+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
24 Август 2018, 13:18

Кәбеҫтә япрағына төрөп тоҙланған ҡыяр

Әле нәҡ төрлө салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләй, ҡыяр, помидорҙар тоҙлай торған мәл. Ә һеҙҙең ҡыярҙы кәбеҫтә япрағы­на төрөп тоҙлағанығыҙ бармы? Бик тәмле килеп сыға. Ул бы­лай эшләнә: 3 литрыҡ банканың төбө­нә керән япрағы, укроп, ҡарағат япрағы, 2 – 3 теш һарымһаҡ һалабыҙ. Ҡыярҙың ҡойроҡ остарын киҫеп, кәбеҫтә япраҡтарына төрәбеҙ. Банкаға матур итеп теҙеп тултырғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минут тотабыҙ. Шунан һыуын кәстрүлгә бушатып, 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер аҙ аш һеркәһе һалып, мари­над әҙерләйбеҙ. Ҡайнар маринад­ты киренән банкаға ҡойғас, 15 минут стерилләп алабыҙ ҙа ябып ҡуябыҙ.
Читайте нас: