-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
9 Февраль 2018, 18:19

Тәмле торт

Тиҙҙән ир-егеттәр байрамы етә. Тимәк, бүләктәр әҙерләй башларға ла ваҡыт. Ғаиләләге көслө зат вәкилдәрен үҙебеҙ яһаған торт менән дә һыйлайыҡ әле. Уны бешереп тә тормайһың. Нимәләр кәрәгәсәкме?

Тиҙҙән ир-егеттәр байрамы етә. Тимәк, бүләктәр әҙерләй башларға ла ваҡыт. Ғаиләләге көслө зат вәкилдәрен үҙебеҙ яһаған торт менән дә һыйлайыҡ әле. Уны бешереп тә тормайһың. Нимәләр кәрәгәсәкме?

800 грамм печенье,

бер ҡап аҡ май,

бер банка ҡуйыртылған һөт,

грек сәтләүеге һәм шоколад.

Тәүҙә йомшартылған май менән ҡуйыртылған һөттө ҡушып, миксер менән болғатабыҙ. Шунан печеньены ваҡлап ҡушабыҙ, ҡыҙҙырылған сәтләүек өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан массанан матур ғына формала торт эшләйбеҙ. Иретелгән шоколад менән биҙәгәс, 2 – 3 cәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан тәмлекәсебеҙҙе өҫтәлгә ҡуйырға, егеттәрҙе уның менән һыйларға ла була.
Читайте нас: