-8 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Декабрь 2019, 14:47
«Яңы йыл хужаһы» салаты
Яңы йыл да яҡынлашып килә. 31 декабрҙә беҙҙең өйҙә ҡупшы шыршы ултыртып, уйынсыҡтар менән биҙәп, ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп бергә байрам итеү йолаһы бар.– Уны нисек ҡаршылайһың, йылың шулай үтә, – ти әсәйем. Шуның өсөн беҙ һәр ваҡытта ла тәмле аштар бешерергә тырышабыҙ.Бөгөн һеҙгә бер салаттың рецебын тәҡдим итмәксемен. Ул «Яңы йыл хужаһы» тип атала.
Салатты эшләр өсөн
4 йомортҡа, 200 грамм ит тултырмаһы (ветчина) һәм сыр, 3 – 4 аш ҡалағы майонез, 2 тоҙло ҡыяр, 200 грамм картуф, бер баш һуған, маринадланған шампиньон
кәрәк буласаҡ.
1. Картуфты әрсейбеҙ, бешерәбеҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың беренсе ҡаты әҙер.
2. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турап, майонез менән бутап, картуф өҫтөнә һалабыҙ.
3. Өсөнсө ҡатта – ит тултырмаһы, һуған.
4. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ, яртыһын турап ҡатлайбыҙ. Ә ҡалғанын биҙәр өсөн алып ҡуябыҙ.
5. Бәшмәктәрҙе ике өлөшкә киҫергә ваҡыт етте. Бишенсе ҡатына шампиньондар һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға онотмағыҙ.
6. Иң аҙаҡтан ваҡ итеп үткәрелгән сырҙы салат өҫтөнә һибәбеҙ.
Инде хәҙер ярты йомортҡанан сысҡандың – кәүҙәһен, бәшмәктән – ҡолаҡтарын, ҡара боростан күҙҙәрен эшләп ҡуябыҙ. Бына салатыбыҙ ҙа әҙер.
Барығыҙға ла байрам кәйефе теләйем.
Шәүрә ХӘСӘНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...