҡатып көлөп тора, ти.
Иртә менән утын ташып йөрөгән Солтан йүгереп килеп еткән дә, һеңлеһенең иҫһеҙ ятыуын күреп, һаҡ ҡына янына сүгәләгән. Сулпандың һөткә мансыл­ған кейемен, тәгәрәп ятҡан биҙрәһен күреп, шикле ҡараштарын Шәрғиәгә төбәгән.
– Нимә күҙең аҡшайып ултыраҺың? Һыйырын да әйтер инем инде, ҡара шайтан — ни ите, ни һөтө юҡ. Салып ҡына ырғыта торған хайуан, ҡороғоро! Тапап сыҡты ла ҡасты бынау йоҡосоно. Быныһына шул кәрәк тә ине, таман булды!
Солтан Сулпанды күтәреп өй яғына ынтылыуы була, Шәрғиә сабып барып болдорға менә лә, йоҙроҡтарын һауала болғай-болғай, былай тип ярһый, ти:
– Эйе, хәҙер, мин һеҙҙе көпә-көндөҙ өйҙә һуҙылтып һалып ҡуйырмын! Ана, бесәнлеккә индереп һал. Ялҡауҙар шунда йоҡо һимертергә ярата ул! – Үҙе өй ишеген шарт итеп ябып инеп тә киткән.
Иртәнге сәй ҙә эсеп өлгөрмәгән Солтандың күҙҙәренә йәш тығыла, тамағының төбөн һыҙлатып ҡаты төйөр ултыра. Көсһөҙлөктән түгел, ошо ғәҙел­һеҙлектән уның быуындары ҡалтырай. Әсәһенең үлеменән һуң күҙгә күренеп һурылып киткән һеңлеһен көс-хәлгә бесәнлеккә алып барып һала. Йүгереп барып йылғанан һыу алып килеп, Сулпандың битен, ҡулдарын еүешләй. Һеңлеһе яйлап ҡына аңына килеп, күҙҙәрен асҡан. Башының, түшенең һыҙлауына түҙмәй ыңғырашҡан. Мыш-мыш илап ултырған Солтан быға ҡыуанып, Сулпандың күҙҙәренә ҡарап яғымлы ғына итеп йылмайған.
– Ағай, нимә булды, мин ҡайҙа? – тигән һорауға бер ни ҙә яуап бирә алмай, ни иларға, ни көлөргә белмәгән Солтан.
– Мин Ҡобаҡайҙы һауып бөтөп килә инем, шикелле... Һөтөм? Ә һөт ҡайҙа, ҡайҙа биҙрәм? – тип аптыраған Сулпан. Үҙе торорға итә икән. Ләкин башы әйләнеп, тәне һыҙлауға сыҙамай кире ауған.
– Тик кенә ят, Сулпан, һеңлекәйем минең. Ҡәҙерлем, тик кенә ятып тор инде. Хәлең юҡтыр шул тороп йөрөргә. Ҡобаҡай нишләптер һине тибеп сығып ҡасҡан бит, – тип йыуатҡан, ти, үҙен Солтан ағаһы.
– Юҡ-юҡ, ағай, Ҡобаҡай бер ҡасан әсәйҙе лә, мине лә типкәне булманы, шундай аҡыллы мал бит ул. Нимәнәндер тертләне, буғай. Нимәнеңдер шарт итеп ҡалғанын ишеттем мин. Ана шул тауышҡа тулап киткәнен беләм, тик нимә булғанын һаман да төшөнә алмайым. Әле ҡайҙа Ҡобаҡай үҙе, бисараҡайым?
– Ниндәй бисара булһын ул? Минең берҙән-бер һеңлемде үлтерә яҙғансы типкән һыйыр. Уны Шәрғиә апай һыҙырып сығарып ебәрҙе, кәрәген алды ул, тыныслан, – тип асыуын күрһәткән Солтан.
– Юҡ, улай тимә, ағай. Ҡобаҡайҙың ғәйебе юҡ бында, йөрәгем менән һиҙәм. Яҡшы беләм мин үҙен. Ул бит, кеше һымаҡ – бөтә нәмәне аңлай. Иҫләй­һеңме, әсәй үлгәс, ерләгәнсе ҡырға үлән ашарға ла китмәй, өй тирәләп мөңрәп йөрөнө. Аптырағас, кәртәгә яптыҡ. Аҙаҡ, әсәйҙе һуңғы юлға оҙатырға алып сыҡҡас, кәртә ҡапҡаһын төкөп-төкөп ҡараны ла, сыға алмағас, уның ярығы аша күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, илап ҡалды хатта. Йәштәре ике сикәһенән юлаҡланып, тамсылап торҙо бит. Ул барыһын да аңлай, шуға беҙҙең менән бергә ҡайғырҙы.
Сулпан хәтер һандығының төбөнә үк төшөп:
– Ә иҫләйһеңме, яңыраҡ мин әсәйҙең бишмәтен кейеп Ҡобаҡайҙы һауырға сыҡҡанды? Нисек ҡыуанды ул! Әсәйҙең кейемен шундуҡ танып, үҙемде лә ялар­ға кереште. Һауып бөткәнсе туҡтаманы. Миңә шундай ҡыҙыҡ та, рәхәт тә булды.
– Эйе, шулай шул, – тип белдергән Солтан. – Һин хас әсәй кеүекһең.
– Эйе. Ә мин уны һауып бөттөм дә арҡаһынан һөйҙөм, хас та әсәй эшләгәнсә. Үҙем түҙмәнем, илап та ебәрҙем. Ул, мине йыуатҡандай, ҡулдарымды, сикәләремде ялап, ауыр ҡайғыларымды таратты.
Шулай итеп, ағалы-һеңлеле был икәү, бер-береһен йыуата-йыуата, Йыһанша бабай һунарҙан ҡайтыр ваҡыт еткәнсә өйгә лә инә алмай, бер тәғәм ризыҡ та ҡапмайынса, бесәнлектә кис еткергән.
– Әәй, Солтан, Сулпан, ҡайҙа боҫоп ятаһығыҙ, йоҡо сүлмәктәре? Солтан, тим, тиҙ генә һыу алып кил, атайың ҡайтыуға сәй ҡайнатыр кәрәк, әрәмтамаҡтар! Теге йолҡошоңдоң йоҡоһо туйҙымы? Уяндымы, ә? Әй, ниңә өндәшмәйһең, уяндымы, тим? – тип, яр һалған Шәрғиә. «Эйе» тигәнде аңлатып, баш ҡына һелккән Солтан.
– Ниңә һаман тормайынса һуҙылып ята? – тип екергән Шәрғиә.
– Уның хәле юҡ, апай, зинһар, тағы ла әҙерәк ятып торһон инде, – тип ялбарған Солтан.

Шәрғиәнең бер ни ҙә өндәшмәй уйланып ҡалғанын күреп, Солтан тиҙ генә биҙрәләр алып һыуға йүгергән. Унан ҡайтыуға үгәй әсә бесәнлектә аяҡтарын кирә баҫып, ҡулдарын ҡаушырып Сулпанға тишә яҙып ҡарап тора,ти. Шунан йылан ыҫылдаған тауыш менән:
– Атайығыҙ ҡайтҡансы, ана, һеңлеңде ишек төбөндәге урындыҡҡа индереп һал. Ҡарағыҙ уны, алдан иҫкәртәм: артыҡ хәбәр лығырлап ултыраһы булмағыҙ. Һунарҙан арып ҡайтҡан кешенең һеҙҙе тыңлап ултырыр ваҡыты ла, хәле лә юҡ. Беҙ һөйләшкәндә лә ҡыҫылаһы булмағыҙ, – тип бармаҡ янап өйгә инеп киткән.
Солтан Сулпанды һаҡ ҡына өйгә индереп һалған. Улар атайҙарын түҙемһеҙләнеп көткән.
Был юлы уҫал ҡатындың үҙенә самауыр ҡуйып, сәй ҡайнатырға тура килгән. Өҫтәл әҙер булғас, балаларға берәр сынаяҡ сәй яһап биреп, яртышар телем икмәк һынығы ырғытҡан.
– Мәгеҙ, әрәмтамаҡтар, һеҙҙән ярты тинлек тә фай­ҙа юҡ, ә ауыҙығыҙҙы асып көтөп ултыраһығыҙ. Асыҡтыҡ, тип атайығыҙға әйтә ҡалһағыҙ, иртәгә быныһы ла тәтемәҫ, – тип, бик мөһим эш баш­ҡарғандай, түрбашта бабайы килеүгә сәй урыны әҙерләп маташҡан. Үҙе аҙым һайын балаларҙы, һыйырҙы һәм бөтә тормошто ҡарғап, енен сәсеп-сәсә, ти.

Йыһанша ҡарт ҡайтып, табын артына ултырған да балаларын саҡыра икән. Улары килмәгән.
– Эй, ул балалар түҙәме һуң инде һинең ҡайтыуыңды көтөп торорға? Солтан менән Сулпан туҡ ул, әле генә ашап торҙолар. Мин генә дүрт күҙ менән көтөп ултырам, һинһеҙ тамағыма ла бармай. Килеп күҙемә күренгәнсе, һау ғына ҡайт­һын, тип ут йотоп ултырам. Аша, әйҙә, аша үҙең, – тип таҫма телләнеп, өлтөрәп тора, ти, Шәрғиә.
Үҙе Йыһанша бабайҙың иҫке тун бөркәнеп ишек төбөндәге тар урындыҡта ятҡан ҡыҙы яғына бер аҙ шикләнеңкерәп ҡарап ултырғанын күреп, юхаланып ҡына:
– Көнө буйы икәүләп бесәнлектә уйнап арынылар инде, бая сығып сәйгә саҡырғанда, бер ни белмәй йоҡлап яталар ине бахырҡайҙар. Эш күрмәй генә үҫеп киләләр инде, – тип өҫтәп ҡуйған.
– Уйнап арыһа ни, әйҙә ял итһен, – тип башҡаса иғтибар бирмәгән бабай Сулпанға. Тәҙрә янында тышты күҙәтеп ултырған Солтанға:
– Әйҙә, булмаһа, һин беҙҙең менән берәй сынаяҡ түнкәр, улым, – тип өндәшкән бабай.
– Юҡ, рәхмәт, атай! Беҙ туҡбыҙ, – тип атаһы яғына әйләнеп тә ҡарамаған ул. Бер аҙҙан:
– Мин Ҡобаҡайҙы ҡарап алып ҡайтайым әле, – тип йомош тапҡан булып сығып киткән Солтан. Шуны ғына көткәндәй, Шәрғиә Сулпандың тунын йүнәтеп япҡан кеше булып, ҡыҙҙың йоҡлағанын тикшергән. Ә ул уҫал ҡатын яҡынлашҡанын һиҙгәс тә күҙҙәрен йом­ған. 
– Йоҡлай әле был ҡыҙ. Ярай, әйҙә ятһын. Үҙе тормош көтә башлаһа, был йоҡо ла эләкмәҫ, шулай бит, атаһы, – тип Шәрғиә төп һүҙгә күсер алдынан ҡойроҡ болғап алған,ти. Унан ағыулы һөжүменә күскән:
– Һис кенә лә тыңлашмай бит был балалар, ни генә эшләп ҡарарға инде. Сулпаның ошоға тиклем ҡарап йөрөгән һыйырын, миңә ҡарышыптыр инде, бөгөн һаумай сығарып ебәрҙе лә көнө буйы ҡыл да ҡыбырлатмай, бесәнлектә йоҡо һимертте. Солтан көн оҙоно бер көйәнтә һыу алып килергә генә эшкинде. Минең әйткәнде береһе тыңламай. Анау шайтан һыйырың бигерәк яман мал инде. Боҙоп бөткәнһегеҙ икән, тибешә яман итеп. Унан һөт тә, ит тә булмаҫ...
Үҙҙәре сәй эскән арала Шәрғиә бабай­ҙы Ҡобаҡайҙы һуйырға, Сулпанды «хол­ҡо боҙолмаҫ элек» кейәүгә оҙатырға, Солтанды ауылда торған бер байға ялсылыҡҡа бирергә күндерә башлай. Йы­һаншаның, уйлап ҡарар кәрәк, тигән һүҙенән һуң сеңләп илап та ебәргән үҙе. 
– Әллә ниңә генә ошонда килергә риза булдым бит. Апайымдарҙы тыңламай, әрәм генә булдым. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡасыр, тиҙәр. Шул дөрөҫ икән. Балаларыңа ла, үҙеңә лә күпме генә изгелек ҡылһам да ҡәҙерем булмаҫ, ахыры. Бөгөн үк ҡайтып китәм, – тип яр һалған Шәрғиә.
– Йә-йә, ярһыма әле ҡапыл ғына. Ярай, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, әләйһәң, – тип тәрән уйҙарға сумып, Йыһанша ҡарт сәйгә доға ҡылған.
Быларҙың барыһын да ишеткән Сулпан ҡуҙғалыу түгел, тын алырға ла ҡур­ҡып ятҡан. Йөрәгенең дарҫлап тибеүе бар донъяға яңғырап ишетелгән төҫлө тойолған уға. Йоҡо тигән нәмә бөтөнләй юғалған. Ул тиҙҙән бер ҡасан төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлдәр буласағын аңлап, бынан нисек ҡотолоу юлын эҙләп баш ват­ҡан. Түҙемһеҙләнеп төндө көткән.
Ололарҙың ныҡлап йоҡлап киткәнен көтөп кенә ятҡан да төн уртаһында һаҡ ҡына барып ағаһын уятҡан. Тауыш-тын­һыҙ ғына ымлап тышҡа әйҙәгән. Солтан уның артынан эйәргән. Тышҡа сыҡҡас, Сулпан ағаһына кис ниҙәр ишеткәнен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән. Солтан, ағай булараҡ, тәүәккәллек ҡылып, Ҡобаҡайҙы эйәртергә лә сығып китергә тигән ҡарарға килгән.
Шулай итеп, улар өсәүләп ай яҡтыһында баш һуҡҡан яҡҡа юл алған.


II бүлек
Төнө буйы, унан көнө буйы бер туҡтамай атлағандар ҙа атлағандар. Көн кисләүгә иң тәүҙә аслы-туҡлы йөрөгән, бигерәк тә Ҡобаҡайҙан тибелеп, имгәнеүе лә төҙәлеп бөтмәгән Сулпан ныҡ арый. Солтан уны һыйыр­ҙың өҫтөнә һалып алып бара. Күп тә үтмәй, үҙенең дә хәле бөтөп, бер оло ҡарағай төбөнә барып ауған. Ҡобаҡай ағас төбөнә урынлашҡан балаларға һыйынып, йылыһын биреп, уларҙы елдән һаҡлап ятҡан, ти. Тик күпме генә тырышһа ла, ниндәйҙер бер тылсымлы көс иркәләтеп, һыйыр йоҡлап китә. Һәм бик сәйер төш күрә: Ҡобаҡайҙың тана ғына сағы. Салт аяҙ көн, йәшел хәтфә болон. Хужабикәһе Гөлйыһан уны ҡосаҡлап иркәләй ҙә иркәләй. Ҡобаҡайға рәхәт. Иркәләнә тор­ғас, ул бәләкәс кенә бер бәрәс дәүмәле булып ҡала. Үҙен хужабикәһе бала кеүек өҫкә һикертә башлай, имеш. Ергә лә аунап китәләр, унан Гөлйыһан Ҡобаҡай­ҙың муйынынан иркәләп ҡолаҡтарына былай тип бышылдай, ти:
– Беҙ бергә булырға тейеш, мин балаларымды ташлап китә алмайым. Минең йәнем һинеке менән бергә булырға тейеш. – Күҙҙәрен – күҙҙәренә, танауын танауына терәп ята тор­ғас, Гөлйыһан, томан кеүек таралып, Ҡобаҡай­ҙың ауыҙынан, танауынан, ҡолаҡтарынан үтеп эсенә ингән дә юҡ бул­ған,ти. 
– Ҡайҙа, саҡ ҡына шыл әле, миңә лә урын кәрәк, – тигән Гөлйыһандың көр тауышына уянып киткән Ҡобаҡай.
Ул башын ҡалҡытып балаларға, шунан тирә-яғына күҙ һал­ған. Һыҙылып ҡына таң атҡан мәл. Аңлайышһыҙ сәйер тойғолар кисереп, Солтан менән Сулпандың баштарынан һыйпағыһы килеп киткән. Үҙе лә һиҙмәҫтән балаларға ҡарай муйынын һоноп:
– Сөбханаллаһ, мәшаллаһ, – тип һоҡланған. Тик үҙ тауышынан үҙе тертләп киткән. Гөлйыһандыҡылыр, тип уйлаған да Ҡобаҡай тороп тирә-яҡты ҡарап сыға. Бер кем дә юҡ, ти. Ул үҙен шундай сәйер тойған, ниңәлер уға бөтөн донъя икенсе төрлө ҡараған кеүек, ләкин ни булғанын аңлай алмай икән. Бер сауҡаға барып муйынын ышҡыған арала хужабикәһенең төшөндәге иркәләүен иҫенә төшөрә. Гөлйыһанды күрҙе бит әле ул яңы ғына төшөндә. Шул турала уйланыуы була:
– Әү-ү! Эйе-эйе, мин был, Ҡобаҡай. Ҡурҡма, тын ғына тыңла үҙемде. Мин үлгәс тә һеҙҙе ташлап китә алманым, балаларымдың яҙмышы үҙәгемде өҙә. Һиңә ҙур үтенесем – үҙеңдең тәнеңә йәнемде ҡабул ит инде. Мин ни эшләргә теләгәнемде һинең кәүҙәң үтәр, мин ни әйтергә теләгәнде телең һөйләр. Шулай көслөрәк булырбыҙ, – тигән тауыш ишетелә. Ике йән шулай итеп серләшеп килешкән.
Матур итеп таң атыуға Солтан менән Сулпанды Ҡобаҡай биттәренән, ҡулдарынан ялап уятҡан. Үҙенең күҙҙәренән сөбөрләп йәш ҡойола икән. Балалар аптырауға ҡалған. Сулпан түҙә алмай:
– Ҡобаҡай, һиңә нимә булды, бисараҡайым? Ниңә илайһың? – тип һыйыр­ҙың муйынынан ҡосаҡлаған. Шул саҡ Ҡобаҡай телгә килгән. Ул нәҡ Гөлйыһан әбейҙең тауышы менән:
– Балаҡайҙарым, һеҙҙе йәлләп илайым. Бер хәл дә ҡыла алмайым бит, үҙем яҡты донъяларҙан киткәс. Был мин – әсәйегеҙ, дөрөҫөрәге, минең йәнем. Һеҙҙе бер нисек тә ташлап китә алмайым шул. Донъя ҡуйғандан һуң мине фәрештәләр Хоҙай алдына алып килде. «Балалары алдында бурыстарын атҡарып бөтмәгән әле. Киләсәк быуын өсөн балаларын аяп алып ҡалыр эше бар», – тинеләр. Хоҙай миңә:
– Һинең балаларың ябай түгел, йәнең менән һаҡлап алып ҡал, уларға ҡурҡыныс янай, – тине. 
Ә фәрештәләр:
– Уның мәйетен ерләп, өсөн уҡыттылар. Терелтерлек хәл юҡ, – тигәс, ул:
– Кәүҙәһендә былай ҙа көс ҡалмаған ине бит инде, йәнен кире ҡайтарығыҙ, шул да етер. Ерҙә ике балаһы тороп ҡал­ған әсә йәне бит ул, яйын табыр. Көсөн дә, тәнен дә табыр, ҡайтарығыҙ, – тип ҡаты бойорҙо. Һәм ҡайһы аралалыр мин өй тирәләп өйрөлөп йөрөй башланым. Һеҙҙе күҙәттем. Һеҙ һиҙмәһәгеҙ ҙә, мин һәр ваҡыт янығыҙҙа булдым. Һеҙҙең менән яттым, һеҙҙең менән торҙом, һеҙ уйнаһағыҙ — уйнаным, көлһәгеҙ — көлдөм, илаһағыҙ — иланым. Ҡобаҡай Сулпанды типкәс, өҙгөләнеп ни эшләремде белмәнем. Шәрғиәнең ысын йөҙөн асып бирге килә лә бит, тик бер нәмә лә эшләр әмәл юҡ. Ныҡ алама кеше. Балаларҙы яратмай. Сулпан һыйыр һауырға ултырғас та этлеген эшләргә әҙер ине, Солтан кәртәгә килеп инеп ҡамасауланы. Шунан уның сығып киткәнен аҙыраҡ көтөп торҙо ла тал сыбығы менән Ҡобаҡайҙың һыртына һыҙыра тартып ебәр­ҙе...
Көнө буйы һеҙҙең янығыҙҙа ни эшләргә белмәй йөрөнөм. Шунан Ҡобаҡайымдың йәне менән ҡушылырға ҡарар иттем. Шулай итеп, Шәрғиәнең үҙен тибеп имгәткем килде. Оҙаҡ ни эшләргә белмәй аҙапландым. Кисә кис Солтан Ҡобаҡай­ҙы ҡырҙан алып ҡайтҡас та шул аҡыл килде миңә. Аллаға шөкөр, йәнемдәй күреп яратҡан һыйырымдың йәне йәнемде ҡабул итте. Бына шулай, балаларым, Ҡобаҡай хәҙер ике йәнле, беҙ һеҙҙе хәлебеҙҙән килгәнсә һаҡларбыҙ, – тип Солтан менән Сулпандың битенән ялаған. Балалар иһә Ҡобаҡайҙың муйынынан ҡосаҡлап әле көләләр, әле илай­ҙар, ти. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйҙәр икән.
Уның ҡарауы, Ҡобаҡай тиҙ генә етдиләнеп киткән дә балаларға былай тигән:
– Бик алыҫ китеп өлгөрмәнек әле. Был тирәлә ҡалһаҡ, беҙҙе тиҙҙән табып алырҙар. Әйҙәгеҙ, һөт һауып эсеп, тамаҡ ялғап алығыҙ ҙа юлды дауам итәйек. Хәлегеҙҙең юҡлығын аңлайым, шуның өсөн алмаш-тилмәш миңә ултырып барығыҙ.
Солтан менән Сулпан аптырап ҡал­ған.
– Беҙгә ашығырға кәрәк, Солтаным, Сулпаным, – тигән яғымлы, тыныс ҡына, тап Гөлйыһан әбей һөйләшкәнсә тауыш ишеткәс кенә йәнләнеп киткән балалар. 

Йәһәтләп тамаҡ ялғап алғас, Ҡобаҡай быларҙы алмаш-тилмәш арҡаһына ултыртып, үҙе генә белгән яҡҡа алып киткән, ти. Юлдарында тап булған ашарға яраҡлы бар үҫемлек менән туҡланғандар. Ҡобаҡай (ысынында Гөлйыһандың йәне) хәленән килгәнсе белгән нәмәләрен балаларға өйрәтергә тырышҡан.
Бара торғас, эңер төшкән, бер аҡланға килеп сыҡҡандар. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ ҡып-ҡыҙыл ғына һабын сәскәһе менән тулы икән, ә уртаһында ҡосаҡлаһаң, ҡосаҡ етмәҫ йыуан оло ғына ҡайын үҫеп ултырған. Яҡын килеп ҡараһалар, уның япраҡтары ябай түгел, баҡыр тәңкәләрҙән тора, ти. Солтан менән Сулпан уларҙы алып ҡарамаҡ булған. Шул ваҡыт Ҡобаҡай: 
–Теймәгеҙ! Бер тәңкәгә лә, зинһар, теймәгеҙ! Шайтандың күҙ бәйләүенә оҡшаған был. Ҡайында япраҡ үҫергә тейеш, баҡыр тәңкәләр түгел, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ғәләмәт был, – тигән.
– Ниңә-ә? Бында улар кү-үп бит, уның һанын кем белһен, – тип ныҡышҡан Сулпан.
– Ярамай, балалар, ул бит беҙҙеке түгел. Хужаһы белеп ҡалһа, тәңкәһен эҙләп килер ҙә һәләк итер үҙегеҙҙе, – тип Ҡобаҡай ары киткән.

Шулай ҙа Сулпан ҡыҙыҡһыныуын тыя алмаған, юлдаштары күрмәгән арала, меңәрләгән тәңкәләр араһында бер генә баҡыр тәңкәнең юҡлығын кем белһен инде, тип береһен тиҙ генә бишмәтенең кеҫәһенә йәшергән дә тегеләрҙе ҡыуып еткән. Бер ни ҙә булмағандай ҡыланған, ти, үҙе.
Төнгөлөккә генә ялға туҡтарға рөхсәт иткән Ҡобаҡай. Сулпан кеҫәһендәге тәңкәне урынлашҡан ерҙәренән ситкәрәк йәшереп йоҡлап киткән. Төн ҡәҙимгесә тыныс үткән, бер кем дә ҡамасауламаған, ти.
Иртәгеһен таңдан тороп тағы ла юлдарын дауам иткәндәр. Сулпан теге йәшерелгән тәңкәне кеҫәһенә һалып алған.
Көн оҙоно атлаған былар. Көн кискә ауышҡас, ни күрәләр: ҡуйы ҡарағай урманы янында әллә ҡайҙан ҡараһыу йәшел төҫө менән айырылып тор­ған ғәжәйеп һомғол һылыу яңғыҙ ҡайын үҫеп ултыра, ти. Яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, был ҡайындың япраҡтары саф көмөштән икән. Улары шундай ҡуйы, ел иҫкәндә бер-береһенә һуғылып сыңлап ҡына тора, ти. Солтан менән Сулпандың күҙҙәре дүрт булған. Ҡобаҡай был тәңкәләргә лә ҡағылмаҫҡа ҡушҡан.
– Тейәһе булмағыҙ, барыбыҙ ҙа харап булырбыҙ. Был тәңкәләрҙең дә хужаһы барҙыр, белеп ҡалһа, арттан да ҡалмаҫ, – тигән. Ләкин бер ҡатлы Сулпан, кисәге кеүек, бер генә көмөш тәнкәне кеҫәһенә һалып алған да үҙ юлында булған. Юлдаштарына тағы ла бер ни ҙә өндәшмәгән, ти. Төнгөлөккә ялға туҡтағас, тәңкәләрҙе ситкә алып барып йәшергән. Был төн дә тыныс үткән. Минең бәхетемә яҙған, тимәк, тип эстән генә ҡыуанған Сулпан.
Ҡобаҡай юлға сығыр алдынан:
– Бөгөн дә бынан алдағы көндәрҙәге кеүек һынауҙар була ҡалһа – һынатмағыҙ. Был һынауҙар тиккә генә түгелдер, ниндәйҙер бер хикмәт бар бында, һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙеке булмаған ят әйберҙәргә ҡағылаһы булмағыҙ, – тигән. Солтан тыныс булһа ла, Сулпан бер аҙ уйға ҡал­ған. Ныҡ икеләнһә лә, тәңкәләрен кеҫәһенә һалып ҡуйған.
Шулай итеп, һәр ваҡыттағыса, Ҡобаҡай юл башлаусы булып, өс юлдаш юлдарын дауам иткән. Баралар, ти, былар, баралар, ти. Бер заман өҫтө шау таш менән ҡап­ланған бәләкәй генә түбәнең уртаһында таш ярып үҫеп ултырған сауҡаға килеп сыҡҡандар. Уның япраҡтары ҡояшҡа ялтырап торған алтындан икән. Был юлы Солтан менән Сулпандың ғына түгел, Ҡобаҡайҙың да күҙҙәрендә осҡондар уйнап киткән. Ләкин ул тиҙ генә үҙен ҡулға алып, балаларҙы ла тыйып өлгөрөргә онотмаған:
– Әйттем бит, тағы бер һынау был беҙгә. Зинһар, бер тәңкәһенә лә теймәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ тиҙерәк, – тип йәһәтләп алып китеү яғын ҡараған.
Сулпан, үҙенең һуңғы ваҡыт эйәләшеп киткән ғәҙәте буйынса, бер генә алтын тәңкәне бишмәтенең кеҫәһенә һалып алғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалған. Һәм бер ҡурҡыу белмәй, бер ни булмағандай, Солтандың артынан атлаған. Уларға бик алыҫ китергә насип булмаған. Төш ауыуға тау итәгендә, оло ҡайынлыҡ ситендә генә һалынған ташландыҡ өйгә килеп еткәндәр. Уның янында ғына сылтырап тау шишмәһе ағып ята, ти.
– Бына ошонда туҡтарбыҙ инде, – тигән Ҡобаҡай.
Шул көндән башлап ташландыҡ ҡына өйҙө ипкә килтереп, унда йәшәй башлағандар. Тәүге төндә Сулпан өс тәңкәне лә өйҙән ситкәрәк йәшереп ҡуйған, ти. Икенсе көндә лә теймәй, хатта улар хаҡында онота ла башлаған була, сөнки яңы урында эштән күп нәмә юҡ икән. Өсөнсө көн Сулпан бер үҙе генә шишмәнән һыу алып ҡайтып килә торғас, теге йәшергән ерҙән тәңкәләрен тартып сығара ла оҙаҡ ҡына шулар менән уйнап ултыра. Уны уйынынан ағаһы айыра.
– Сулпан! Ҡайҙа юҡ булдың? Һине һыуға ебәргәйнек түгелме, ҡайҙа һыуың? – тип Сулпан яғына яҡынлаша. Ҡыҙ тиҙ арала тәңкәләрҙе кеҫәһенә һалып, ырғып тора ла һыуын тотоп ағаһына ҡаршы атлай. 
Шулай итеп, кис еткәнен дә һиҙмәй ҡалған Сулпан, тәңкәләр тураһында бөтөнләй онотҡан. Арып-талып йоҡларға ятҡандар. Тик ете төн уртаһында ер һелкенә башлай, ти. Әле айыу һымаҡ, әле эт һымаҡ, йә болан тауышы менән яман үкереп, саңдар борҡотоп, ерҙе урталай ярып, тәңкәләрҙең хужаһы ен-пәрей килеп сыҡҡан. Ҡобаҡай лапаҫ аҫтында көйшәп, йоҡомһорап ҡына ятҡан еренән һикереп торған, тегене өйгә яҡын ебәрмәгән, ҡаршы сыҡҡан. Һыйырҙы күргәс, ен-пәрей ҡапыл ғына тауышын да, һынын да кеше ҡиәфәтенә әйләндергән.  Икәүһенең араһында бик сәйер генә һөйләшеү башланған. 
– Әйттем-әйтке!? – тигән ен-пәрей, үҙе шарҡылдап көлөп, тамам кешегә әүерелгән дә ҡуйған. Йәшел сапанлы, аҡ сәлләле, оҙон аҡ һаҡалын биленә ике уратып бәйләгән, балта һабындай ғына кәүҙәле, күрер күҙгә бик һылыу бер ҡарт.
– Сәләм-әйтке! – тип яуаплаған Ҡобаҡай аптырап, үҙе лә һиҙмәҫтән. Уйын уйнағанда сәләмләшә торған һүҙҙән башланып киткән был һөйләшеү.
– Ерме, күкме? Һыумы, утмы?
Ҡылысмы, ҡамсымы?
Уйлағыҙ, һайлағыҙ,
Уйындан ҡалмағыҙ, – тип һамаҡлап ебәргән теге ҡарт. Үҙе устарын ыуып, торған ерендә орсоҡ кеүек әйләнеп китеп көлә, ти.
– Ниндәй уйын? – тип һораған Ҡобаҡай аптырап, бер ҡатлы ғына.
– Минең тәңкәләрем, алтын, көмөш, баҡыр тәңкәләрем бына ошо өй эсендә кемдеңдер йылы кеҫәһендә ята. Улар ят кешенең йылы тәненә тейеп торғанда ғына мине саҡыралар. Минең рөхсәтемдән тыш уларҙы кем алды? Әллә белмәйем, тимәксеһеңме? Алған һәр нәмәнең хаҡын түләр кәрәк.
Теге ҡарт ҡапыл көлөүенән туҡтап, ҙур, дәү ҡап-ҡара шайтанға әүерелгән. Ҡобаҡай уның бер ботондай ғына булып ҡалған. Шайтан асыулы күҙҙәрен ялтыратып, емтек еҫе сығып торған һаҫыҡ ауыҙын уның ҡолағына яҡын уҡ килтереп, хәтәр итеп ыҫылдаған:
– Минең бер баҡыр, бер көмөш, бер алтын тәңкәм һеҙҙең өйҙә ята, кемегеҙ урлап алып китте, шул минең менән иртәгә алышҡа сыҡһын. Алыш һәр тәңкә өсөн берәр көн барасаҡ. Баҡыр тәңкә өсөн – баҡыр тәңкәле ҡайын төбөндә, көмөш тәңкә өсөн – көмөш, алтын тәңкә өсөн алтын тәңкәле ҡайын янында буласаҡ. Иртәгә ҡояш ер өҫтөн тәүге нурҙары менән яҡтыртыуға баҡыр тәңкәле ҡайын төбөндә көтәм бурҙы. Ха-ха-ха, хи-хи-хи, – тип шар­ҡылдап, нисек ер аҫтынан көтмәгәндә пәй­ҙә булһа, шундай тиҙлектә, бөтөн урманды һелкетеп, ерҙе тетрәтеп, күккә күтәрелеп юҡ булған, ти, теге. «Әгәр шул уйынға килешмәһәгеҙ, килмәһәгеҙ, алыш­һыҙ ғына барығыҙҙы ла ҡырып сығасаҡмын», – тигән тауышы оҙаҡ яңғырап торған.
Тышта булған ғау­ғаға уянған Солтан менән Сулпан да тәҙрәнән күҙәтеп тороп ҡалған. Бөтәһен дә ишеткәндәр. 
Тәңкәләрҙең хужаһы китеп, тирә-яҡ тынысланмайынса бер кем дә урынынан ҡуҙғала алмай тор­ған, ти. Тәү башлап Сулпан сәбәләнеп киткән. Ул ни эшләргә белмәгән. Шундай ҙур хата яһаны бит. Уйнар өсөн генә алынған тәңкәләрҙең үҙенең дә, яҡындарының да ғүмерен ҡыл өҫтөндә ҡалдырыуына ышана алмаған.
Ҡобаҡай Солтан менән Сулпанды саҡырып сығарған да:
– Йә, кем эше был? Мин һеҙҙе күпме тыя килдем, һөҙөмтәһе ошомо инде? – тип һораған.
– Был мин ул, мин. Берәр генә тәңкәне алыуымды һиҙеүсе булмаҫ әле, тип уйланым, – тип үкһеп ебәргән Сулпан. Ғәйебе өсөн ергә тубыҡланып ғәфү үтенгән.
– Һин беҙҙең алда ғәфү үтенеү менән эш бөтмәй шул, балам, тәңкәләрҙең хужаһы бурлыҡтың хаҡын ҡайтарырға алыш­ҡа саҡыра. Бала саҡта өләсәйемдән ишеткәнем бар ине ул хаҡта, бик мәкерле, хәйләкәр, ҡанһыҙ ҡарт ул. Имен ҡотолоуы икеле унан, – тип тәрән уйға ҡалған Ҡобаҡай.
– Үҙем барам алышҡа. Арағыҙҙа мин  ир затынан! Һеҙҙе һаҡларға бурыслымын, – тигән Солтан.
– Юҡ-юҡ, барыһына ла мин ғәйепле. Мин генә һеҙҙе шундай ауырлыҡтар алдына ҡуйҙым. Үҙем күтәрәм барыһын да, минең өсөн һеҙ ғазапланырға тейеш түгел, – тип Сулпан өҙгөләнгән.
– Туҡтағыҙ, балалар! Туҡтатығыҙ был уйҙарығыҙҙы. Бурыс үтәү, ғәйеп таныу – былар барыһы ла яҡшы.Әлеге ваҡытта аҡыллыраҡ эш итергә кәрәк. Ғаилә бул­ғас, унда шундай ҡанун бар икәнен онотмағыҙ: шатлыҡ та, ҡайғы ла уртаҡ ул, берәү – барыһы өсөн, барыһы – берәү өсөн. Берәүебеҙ ҡылған ғәйеп өсөн бөтәбеҙ ҙә яуап бирәбеҙ. Берҙәм булһағыҙ, еңелмәҫһегеҙ, йәшәүе лә күңеллерәк булыр. Ә беҙҙең дошман бик хәйләкәр ҙә, мәкерле лә, ҡомһоҙ ҙа, ҡанһыҙ ҙа, – тип Ҡобаҡай үҙенең тәжрибәлерәк икәнен Солтан менән Сулпанға ҡат-ҡат аңлата. Гөлйыһан әбейҙең йәне бит, Хоҙай Тәғәлә тарафынан ергә кире ҡайтарылыуы, балаларын янаған ҡазанан араларға тейеш. Бына уның үҙенә тәғәйенләнгән бурысын үтәү мәле килеп тә еткән. 
Хоҙайҙың биргән әмерен  иҫкә алыу ҙа уға хәтһеҙ көс өҫтәгән. Иң көсһөҙ әсәй ҙә балаларына үлем көҫәгән йырт­ҡысҡа тәүҙә үҙе ташланыр ине, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн үҙен ҡорбан итер ине, тип тыныс ҡына ҡарар ҡабул иткән.
– Әйҙәгеҙ, буш һүҙҙәр менән ваҡытты үткәрмәйек. Миңә алышҡа әҙерләнергә ярҙам итегеҙ әле. Солтан, бар ике бысаҡ эшләп, ике мөгөҙөмдөң осона беркет, ныҡ итеп үткерлә, осло ғына булһындар.  Ә һин, Сулпан, ҡойроғомдоң осона ҡуша ҡамсы үр ҙә иң осона өсмөйөшлө үткер генә таш табып бәйлә. Тояҡтарымды ла ҡайраҡ менән үткерләгеҙ, – тип Ҡобаҡай ҡыйыу ғына алышҡа әҙерләнә башлаған.
– Тимәк, Хоҙай аңғартҡан бәлә ошолор инде. Ҡурҡмағыҙ, балаларым, беҙ еңергә тейеш икәнлекте һис кенә лә онотмағыҙ. Миңә, үҙегеҙгә, берҙәмлеккә ышанығыҙ. Һеҙ – ҡолонсаҡтарым – һау-сәләмәт булһағыҙ, минән талап ителгәндең барыһын да үтәрмен, теләһә ниндәй алышта ла еңеп сығырға, һеҙҙең өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙермен, – тигән ул.
Таң һыҙылыуға Ҡобаҡайҙы хәлдәренән килгәнсе көрәшкә әҙерләп, шау сәскәле аҡлан уртаһындағы баҡыр тәңкәле ҡайын төбөнә килеп еткән, ти, былар.
– Ә-ә, килдегеҙме ни? Бик хуш, – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһалар, ҡайындың олоно буйлап бармаҡ башындай үрмәксе төшөп килгәнен күрәләр.
– Ниңә өсөгөҙ ҙә килдегеҙ? Мин бит тәңкәләрҙе урлаған кеше менән генә алышам.
Солтан менән Сулпан юғалып ҡалған. Сулпан нимәлер әйтер өсөн ауыҙ асып ынтылған ваҡытта Ҡобаҡай алға сығып, уны бүлдерә:
– Беҙ – бер тамыр. Бер ғаилә,
Ғаиләмә мин – ҡәлғә.
Бала хаҡы тәңкә түгел,
Йәнем дә йәлке түгел, – тип һамаҡлай.
– Һыйырҙан да әҙәм балалары тыуа икән, – тип хихылдап көлөп ебәрә үрмәксе, үҙе көлгән һайын ҙурая бара икән. Тауышы ла, күҙҙәре лә уҫалайғандан-уҫалая, ти. Кәүҙәһе ҙурайғандан-ҙурайып, дөйәләй булған да ҡуйған. Шул арала үҫеп ултырған ҡайындың баҡыр тәңкәләре лә үрмәкселәргә әүерелә башлаған. Әллә нисә мең ҡурҡыныс бөжәк күҙ асып йомғансы ғына хәтһеҙ ау үреп өлгөргән. Теге дөйәләйе һанһыҙ аяҡ-ҡулдары менән Ҡобаҡайҙы йомарлап, ауға төргәс, уны ҡайын башына мендереп аҫып та ҡуйғандар. Солтан менән Сулпан бер-береһенә ҡарап аптырашып ҡалған. Әллә Ҡобаҡайға бер-бер хәл булдымы, тип хәүефләнгәндәр. Бер ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәнесе?
– Ах! Нишләнем мин? Өс тәңкәнең хаҡы өсөбөҙҙөң ғүмер хаҡына төшөр микән ни? Харап ҡына иттем бит барыһын да, – тип устары менән йөҙөн ҡаплаған ҡурҡышынан Сулпан.
– Эх, бая үҙем генә сыҡманым, – тип әсенгән Солтан. Ҡайын яғына бер-ике аҙым яһауы була, меңәрләгән үрмәксе уның яғына боролоп, уҫал ажғырып, әсе һаҫыҡ ел сығара. Был дауыл Солтанды хатта аяҡтан йыҡҡан, ти. Шулай итеп, уның менән Сулпан бер ни ҙә ҡыла алмаған.

Теге меңәрләгән ваҡ үрмәксе тағы ла һаҫыҡ ел сығара икән. Баяғы дөйәләйе һеләүһен дәүмәлле булып, уның тиҙлеге менән ҡайынға «һә» тигәнсе менеп тә киткән. 
Шул мәл Ҡобаҡай тауыш биргән:
– Хәүефләнмәгеҙ, балалар, барыһы ла яҡшы булыр!
Үрмәксе ауға уралып хәрәкәтһеҙ ҡал­ған Ҡобаҡайға йүнәлгән, уны ағыуын сәсеп үлтерергә ашыҡҡан. Һыйырҡай бер ҙә сәбәләнеп туламаған, шуны ғына көтөп торғанмы ни, бар көсөн туплап, үҙенә яҡынлашҡан дошманын ҡаршы алырға әҙерләнгән. Үрмәксе яҡынлаш­ҡан яҡтан тояҡтары менән саҡ ҡына ауҙы йыртҡан да һиҙҙермәй генә бысаҡлы мөгөҙҙәрен шул яҡҡа йүнәлткән, ти. Дошманы тамам яҡынлашып, мыйыҡтары менән ҡорбанының хәлһеҙ, хәүефһеҙ икәнлеген ентекләп тикшереп алған. Ҡобаҡай тын да сығармаҫҡа тырышып, һаҡ бул­ған. Бер нисек тә үрмәксенең ағыулы ҡаяуын үҙенә ҡаҙалтырға ярамағанлығын яҡшы аңлаған ул. Инде сағам, тигәндә генә Ҡобаҡай үткер тояҡтары менән үрмәксенең ҡая­уын өҙә типкән, бысаҡлы мөгөҙҙәре менән башын өҙөп ташлаған.
Көтөлмәгән хәлдән барыһы ла албырғап ҡалған. Меңәрләгән ваҡ үрмәксе урындарында ҡатып ҡалғас, Солтан менән Сулпандың йөҙҙәре яҡтырып киткән. Алыш барышында Ҡобаҡай сырмалып торған ау ҙа бүҫелеп киткән. Ул ергә тәкмәсләгән. Ә теге ваҡ үрмәкселәр иһә ҡур­ҡыштарынан ҡалтырана-ҡалтырана кире баҡыр тәңкәләргә әйләнгән, сылтыр-сылтыр сыңлап, ҡайындың ботаҡтарына эленеп бөткәндәр, ти. 
Ҡобаҡай ҡолаған еренән һикереп тор­ған да ҡаты ғына һелкенеп тиреһенә йәбешеп бөткән үрмәксе ауҙарын төшөргән һәм балалар яғына әйләнеп ҡараған. Солтан менән Сулпан йүгереп килеп, уны муйынынан ҡосаҡлап алған. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмайҙар, ти. Ҡобаҡайҙы тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡарайҙар, һөйәләр, яраталар. Көндәр ҙә ҡайһылай матурайып китте һуң әле, тип балалар­ҙың иғтибарын икенсегә йүнәлтергә ашыҡҡан Ҡобаҡай. Баҡтиһәң, ысынлап та, баяғы уҫал елдәр ҙә тынған, болоттар ҙа тарал­ған, бар тирә-яҡ һиллеккә күмелгән. Әле генә бына ошо ерҙә үлемесле алыш та булмаған, тиерһең. Ҡып-ҡыҙыл шау сәскәле аҡлан уртаһында баҡыр тәңкәле оло ғына ҡайын, Солтан менән Сулпан тәү күргәндәге кеүек, сың-сың тәңкәләрен ҡояшҡа ялтыратып ултырыуын белгән.
Шулай итеп, беренсе алыш уңышлы үткән, улар ҡыуанышып ҡайтырға ҡуҙғалған, ә ҡайын, тәңкәләрен сыңлатып, киләһе ҡорбанын көтөп ултырып ҡалған.
Өйҙәренә ҡайтып, рәхәтләнеп тамаҡ ялғап, ял итеп ятҡанда Ҡобаҡайҙың ҡолағы төбөндә генә шыбырлаған тауыш ишетелә:
– Һин иртә ҡыуанаһың түгелме? Ике көндән ҡайҙа килереңде онотма. Ана шунда мин һинең йәнеңде алырмын, белдеңме, хи-хи-хи. Миңә ҡыҙың кәрәк. Үҙемә шундай шәп алмаш итеп үҫтерермен, хи-хи, – тип сабый тауышы менән сырҡылдап көлә икән теге ен-пәрей. Ҡобаҡай тороп тирә-яғын ҡарай, бер кем дә юҡ, ти. Уның эҙләнгәнен күреп, Солтан:
– Ни эҙләйһең ул? Нимә булды? – тип һораған.
– Һеҙ бер ни ҙә ишетмәнегеҙме ни? – тигән Ҡобаҡай.
– Юҡсы. Ә нимә ишетелә һуң?
– Ә-әй, юҡ та. Миңә бесәй балаһы мыяулаған һымаҡ тойолдосо, – тигән булып, балаларҙың кәйефен боҙғоһо килмәгән Ҡобаҡайҙың. Ваҡыты еткәс, белерҙәр әле, тип уйлаған ул. Ә ен-пәрей шундай һармаҡ булып сыҡҡан, һис тыныслыҡ бирмәгән, ти, Ҡобаҡай­ға. Ике көн буйы ҡолаҡ итен ашаған, мейеһен сәйнәгән.
Өсөнсө көн иртәнсәк иртә менән Ҡобаҡай, Солтан менән Сулпанды уятып, юлға сыҡҡандар.
– Бөгөн алыш булырын ҡайҙан беләһең һуң һин? Уны теге көн дөмөктөр­ҙөң дә инде, – тип тәтелдәгән Сулпан.
– Ә ниңә беҙ был юлы теге мәлдәге кеүек әҙерләнмәнек һуң? Бәлки, хәҙер ул беҙҙе көтмәйҙер ҙә, – тип икеләнеүен белдергән Солтан.
– Ул миңә килеп әйтеп китте. Алыш булыр көндө пәрей үҙе тәғәйенләне. Барыһы ла яҡшы булыр, һәр хәлдә, шуға ышанырға кәрәк. Бергә булһаҡ, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ, тик һеҙ генә янымда булығыҙ. Аптырамағыҙ, мин хәлемсә әҙерләндем, бына тимер септә табып алдым, һыртыма, түшемә шуны ябып алырмын, – тип Ҡобаҡай балаларҙы тынысландырырға тырышҡан. «Был юлы ул мөртәт мәкерлерәк ҡыланыр инде», – тип эстән генә уйлап алған үҙе.
Шулай, хәбәргә әүрәп, көмөш тәңкәле ҡайын төбөнә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Ҡуйы ҡарағай урманы янындағы яңғыҙ һылыу ҡайындың көмөш тәңкәләре әллә ҡайҙан моңло сың сығарып, тирә-йүнде үҙенә йәлеп итеп тора икән.
Күп тә көттөрмәй, ағас артынан сырҡ-сырҡ көлөп өс-дүрт йәштәр самаһындағы туп-тумалаҡ ҡына бер бала килеп сыҡҡан да:
– Һағындым һине, ал мине, – тип ҡулын һуҙып Сулпанға етеп килә, ти.
«Ах, бына кем икән ике көн буйы минең ҡолаҡ итен ашаған нәмә», – тип уйлап алған да Ҡобаҡай:
– И-и-и, бәпәйем, һағындың дамы ни? Хәлдәрең нисек, арыу ғына тор­ҙоңмо? – тигән булып, Сулпандың юлын быуып өлгөргән. Сабыйҙы хәбәргә әүрәткән арала тиҙ генә септәһен яптырып алған Солтандан. Был баланың күҙҙәренән осҡондар балҡып тора икән. Ҡобаҡай Солтан менән Сулпанға сабыйҙың күҙенә ҡарамаҫҡа ҡушҡан. Әгәр шулай итһәң, арбап-сихырлап, донъяңды оноттороп, үҙе ни теләй, шуны эшләтә икән кешенән. Ҡобаҡай үҙе лә уның күҙҙәренә ҡарамаҫҡа ты­рыш­ҡан. Тик һөйләшеүен дауам иткән, эстән һарыуы ҡайнаһа ла, тыныслығын юғалтмаған. Ҡобаҡай килеп еткәс, бала уның муйынын һыйпаған булып, септәне сисергә ма­таш­ҡан. Ул баланы яҡын килтертмәгән, мороно менән этеп кенә ебәргән, шул уҡ ваҡытта, форсаттан файҙаланып, тибеп тә осор­ған. Ен-пәрей үҙенең йәлләткес хәлен фай­ҙаланып, Ҡо­ба­ҡайҙы еңел генә еңә алмағас, сығырынан сыҡҡан.
– Маңҡа, еңел еңеүҙе кәрәк һана­май­һыңмы? – тип уҫалланып аҡырып ебәргән ул. Үҙе ҡулдарын юғарыға һоноп, тор­ған урынында бәүелә башлаған. Ҡолас етмәҫ йыуан, хәтәр оҙон йыланға әйләнгән дә ҡуй­ған. 
Көслө алыш башланған: йылан ҡойроғо менән Ҡобаҡайҙы йыға һуғып, һыртынан сағырға итә икән. Тик килеп сыҡмай. Ул үткер тояҡтары, бысаҡлы мөгөҙҙәре менән йыланға ҡаршылыҡ күрһәтә. Берәү ҙә бирешергә теләмәй. Ныҡ арый үҙҙәре. Бына бер мәл тырыша торғас, Ҡобаҡай йыландың башына ҡойроғоноң осондағы ташы менән ҡундырып ебәргән. Дошманы саҡ ҡына иҫәңгерәп киткән арала мөгөҙөндәге бысағы менән уның башын өҙөп ырғыт­ҡан. Йылан йомарланып, тулап-тулап барып ятҡан, ти. Бер аҙға тыныслыҡ урынлашҡан.

Йөрәктәрен устарына ҡыҫып, ни булырын күҙәтеп торған Солтан менән Сулпан йәнләнеп киткән. Балалар ҙа, Ҡобаҡай ҙа алыштың тамаланыуына ышанып, бер-береһенә ҡаршы атлаған. Ләкин бер нисә аҙым яһауҙары була,  ҡайын яғынан көслө ыңғырашыу ишетелә. Әйләнеп ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, ти, теге йыландың кәүҙәһе һыҙғырған тауыш сығара икән. Шул саҡта ҡайындың көмөш тәңкәләре ваҡ ҡына меңәрләгән ялтыр-йолтор йылан­ға әйләнгән дә ағастан тиҙ генә шыуып төшкән. Ҙур йыландың өҙөлгән башын кәүҙәһе яғына һөйрәтеп алып баралар, ти. Ҡобаҡай эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡала. Ул йыландың башын иҙгеләп ташларға уйлай, ләкин өлгөрмәй шул. Аждаһа элекке хәленә ҡайтып һөжүмгә әҙерләнә. Был юлы ҙур йыландың асыуы хәтәр! Кәүҙәһенең ярты өлөшөнә тиклем турайып, башын тәпке башы һымаҡ кәксәйтеп, Ҡобаҡайға ҡарап тора, ти. Уның тирә-яғы тулы мыж­ғып торған ваҡ йыландар икән. Ҡобаҡайҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткән. Тағы ла шуны аңғарып ҡала ул: был ытырғаныс ваҡ йыландар бер тирәлә өйөлөшә, ти, таралышып китә алмайҙар. Ҙур йылан бик уҫал ыҫылдап, башын сай­ҡай-сайҡай Ҡобаҡайға ташланырға ынтыла, ләкин бер сикте сыға алмай. Шулай, тағы ла артҡа сигенеңкерәп килеп, бер ынтылғанда ваҡ йыландарҙың бер нисәһен үҙе менән эләктереп алып китә. Улары өйөлөшөп торған ерҙәренән саҡ ҡына айырылып китһәләр, һуҙылышып ята ла үләләр, ти. Ята торғас, төрлө төҫтәге ептәргә әйләнә лә ҡуялар икән. Ҡобаҡай теге яҡтан, был яҡтан яҡынлап ҡарай, күҙәтә торғас, аңлап ала: баҡтиһәң, был ыбыр-сыбыр­ҙар ҡайындың күләгәһе аҫтында ғына йәшәй ала, ҙур йылан һымаҡ бөтә ерҙә лә йөрөй алмай икән. Шуның өсөн дә Ҡобаҡайҙы ҡайындың күләгәһенә индерергә тырыша, ти, былар. Ҙур йылан да уны төрлөсә алымдар менән үҙенә яҡынлатмаҡсы итә. Ул сағында билдәле инде, Ҡобаҡайҙан бер ни ҙә тороп ҡалмаясаҡ. Шуға ла ул хәйлә менән алдырмаҡ була. Үҙенең бөтөнләй хәл­һеҙ­­ләнгәнен күр­һәтергә тырышып, сай­ҡала-сайҡала яйлап ҡына йыландар­ға яҡынлаша. Шуны көтөп кенә торған ҙур йылан, өйкөмөнән айырылып сығып, Ҡобаҡайға ташлана. Һыйырҙың уйлан­ған хәйләһе килеп сыға. Йылан тештәрен Ҡобаҡай­ҙың һыртына ҡаҙарға итә, ләкин тимер септәгә эләгә. Шуны ғына көткәйне бит. Ул йәһәт кенә септәне үҙенән сисеп, йыландың башына ураған. Тегеһе бар асыуына тулай, башын сайҡатып, ҡотолор әмәл эҙләй, ти. Тик тапмай. Ҡобаҡай уның башын септә менән уралған еренән генә өҙөп ырғытҡан. Был юлы ул йыландың башын ҡайындың күләгәһенән алыҫҡараҡ типкеләп алып киткән дә шунда үткер тояҡтары менән иҙгеләй башлаған. Дошманы йәш кенә сабый тауышы сығарып, үкһеп-үкһеп илай, ти.
– Әләй-әләй!!! Үлтермә-ә-ә! – тип сыйылдап ҡысҡырған. Башһыҙ кәүҙәһе нисектер ҡайындың күләгәһе аҫтына шыуып барып ятҡан да, томанға әүерелеп, ағас олонона инеп юҡ булған.
Ҡобаҡай иҙгеләп ташлаған йыландың башы ла юҡҡа сыҡҡан, ҡоро септә генә ятып ҡалған, ти. Теге ваҡ-ваҡ ҡыналары ла ҡалтыраша-ҡалтыраша көмөш тәңкәләргә әйләнеп, ҡайындың ботаҡтарына эленеп бөткәндәр. Ҡара тупрағы әйләнеп ятҡан ерҙе лә үлән баҫҡан, әйтер­һең, был урында бер ниндәй ҙә үлемесле алыш булмаған. Шундай матур һиллек урынлашҡан, ти.
Ҡобаҡай Солтан менән Сулпан яғына атлауы була, хәле бөтөп ергә ауа. Ваҡ йыландарҙың ағыуы эҙһеҙ ҡалмай. 
– Мине нисек тә эңер төшмәҫ элек алып ҡайтып өлгөрөгөҙ, юғиһә, ҡараңғыла теге йыландар... – тип кенә әйтеп өлгөрә лә иҫен юғалта. Ауыҙынан, танауынан ап-аҡ булып күперектәр аға, ти. Беленер-беленмәҫ кенә тын ала. Солтан менән Сулпан илаша-илаша йәш сауҡаларҙан һөйрәтке эшләп, Ҡобаҡайҙы шунда һалып алып киткәндәр. Көстәре етмәй ыҙалағандар, ти, бисаралар. Шулай ҙа эңер төшмәҫ борон ҡайтып еткәндәр. Баҫып торорлоҡ та хәлдәре ҡалмаған. Ҡобаҡайҙы икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап, лапаҫ аҫтында таң аттырғандар.

Өс көн иҫенә килмәгән ул. Солтан менән Сулпан бер минутҡа ла янынан китмәгән. Алмаш-тилмәш ауыҙына һыу тамыҙып, яраларына май һөртөп торғандар. Ҡобаҡай күҙгә күренеп һурыҡҡан, йыландарҙан сағыл­ған елене таш һымаҡ шешкән, ти. Һөйләшеү һәләтен юғалтҡан үҙе. Солтан андыҙ тамыры табып алып ҡайтып, төнәтмәләр эшләп эсергән. Ныҡ ярҙам иткән, ҡутырлаған яралары ҡубып төшкән, тиреһе сереп ҡойолған елене бөтөнләй ҡороған. Ҡобаҡай яйлап ҡына хәрәкәт итә башлаған. Ниңәлер үҙен бөтмәҫ бушлыҡ эсендә кеүек хис иткән, нимәлер етешмәй икән. Кәүҙәһенеңме, йөрәгенеңме, күңеленеңме яртыһы әллә ҡайҙа ятып ҡалған һымаҡ, ти. Ал-ял белмәй илаған бала тауышы берсә баҫылып китә, берсә үҙәкте өҙөп ярһыған. Был теге ен-пәрейҙең йәне икәнде аныҡ ҡына иҫләй, әммә бик күп нәмәләргә төшөнөп етмәй аҙап­ланған.
Етенсе көн генә аяғына баҫҡан Ҡобаҡай. Солтан менән Сулпан төрлө дауалары менән уны йөрөр хәлгә килтергән. Унынсы көн тигәндә Сулпан һыйырҙы туғайға үлән утларға төшөрә. Тик үлән ашамай икән, ян-яғына ҡаранып, тәбиғәтте күҙәтеп тик тор­ған. Сулпан үҙен иркәләп:
– Аша, Ҡобаҡай, аша. Иртәнге ысыҡлы үлән шифалы ул. Ысыҡ кипмәҫ элек ашап ҡал, – тип муйынынан һыйпаған.
«Мин ниңә үлән ашарға тейеш икән? Ә ниңә Ҡобаҡай? Ҡобаҡай, Ҡобаҡай.... Ах! Ысынлап та, минең Ҡобаҡай тигән ҡоба-ала ғына һыйырым бар ине ләһә. Һуңғы ваҡыт улар икәү гел бергә инеләр түгелме һуң? Бергә булдылар шул. Нисек әле ул? Эйе, ҡайын.... йылан.... Ә Ҡобаҡай ҡайҙа?» Ул буталсыҡ уйҙарынан йәһәтерәк ҡотолмаҡ булып, ҡапыл Сулпанға әйләнеп ҡараған да:
– Ҡобаҡай ҡайҙа? – тип ҡысҡырып ебәргән, ти. Был уның йыландан сағылып, иҫен юйғандан һуң әйтелгән беренсе һүҙе икән. Сулпан терт итеп ҡалһа ла, асыуланмаған, киреһенсә, шатлығы эсенә һыймай ҡысҡырып көлөп ебәргән. 
– Бына тора Ҡобаҡай. Бына ул, – тип Сулпан һыйырының ике мөгөҙөнән тотоп, маңлайын маңлайына терәп, уның күҙҙәренә ҡараған.
– Сулпаным! Балаҡайым! – тип Гөл-йыһан әбейҙең танһыҡ тауышы яңғыраған. Ул ҡыҙын кешеләрсә күкрәгенә ҡыҫып һөйгөһө килгән. Ошо ерҙә ул барыһын да иҫенә төшөрә һәм аңлай: йылан ағыуынан күп тә үтмәй, Ҡобаҡайының йәне һурылып сығып китте бит.
– Бына нимәм юҡ икән? Ҡасандан бирле аҡылымды йыя алмайым, балам. Мин кемде, нимәне юғалттым,тип баш ватам. Иҫемә төштө барыһы ла. Хәҙер Ҡобаҡай­ҙың тәнендә тик минең генә йәнем ҡалды. Йыландарҙың зәһәрле ағыуы уның йәнен ҡыйҙы бит.
– Солтан ағай, кил әле бында, – Сулпан ағаһын саҡырып алған. Уның ашыҡ-бошоҡ йүгерә һалып килеп еткәнен Ҡобаҡай, тәү күргәндәй, һоҡланып ҡаршы алған.
– Солтаным! Солтаным, минең үҫкәнем! – тип Ҡобаҡай Солтандың иңенә башын һалған.
Әсәһенең яғымлы тауышы балаларҙы бигерәк ныҡ тулҡынландырған. Улар өсәүләп бер ҡәүем ҡосаҡлашып торған, ти.
– Балалар, беҙ хәҙер өсәү генә ҡалдыҡ, – тип Гөлйыһан Ҡобаҡайҙың йәне уларҙы ташлап китеүе, алда тағы бер алыш барлығы хаҡында тыныс ҡына һәм шул уҡ ваҡытта бик етди генә һөйләп алған. – Рәхмәт, Солтаным, Сулпаным! Аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Бына шулай берҙәмлектә – көс, шуны онотмағыҙ. Был минән һеҙгә васыят булыр.
– Әсәй! – Сулпан үҙе лә һиҙмәҫтән, шулай тип әйтеп ебәргән дә тынып ҡал­ған.
– Шулай тиегеҙ. Ә ниңә, әсәй, тимәҫкә? Аллаға шөкөр, минең күкрәк һөтөмдө имеп үҫтегеҙ, имсәк ташлағас, Ҡобаҡай­ҙың һөтө ғүмерегеҙгә – бәрәкәт, тәнегеҙгә шифа бирҙе. Һеҙҙең өсөн ул үҙенең тәнендә минең йәнемә лә урын тапты. Әле бына йәне һәләк булһа ла, тәне беҙҙең менән бергә, – тип балаларҙы иркәләгән,ти.
– Әсәй! – Сулпан өҙөлгән һүҙен дауам иткән, – бәлки, теге тәңкәләрҙең эйәһе башҡа көрәшкә килмәҫ, дөмөкмәнеме икән ни йәне?
– Юҡ, балам. Мин иҫ ала башлағандан бирле ҡолаҡ төбөндә шыңшып, илап йөҙәтә. Башта аңламай аптыраным. Ул да ныҡ ҡына йәрәхәтләнде бит, илай. Әле көнөн әйтеп һөйләшерлек, алышҡа сығырлыҡ түгелдер. Мин дә үҙемде әллә ни яҡшы тоймайым. Ҡобаҡайҙың йәне булмағас, ни эшләргә белмәнем. Ул әле үҙе ни эшләргә теләй, шуны эшләй ҙә йөрөй торғайны. Бына хәҙер һеҙҙе ҡосаҡлап һөйгөм килә, ике аяҡта йөрөгөм, тәмле итеп һеҙгә сәйҙәр яһап эсергем килә. Ҡобаҡайҙың йәне һау саҡта бер ҙә улай түгел ине һымаҡ. Уның эшләгәндәрен күҙәтеп йөрөй торғайным, шуға риза инем.
– Аңлайбыҙ, әсәй, хафаланма, зинһар! Әйҙә тәмле итеп сәйҙәр ҡайнатабыҙ, икмәген дә, бутҡаһын да табырбыҙ. Һиңә лә, беҙгә лә тәмле булһын, ана, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ табып ашайыҡ. Һиңә һауығыр­ға кәрәк бит, – тип Солтан, бөтөнләй оло кешеләр һымаҡ, хәстәрлекле генә һөйләшеп алып киткән,ти. Хас та атаһы, тип ҡарап, һоҡланып торған Гөлйыһандың йәне. Улар шулай Солтан әйткәнсә эшләгәндәр ҙә, ти. Бигерәк күңелле итеп ял иткәндәр: болондар буйлап сабышып шаярғандар, бәләкәй саҡтарын, үҙҙәренең өйөндә бер ҡайғыһыҙ бәхетле йәшәгән мәлдәрен иҫләп рәхәтләнгәндәр. Көндөң матурлығы, ҡоштар һайрауы, күбәләктәр осоуы, тауҙар ҡуйынынан сыҡҡан шишмә һыуының тәмлелеге, сылтырап аҡҡан тауышының ҡолаҡтарҙы иркәләүе уларҙың бәләкәй байрамына йәм генә өҫтәгән. Гөлйыһан үҙен шундай бәхетле тойған. Тик көс кенәһе самалы бул­ған, тиҙ арыған. Бер яҡтан, теге илаҡ бала тауышы мейеһен сатнат­һа, икенсе яҡтан, яңғыҙ ҡалған йәне һыйыр тәненә өйрәнә алмай аҙаплана,ти.
Кис улар өйҙәренә ҡайтып ял итергә ятҡан. Солтан менән Сулпан бер ни белмәй йоҡлап киткән. Бер ни тиклем ваҡыт­ҡа бала тауышы тынып ҡалғас, Гөлйыһан да күҙен йомған. Матур итеп төштәр күреп кенә йоҡлап ятҡанда сысҡан ҡыштырлаған тауышҡа уянып китә. Тәүҙә ул өй мөйөшөн тырнаған, унан лапаҫ башы ябылған йоҡа трансаларҙы дығырлата башлаған. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә икән, Гөлйыһан бының сысҡан түгеллегенә шундуҡ төшөнгән һәм күпме генә йөрәге дарҫлап типһә лә, дошманының балаларын уятмауын теләп, (бер юлы тегенең ниндәй ҡиәфәттә икәнен күрер өсөн) ҡаршы сыҡҡан. Ҡобаҡайҙың шәүләһе күренеүе була, лапаҫ башында йөрөгән шайтан, оҙон ҡойроғон һөйрәлтеп, йәлп итеп килеп тә төшә. Бынан алда ҡыланғанса шарҡылдап та, хихылдап та көлмәй,ти, бер ҡәүем Ҡобаҡайҙың күҙҙәренә тексәйеп ҡарап торған. Әллә сихырларға, әллә арбарға теләгәндер инде, ләкин бер нәмә лә эшләй алмаған. Сөнки Ҡобаҡай үҙенең көсөнә шундай ышанған була, унда бер остоҡ та ҡурҡыу әҫәре булмаған. Зәһәр ҡараштары менән шайтандың үҙен тереләй йоторҙай итеп ҡараған, хатта теге мөртәт ни эшләрен белмәй юғалып ҡал­ған. Тора торғас, ниһайәт, һүҙгә килгән. Ҡәҙимге әҙәмдәрсә һөйләшә, ти, был:
– Хәлдәр нисек, тип һорап тороу кәрәкмәҫ, күреп тороуымса, хәлең әллә ни шәптән түгел. Минең тәҡдимем бар, шуға риза бул­һаң, алышһыҙ ҡотолорһоң. Йә, ризамы?
– Ниндәй тәҡдим бит әле, тыңлап ҡарайыҡ, булмаһа, – тип яуап биргән Гөлйыһан.
– Тәңкәләрҙе бит һин алманың, кем алған, шуны миңә бир­һәң, барығыҙ ҙа һау ҡалыр. Ҡыҙыңды бир, байлыҡта йөҙөп кенә йәшәр. Бик ҡартайҙым хәҙер, үҙемә алмаш та кәрәк.
– Юҡ!!! Һәм юҡ!!! Һиңә лә минең кем икәнлегемде белеү фарыздыр хәҙер. Һинең алдыңда ошо өйҙә йоҡлап ятҡан балаларҙың үлгән әсәләренең йәне тора. Хоҙай Тәғәлә ҡушыуы менән минең йәнем ергә кире ҡайтарылды. Ул тиккә генә түгел, бына һинең кеүек хәйләле, ҡанһыҙ, мәкерле ҡара көстәрҙән гонаһһыҙ бер ҡатлы балаларымды һаҡлап ҡалыр өсөн. Уларҙы аҡыллы, ғәҙел, көслө итеп үҫтереп өлгөрә алмаһам да, кескәй генә күңелдәренә изгелек орлоғо сәсеп китеү миңә йөкмәтелгән. Минең балаларымдың зирәклеге, халҡымдың ер-һыуын, тәбиғәтен һаҡлауға, ярҙамға мохтаж бул­ған әҙәмдәрҙең тормошон еңеләйтеүгә, изгелек ҡылыуға сарыф ителһен өсөн батыр йөрәкле ышаныслы кешеләр итеп тәрбиәләү – минең бурыс. Уларҙың да киләһе быуын алдында бурысы шул. Һинең менән минең уртаҡ малым да, уйым да юҡ. Минең хәлде һорашҡан булаһың, үҙеңдеке лә шәптән түгел. Әллә ҡурҡа ла башланың инде? Мин һине дөмөктөрмәй тороп, был ерҙәрҙән китәһем юҡ!
– Ярай-ярай, әйҙә, һин әйткәнсә бул­һын, әләйһәң. Иртәгә иртүк алтын тәңкәле ҡайын төбөндә көтәм. Алтын хаҡы баҡыр менән көмөштөкө кеүек кенә булмаҫ, – тип шайтан уйламаған-көтмәгәнсә, һин дә мин риза булып, бик ҡәнәғәт кенә һикерә-төшә китеп юғалған.
– Юха йылан, тағы нимәләр уйлап табырһың икән, – тип Гөлйыһан пәрейҙе оҙатып ҡалған. Ысынлап та, бик мәкерле хәйлә ҡормаҡсы, ти, был хәсис. Шайтан башында ни барын шайтан үҙе генә белә инде.
– Ярай-ярай, һин әйткәнсә булһын, әләйһәң, – тип Гөлйыһан шайтанды үсекләп, уның һуңғы һүҙҙәрен ҡабатлаған. – Туҡта-туҡта, тауышы ла таныш һымаҡ, һүҙҙәре лә. Нимәгә ишара яһаны әле был ләғнәт һуҡҡыры. Тағы ниҙәр ҡыланыр икән? – тип үҙ алдына һөйләнеп алған. Шайтандың кинәйәле һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнә алмай, ҡайтып ятһа ла, йоҡлай алмаған, ти.
Иртән таң беленер-беленмәҫ элек тороп балаларҙы уятҡан. Хәлде һөйләп биргән дә тиҙ-тиҙ генә алышҡа әҙерләнә башлағандар. Юлға сыҡҡас, нимәһендер онотоп ҡалдырған һымаҡ хис иткән Гөл­йыһан. Ҡобаҡайҙы юҡһыныуымдыр был,  тағы теге «әләйһәң» тигән һүҙ ҙә бер ҙә баштан сыҡмай, тип уйланып барған.
Алтын тәңкәле ҡайын Солтандар­ҙың өйөнән алыҫ түгел. Килеп етһәләр, ни күҙҙәре менән күр­һендәр, шул ағастың төбөндә ашъяулыҡтар йәйеп,тирләп-бешеп аталары, Йыһанша ҡарт, сәй эсеп ултыра,ти. Алдында ниндәй генә ризыҡтар юҡ. Үҙе шундай шат, әйтерһең дә, әбейе, балалары менән бер ҡасан да айырылмаған да сәйҙәр ҡайнатып уларҙы көтөп ултырмаһынмы. Гөлйыһан ҡапыл шайтандың кисәге һүҙҙәрен иҫенә төшөргән: «Ярай-ярай, һин әйткәнсә бул­һын, әләй­һәң». Был бит Йыһанша ҡарттың һәр саҡ әбейенә яратып ҡына әйтә торған һүҙҙәре була торғайны бит. «Тимәк, был унда, өйҙә лә булып өлгөргән» тигән уй мейеһен телеп үткән. Ҡобаҡай балаларҙы иҫкәртеп тә өлгөрмәй ҡала, «Йыһанша ҡарт», ултырған еренән тороп, ҡулдарын йәйеп:
– О-оһо-һой! Бына барыбыҙ ҙа теүәлләндек, әйҙәгеҙ, балалар, әйҙә, ҡарсыҡ, рәхәтләнеп сәй эсеп алайыҡ, – тип ҡулдарын һуҙып быларға килә башлаған.
– Юҡ! Юҡ! – тип ҡапыл ҡысҡырып ебәргән Гөлйыһан, үҙен-үҙе аямай. Ул арала бер ни ҙә аңламаған балалар, аталарын күреүгә шундай ҡыуанып, Йыһанша ҡарт­ҡа табан йүгергән,ти.
– Атай! Атай!? Ана, атай беҙҙе эҙләп килгән, – тип Сулпан иң алдан йүгергән. Бер нәмә лә аңлатып өлгөрә алмаған Гөлйыһан, быларҙы ҡыуып етеп, ҡыҙы менән Йыһанша ҡарт ҡосаҡлашабыҙ, тигәндә генә ҡартты әйләндерә һөҙөп ырғытҡан. Теге тәкмәсеп барып төшкән дә:
– А-ай-ай,билемде! О-ой, түшем, ҡабырғаларым!!! Балам, Сулпан, ярҙам ит! – тип йәлләткес тауыш менән ҡысҡырып бәлә һалған, ике ҡулын һуҙып, ҡыҙҙан ярҙам һорап ялбарған.
Сулпан атаһын шундай йәлләгән.
– Теймә атайыма, үлтерәһең бит. Ул бит беҙҙең атай, танымайһыңмы әллә? Шәрғиә әбей уны ла өйҙән ҡыуып сығарып ебәргәндер инде! – тип һаман да теге ҡартҡа ынтыла, ти. Башҡа сара ҡалмағас, Гөлйыһан икәүләп аптырап ҡарап торған балаларҙың икеһен дә мороно менән төртөп ебәргән. Улар тәгәрәп барып төшкән.
– Ул атайығыҙ түгел! – тип кенә әйтеп өлгөрә Гөлйыһан, тәкмәсеп барып ятҡан еренән һикереп килеп торған Йыһанша балаларға ярҙамға ташлана. Ул Сулпанға ҡулын һуҙа, йәнәһе, тартып торғоҙорға итә. Билдәле, уның ҡулын тотоу менән ҡарт булып ҡыланған пәрей, бөтмәҫ зәхмәтен ебәреп, ҡыҙҙы үҙе кеүеккә әйләндерәсәк. Гөлйыһандың асыуы ҡабара. Ул шундай көслө тиҙлек менән ҡойроғондағы осло ташты ҡарттың маңлайына сәпәй. Пәрейҙең һуҙылған ҡулы Сулпанға барып етмәй, үҙе осоп барып ята. Был юлы тәңкәләрҙең хужаһы, Йыһанша ҡарт булып ышандырыр хәле ҡалмағас, шундай ғәрләнә, асыулана. Һикереп тора ла Гөлйыһанға ҡарап үңәсен һоноп, ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып ебәрә. Тегеләй-былай туйтаңлап ҙурайғандан-ҙурая бара, ғарх-ғорх килеп нимәгәлер әүерелә башлай.
Йығылған ерҙәренән торорлоҡ та хәлдәре ҡалмаған балалар ҡурҡышып артҡа шыуыша башлай. Гөлйыһан Солтандың күҙҙәренә ныҡ итеп төбәлеп ҡарай ҙа:
– Солтан улым, бар, һиҙҙермәй генә ҡайын төбөндәге ризыҡ һалынған ашъяулыҡтың аҫтына йәшерелгән атайыңдың ҡылысын ал. Әгәр мин был алышта еңелә ҡалһам, һуштан яҙып йығылһам, һүҙ бир, йәлләп тормай, тиҙ генә килеп минең ҡорһағымды ярырһың! – ти. Ә Солтан ҡурҡышынан тағы ла артҡараҡ шыуышҡан.
– Юҡ-юҡ!!! Юҡ! Улай итә алмайым!
– Һүҙ бир, тиҙ генә, ваҡыт юҡ!
– Нисек? Ниңә кәрәк ул?
– Шулай кәрәк булыр! Шунһыҙ һин Сулпанды ла, үҙеңде лә һаҡлай алмай­һың. Мин дә булыша алмам. Беҙҙе үлтерһә, һеңлеңде үҙе кеүек пәрейгә әйләндерә. Шуны теләйһеңме?
– Юҡ-юҡ! Уны ла теләмәйем, ләкин...
Гөлйыһан Солтандың һүҙен ҡырҡа бүлә.
– Башҡа аңлатып торорға ваҡыт ҡалманы. Мин хәлдән тайғансы һуғышасаҡмын. Тик йәнемде генә дошман алмаһын. Был Ҡобаҡайҙың тәнендә лә йәнем тора алмаҫлыҡ булып йығылһам, атайыңдың шул ҡылысы менән ҡорһаҡты ярып, йәнемде тышҡа сығар. Бишкә ярылыр, бишкә төрләнер, әммә йәнем артабан көрәшер. Дошманды дөмөктөрмәй тороп, тыныслыҡ урынлаштырмайынса был ерҙәрҙән китәһем юҡ. Шулай итеп кенә мин һеҙҙе һаҡлай алырмын. Йә! Һүҙ бир! – тип ҡысҡыр­ған.
– Һүҙ бирәм! – тип саҡ әйтә алған Солтан. 
Улар һөйләшкәнсе, теге ҡарт ауыҙынан уттар бөркөп торған аждаһаға әүерелгән. Ҡарап тороуҙары ҡурҡыныс! Ҡойроғоноң оҙонлоғо ғына өс метр самаһы икән. Араларынан үткәндә, уның дәү кәүҙәһе ағастарҙы йығып китә, аяғының аҫтында таштар иҙелеп ятып ҡала, ти.
Көсөргәнешле алыш башланған: ер һелкенгән, ағастар ауған, үләндәр ҡара тупраҡҡа әйләнгән. Аждаһаның үтә ҙурлығы, ҡойроғоноң оҙонлоғо, бер яҡтан, Гөлйыһан өсөн отошло ла булған. Ағастар ҡуйы ерҙә тегегә хәрәкәт итеүе ҡыйын икән. Шунлыҡтан ул асыҡҡа сығырға тырышмаған. Был юлы бик оҫта һуғышҡан, кәүҙәһе лә еңел, хәрәкәттәре лә сос килеп сыға, ти. Хатта ике тапҡыр аждаһаның ҡойроғо буйлап менеп, дошманын хәтһеҙ генә йәрәхәтләп төшә. Тик башына барып етерлек түгел, муйыны оторо оҙон булған. Ҡойроғоноң осондағы суҡмары ла ныҡ ҡына ҡамасау яһаған. Ауыҙынан бөркөп сығарған утына тура килеүҙән һәм суҡ­марҙан бик сос һаҡланырға кәрәк булған Гөлйыһанға. Аждаһаның бөрккән утынан үләндәр ҡара көйә, ағастар янып ауа. Шулай итеп, ҡаты алыша ул дошманы менән. Мөгөҙөндәге бысаҡтары, үткер тояҡтары ярҙамында тегенең хәлен ала. Күпме генә тырышмаһын, көстәрҙең тигеҙһеҙлеге үҙенекен эшләгән инде. Суҡ­мар эләгеп ҡабырғаларының һынғанын яҡшы һиҙһә лә, Гөлйыһан бирешмәй. Нисек тә шул суҡмарҙы юҡ итеү, унан аждаһаның башына етеү була уның маҡсаты. Ул ныҡ ҡына дәү ҡарағас табып, шул тирәлә әйләнә һәм тура килтереп, шул ағасҡа аждаһаның ҡойроғон уралтып өлгөрә. Йәшен тиҙлегендә уны өҙгөләп ташлай. Был аждаһаны сығырынан-сығара. Уның күҙенә инде Гөлйыһандан башҡа бер ни күренмәгән. Ағастар араһында ла асыҡтағы кеүек елеп йөрөй башлаған. Гөлйыһандың ҡаршы алышырға әмәле ҡалмаған. Ул бар көсөнә ҡаса башлай. Бара торғас, ҙур бер соҡорға тура килеп, тәгәрәп төшөп киткән. Әллә кеше ҡулынан, әллә ҡар һыуынан шулай тәрән өңөлгән был соҡор тауҙың итәгенә тиклем һуҙыл­ған. Үр яҡтан ҡая һымаҡ текә булһа, түбәнгә табан һөҙәкләнә икән. Соҡор барлыҡҡа килгәндә тамырҙары зыян күргән ҡарағастар, ергә ҡаҙап ҡуйылған һөңгөләрҙе хәтерләткән. Гөлйыһан ныҡ имгәнеп, уның төбөндә бер хәрәкәтһеҙ ҡал­ған. Артынан ҡыуып килгән аждаһа ҡорбанын йыртҡыслап ташламаҡ булып, соҡор эсенә муйынын һуҙған, ләкин буйы етмәгән. Асыуынан сигенеп килеп тағы йән көсөнә ынтылыуы була, һөңгө кеүек торған ҡарағастарға түшенән, муйынынан сәнселгән дә ҡуйған,ти. Яман тауыштар сығарып тулаған да тулаған, ти, әммә тамырҙары ергә һеңгән һөңгөләр аждаһа өсөн әҙер тоҙаҡ булып ҡалған. Ул, ысҡына алмағас, бөтә зәһәрен йыйып, дошманы өҫтөнә ут бөрккән. Иҫенә килә алмай ятҡан Ҡобаҡай тәнендәге Гөл­йыһанға ут тоҡанған. Ул тәненең әсетеүенә һиҫкәнеп күҙҙәрен асһа ла, ҡуҙғалырлыҡ булмай. Аҡтыҡ көсөн йыйып, соҡорҙоң түбәнге яғына, һөҙәккә ҡарай тәгәрәрҙәй ерҙә тәгәрәп, шыуышырҙай ерҙә шыуышып түбән төшкән.
Ул арала быларҙың юлынан ҡыуып сыҡҡан Солтан менән Сулпан да килеп еткән. Тауҙың итәгенән һарҡып сыҡҡан шишмә һыуын ташып Гөлйыһандың утын һүндергәндәр. Ә аждаһа тулап эш сығара алмағас, бар ғына һәләте менән тағы әллә ниндәй ҡиәфәткә әүерелә башлай. Был юлы бик яғымлы ғына мөләйем әбейгә әйләнгән.
