-30 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
10 Август 2018, 15:35

Эремсектән тәмлекәс

Һеҙ ҙә күп балалар кеүек файҙалы ризыҡ – эремсекте бик яратып ашамайһығыҙмы? Улайһа, унан десерт эшләп ҡарағыҙ.

Һеҙ ҙә күп балалар кеүек файҙалы ризыҡ – эремсекте бик яратып ашамайһығыҙмы? Улайһа, унан десерт эшләп ҡарағыҙ.
Нимәләр кәрәкме? 200 грамм эремсек, 10 аш ҡа­лағы шәкәр, 250 грамм аҡ май, 4 ҡалаҡ какао, 15 шаҡ­маҡ шәкәрле печенье.
150 грамм майға 5 ҡалаҡ шәкәр һәм 4 ҡалаҡ какаоны ҡушып бутайбыҙ. Шунан ошо массаны пергамент ҡағыҙына 0,5 – 0,8 сантиметр ҡалынлығында һылайбыҙ. Өҫтөнә печеньеларҙы бишәрләп өс рәткә теҙеп сығабыҙ.
Артабан эремсеккә ҡалған 100 грам майҙы һәм 5 ҡа­лаҡ шәкәрҙе ҡушып яҡшылап бутайбыҙ ҙа уртала ятҡан печеньелар өҫтөнә тигеҙ генә итеп һалабыҙ. Шунан ипләп кенә пергамент ҡағыҙын тө­рәбеҙ. Өс мөйөшлө рулет килеп сыға. Уны 5 – 6 сә­ғәткә һалҡын урынға йә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Хәҙер пергамент ҡағыҙын һаҡ ҡына һыҙырып алһаң да була. Өҫтәлгә 2 сантиметр ҡалынлығындағы өлөштәргә бүлеп бирергә мөмкин. Ммм, тәмле!
Читайте нас в