Маъмайҙың нимә яратҡанын барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙҙер, эйеме? Уның төп ашамлығы – ит, һөйәк. Шуға байрам өҫтәленә ҡуйылған ризыҡтар ит ҡушып әҙерләнһә, бик яҡшы булыр.
– Был салатты әҙерләү өсөн бешкән йылҡы ите, консерваланған ананас, майонез, сыр кәрәк буласаҡ. Уны ҡатлы-ҡатлы итеп һалып, һәр береһенең өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Тәүгеһе – ваҡ итеп ҡырҡылған йылҡы ите, икенсеһе – шаҡмаҡлап туралған ананас, өсөнсө ҡатламына ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ. Өҫтөндәге эт һүрәте бешерелгән йомортҡаның ағы һәм һарыһынан эшләнә. Күҙе, ҡашы – зәйтүн емешенән, ауыҙы – помидорҙан, – тип үҙе әҙерләгән салат рецебы менән бүлеште Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбе уҡыусыһы Гөлфиә Килсенбаева.