Солтан менән Сулпан Гөлйыһанды ни эшләтергә белмәй өҙгөләнә, ти. Әсә йәне иһә бар көсөн йыйып:
– Алыш бөтмәне әле, бик һаҡ булығыҙ. Ә хәҙер, Солтаным, ҡыйыулығыңды йый ҙа баяғы мин әйткәнде эшлә. Был – минең һуңғы үтенесем. Үтә! – тигән. Солтан менән Сулпан тубыҡланып ултырып илаған. Нисек был үтенесте үтәргә? Бер нисек тә Солтандың ҡулы күтәрелмәй, ти. Ни эшләргә? Балалар ни эшләргә белмәй торған арала, теге әбей орсоҡ кеүек өйрөлөп, таҡмаҡ әйтеп, бейей-бейей быларҙың янына килә, ти. Ҡулында –  тырыз, эсе тулы еләк икән. Уныһы турғай башындай эре, һутлы, әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп торған хуш еҫле булған. Еләктән ҡайтып килә, йәнәһе, быларҙы күреп ҡалған булып һүҙ ҡуша:
– Э-эй, балаҡайҙар, ни эшләп тораһығыҙ бында? Ҡалай ғына йонсоп бөткәнһегеҙ үҙегеҙ. Әллә берәй бәләгә тарынығыҙмы? – тип балаларға ҡулын һоноп етеп килә икән. Солтан бар ҡыйыу­лығын йыйып, ҡылысын ҡынынан һурып әсәһенә яҡынлаша. Ә әбей:
– И-и-и, бынауы ҡыҙ баланың аслыҡтан йонсоп, тилмереп кенә ултырыуҙары, кемдәр генә һеҙҙе шул көндәргә ҡалдырҙы икән? Мә, булмаһа, еләктән ауыҙ ит. Мә-мә, ҡыҙым, – тип Сулпанға еләк һона, ти. Гөлйыһан һуңғы көсөн йыйып ызылдаған. Солтан хәлде аңлап, тиҙ генә уның ҡорһағын ярып ебәргән. Ышан­һағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, әммә ләкин ҡылыс барып тейеүе була, Гөлйыһандың ҡорһағы үҙенән-үҙе ярылып китә лә унан ҡап-ҡара ғына биш эт көсөгө килеп сыға. Улар шундай етеҙ, шундай состар, ти. Тырнаҡтары ҡояшҡа ялтырап торған еҙ булған. Гөлйыһандың ҡорһағынан килеп сығыу менән теге әбейгә ташланғандар. Мәж килеп, бишеһе биш яҡтан абалап өрәләр икән. 
Әбей:
– Э-эй, суҡынғырҙар! Эште харап итте бит былары. Ҡыҙым, мә, ошо еләктәрҙе ашарһың, йәме. Хәҙер генә аша, хәл инеп китер үҙеңә, – тип юхалай, ти. Көсөктәрҙең береһе еләкле тырызды төртөп йыҡҡан, ҡалғандары әбейҙең итәгенә йәбешкән. Ул таяҡ алып һелтәнеп ҡотолмаҡ булған да ул, тик көсөктәрҙең тырнаҡтарының еҙ икәнлеген күреп, уттан ҡурҡҡандай, үрле-түбәнле һикереп ҡасыу яғын ҡараған. Артына ла ҡарамай саба ғына, ти, был.
III бүлек
Түгелеп ятҡан еләктәргә ҡарап, Сулпан ауыҙының һыуын ҡойоп, ымһынып тора икән. Түҙемлеге бөтөп уларға ҡулын һуҙыуы була:
– Туҡта, теймә, Сулпан! – тип ҡысҡырып ебәргән Солтан. – Күпме шул убырҙың тоҙағына эләгергә була инде һиңә? Ҡара һуң, әгәр шул ысын әбей булған булһа, шул тиклем һикереп йүгерә аламы?
Сулпан ниндәйҙер яман көстән айнығандай була, ағаһына, юҡ, тигәнде аңлатып баш ҡына ҡаға.
– Шулай булғас, еләктәре ысындыр, тиһеңме? Ә көсөктәр шәп! – тип әбейҙе ҡыуып алып киткән көсөктәргә һоҡланған ул. Сулпандың һаман еләктәрҙән күҙен ала алмай торғанлығын күреп, уны етәкләп Гөлйыһандың мәйете янына алып килгән. Уны соҡор ҡаҙып күмергә булалар. Сулпан бер ҙә генә ағаһына ярҙамлаша алмай, ти, әйләнә лә теге еләктәргә ҡарай. Аптырағас, Солтан тырызы менән уларҙы ситкә алып барып түгергә уйлай. Барып күтәрәйем тиһә, уныһы урынынан ҡуҙғатырлыҡ түгел, ауыр икән. Солтандың асыуы ҡабарған, тағы маташып ҡараған, ләкин тырыз ергә һеңеп үҫкән таш һымаҡ ултырыуын белгән. Быны күреп торған Сулпан, ниһайәт, эштең ниҙә икәнлеген аңлап, ағаһын йәлләп киткән:
– Йә, ярай, ағай, тыныслан! Аңланым инде, ташла шуны! Кил, әйҙә үҙебеҙҙең эште дауам итәйек, – тигән. Солтан үҙенең шаҡтай ғына хәлһеҙләнеп китеүен тойған. Быуындары ҡалтырап, аяҡтары үҙенән-үҙе бөгөлөп, ултыра төшкән.
– Ҡара уны! Ҡайһылай хәлде алды. Теге мәскәйҙең эше был, – тип Солтан ергә ултырып бер аҙ хәл йыйғас, әкрен генә үҙ эштәренә тотоноп киткәндәр. Башҡаса еләктәр яғына боролоп та ҡарамағандар.
Ҡәҙерләп кенә Гөлйыһандың мәйетен күмгәндәр. Унан икеһе ҡәберҙең ике яғына ултырып, һәр ҡайһыһы үҙенең уйына талған. Күп тә үтмәй, улар йылы ғына ел иҫкәнен, быға рәхәтләнеп кенә ойоп киткәндәрен һиҙгән. Сулпан ҡапыл кәүҙәһенең еңеләүен, иңенән ниндәйҙер бер ауыр йөк төшөп, тындары киңәйеп китеүен тойған. Күңеле менән баяғы юха әбейҙең мәңгелеккә дөмөккәнен, уның йәне оҙон ҡойон бағанаһы һымаҡ өйрөлөп-өйрөлөп ерҙән айырылып, йыһанға осоп киткәнен һиҙгән. Шатлығынан ырғып торған да:
– Ағай, ҡотолдоҡ! Унан! Уларҙан! Шайтан-пәрейҙәрҙән, сихырсы-мәскәйҙәр­ҙән, аждаһаларҙан ҡотолдоҡ, буғай! Бына әле генә ҡойон кеүек күккә күтәрелеп, беҙҙең Ерҙе ташлап киттеләр! – тигән.
– Ә һин ҡайҙан беләһең уны? – тип һораған Солтан.
– Беләм. Һиҙәм. Бына хәҙер генә беҙгә ике хәбәр киләсәк. Береһе – һөйөнөслө, береһе – көйөнөслө.
Бер-береһенә өндәшмәһәләр ҙә, тағы ниҙәр булыр, артабан нисек йәшәргә, тигән ауыр уйҙар менән ҡайҙа барырға ла белмәй аптырап ҡала Сулпан менән Солтан. Көтмәгәндә еләкле тырыз яғынан аңлайышһыҙ тауыштар ишетелә, барып ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, ти, эре-эре еләктәр урынына муйындарынан өҙөлгән төрлө йыландарҙың баштары ята икән. Улар, әле генә өҙөп ташланған кеүек, тулай-тулай, сыйылдашып йән биргән. Солтан менән Сулпан ҡул­ға-ҡул тотоношоп был хайранды күҙәтеп торған, ти.
Күп тә үтмәй, убырҙы баҫтырып алып киткән биш көсөктөң өсәүһе әйләнеп ҡайта. Улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, кем уҙарҙан убыр менән ни булғанын, ҡалған икәүһенең ҡайҙалығы тураһында бәйнә-бәйнә һөйләй башлаған. Эт телендә һөйләһәләр ҙә, Солтан барыһын да аңлай икән. Ағаһының көсөктәр менән ихлас һөйләшкәнен күргән Сулпан түҙмәгән:
– Ағай, ни эшләүең был? Әллә һөйләшәһең инде шулар менән? – тип һораған.
– Үҙем дә аңламайым, нисектер шулай килеп сыға ла баһа, – тип ҡыуанған Солтан. – Бына һин бая ғына вәғәҙә иткән һөйөнөслө хәбәрҙе алып килделәр ҙә инде. Һүҙең хаҡҡа сыҡты. 
Шунан ул көсөктәрҙең хәбәрен һеңлеһенә һөйләп биргән. Тәүҙә был эт балалары теге убырҙы хәлдән яҙҙырғансы алмаш-тилмәш баҫтырған. Ҡыуышып йөрөй торғас, мөлкөлдәп кенә ятҡан һаҙлыҡҡа барып сыҡҡандар. Убырҙы шул һаҙлыҡҡа бишәүһе биш яҡтан ҡамап баҫтырып йөрөгәндә ике көсөк тегенең аяғын тешләп йырта, ти. Шул урындан ҡап-ҡара ҡаны урғылып, көсөктәрҙе ағыулап өлгөрә. Шулай ҙа һаҙлыҡҡа алып барып төшөргәндәр. Һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән кәҫтәрҙән-кәҫтәргә һикереп бара торғас, убыр яҙа баҫып, һыу төбөнә китә башлай. Уның ҡаны ҡойолған ерҙә һыу ҡайнай,ти. Тора-бара был урында ҡойон уйнай башлаған. Ерҙең аҫты менән күк бергә тоташып, ҡойон бағанаһы барлыҡҡа килгән. Ул шул тирәләге бөтә нәмәне лә бергә ҡуша өйрөлтөп, убырҙы үҙе менән алып киткән, ти. Һыу ҡайнап өйрөлә башлағас та көсөктәр ҡасырға тотона, ләкин теге икәүҙең хәлдәре мөшкөл була шул. Ярты юлда, ҡайтып етә алмай, һәләк булалар.
Шулай итеп, Солтан шул көндән башлап урманда, ҡырҙа, һауала, һыуҙа йәшәгән бар тереклектең дә телен аңлау һәләтенә эйә булған. Сулпан иһә йыһан менән аралашыу, үҫемлектәрҙең телен аңлау, им-том итеү көсөнә эйә булған, ти. Әсәләре Гөлйыһандың йәне бишкә бүленеп, йырып үткеһеҙ һәләкәттәрҙе, михнәттәрҙе үтеп, балаларын, ер-һыуын, тыныслыҡты һаҡлап ҡалған.
Әлеге көндәрҙә лә еҙ тырнаҡлы, ҡап-ҡара ғына һаҡсыл, тоғро эттәр йәшәй әле Гөлйыһандың йәненең бер остоғо бу­лып. Йорт һаҡсыһы ла, ил һаҡсыһы ла улар.
Солтан менән Сулпан һау ҡалған өс көсөктө эйәртеп ҡайтып киткән. Өсәүһен дә шундай яратып үҫтергәндәр. Ә көсөктәр хужаларынан бер тотам да ҡалмаҫ тоғро һәм иркә булған, ти.
Тыныс, матур көндәр башланған. Ғаиләнең яңы ағзалары хужаларына тоғро хеҙмәт иткән. Һаҡҡолаҡ тигәне – Солтан менән һунарға, Еҙтырнаҡ Сулпандан ҡалмаған, емеш-еләккә бергә йөрөгәндәр, Көтмөр һәр саҡ өйҙө һаҡлаған. Еҙ тырнаҡлы эттәрҙән шайтан-фәлән ҡурҡа икән, шуға ла башҡорттар эттәренә ошондай исемдәр бирергә тырыша икәнлеге лә күптән билдәле.
Солтан һомғол егет булып үҫеп еткән, ти. Өр-яңынан матур итеп ҙур йорт һалып сыҡҡандар. Ауыл ҡыҙҙары еләккә килгән саҡта Солтан иң һылыуын осратып, уға ғашиҡ булған. Күп тә көттөрмәй, уны кәләш итеп алған, гөрләтеп туй үткәргәндәр, ти. Туп-тумалаҡ ҡына малай­ҙары ла бар хәҙер.
Сулпандың һылыулығына ҡарап туй­ғыһыҙ, уңғанлығы – һөйләп бөткөһөҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ғашиҡ булмаған егет юҡтыр үҙенә. Яусыларҙың һаны юҡ, шуға ла ағаһы менән еңгәһе егеттәр өсөн бәйге, көрәш, тағы әллә ниндәй һынамыштар үткәрмәкселәр, ти. Бәйгеләренең көнөн билдәләп хәбәр итһәләр, тамаша ҡылырға барып сығам әле.
Аҙағы. Башы 34 – 38-се һандарҙа.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас