+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
21 Декабрь 2018, 16:18

Тоҙло ҡамырҙан – Йыл хужаһы

Ҡабан йылы килә, дуҫтар! Магазиндар ошо йорт хайуаны рәүешендәге сувенирҙар, уйынсыҡтар, аҡса йыйғыстар менән тулды ла инде. Ә шундай уҡ әйберҙәрҙе үҙ ҡулдарың менән эшләүгә ни етә?! Яҡындарығыҙға бүләк итергә лә була.

Ҡамыр өсөн бер стакан он һәм ошондай уҡ күләмдә тоҙ кәрәк буласаҡ. Ҡулға йәбешеп тормаһын, тиһәгеҙ, аҙыраҡ ҡул кремы һығып өҫтәгеҙ. Хәҙер инде һыу менән баҫырға ғына ҡалды. Тоҙло ҡамырҙан теләгән фигурағыҙҙы әүәләп алығыҙ. Улым Дияр (һүрәттә) бәләкәй сусҡа балаһын эшләп ҡуйҙы.
Ҡамырҙы, ғәҙәттә, төнгөлөккә ҡалдырып киптерәләр. Әҙер сувенирҙы тиҙерәк ҡулға алғығыҙ килһә, микротулҡынлы мейесте файҙаланығыҙ. Уртаса ҡыҙыулыҡта берәй сәғәт киптереп алһағыҙ, шул еткән. Ҡабаныбыҙҙы буярға ғына ҡалды. Гуашь та, акварель дә яҡшы ятасаҡ. Сувенир әҙер!

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: