-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Апрель 2018, 15:41

«Ҡайынҡай» салаты

Бар ерҙә яҙ һулышы һиҙелә. Инде көндәр йылынып, ағастар ҙа бөрөләнә башлар инде. Шуға беҙ ҙә салатыбыҙҙы яҙға арнап эшләйек әле.

Бар ерҙә яҙ һулышы һиҙелә. Инде көндәр йылынып, ағастар ҙа бөрөләнә башлар инде. Шуға беҙ ҙә салатыбыҙҙы яҙға арнап эшләйек әле.
«Ҡайынҡай» өсөн 300-әр грамм тауыҡ ите, шампиньон, 1 баш һу­ған, 2 – 3 аш ҡала­ғы көнбағыш ма­йы, 5 йо­мортҡа, 200 грамм маринадланған ҡыяр, майо­нез, петрушка, йәшел һуған, 1 – 2 бөртөк ҡара, анар емештәре, тәменсә тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
Бешкән тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турап, йәлпәк тәрилкәгә тигеҙ генә итеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә мул ғына майонез һылайбыҙ. Был – беҙҙең салаттың беренсе ҡатламы.
Унан шампиньондарҙы йыуып, пластинка рәүешендә нәҙек кенә турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Ваҡ ҡына туралған һуған, тоҙ ҡушып, тағы 5 – 10 минут бергә тотабыҙ. Һыуынғас, салат­тың икенсе ҡатламына таратып йәйәбеҙ. Бик май­лы булғанға күрә майонез һөртмәйбеҙ.
Өсөнсө ҡатламы маринадланған ҡыярҙан тора. Быныһында майонез һыларға онотмайбыҙ.
Алдағыһы өсөн йомортҡаларҙы бешереп алабыҙ. Улар һыуынғас, әрсеп, ағын һарыһынан айырабыҙ. Сәнске менән ағының яртыһын ғына иҙеп, дүртенсе ҡатлам итеп һалабыҙ. Ә иң өҫкө өлөшөн йомортҡа һарыһы менән ҡаплайбыҙ.
Әҙер салатыбыҙҙы бер аҙ һыуытҡыста тотҡас, өҫтөн ҡайынҡай итеп биҙәргә лә була. Ағастың олоно – иҙелгән йомортҡаның ағынан, ҡара төртөктәре – ҡара емештән, япраҡтары – йәшел һуғандан, үләндәр – петрушканан, сәскәләр анар емешенән эшләнә. Салатығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: