0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
20 Декабрь 2019, 13:33

Эшкә өйрәнеп үҫәм

Минең әсәйем ауылымдың иң уңғандарынан һанала. Бәләкәй саҡтан бешеренеүгә оҫта булған ул.

Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Көн һайын тиерлек беҙҙе төрлө-төрлө бәлеш, печеньелар менән һыйлай. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге – буҙаһы ла ныҡ тәмле, уның ҡоротон да, ҡыҙыл эремсеген дә яратып ашайбыҙ. Сыр кеүек һөт аҙыҡтарын да бик оҫта етештерә, икмәкте лә күпертеп бешереп ҡуя. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәр бит боронғолар. Шуға күрә әсәйем өйрәткәндәрҙе иҫемдә ҡалдырырға тырышам. Бигерәк тә миңә ҡабартма бешереү оҡшай. Һеңлеләрем дә ярата был тәмлекәсте.

Уны бешереү өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ: 300 грамм он, 2 дана йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 120 миллиграмм һөт, 35 грамм шәкәр ҡомо, 10 грамм сүпрә, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы.

Иң тәүҙә сүпрәне йылы һөткә болғап, он ҡушып йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамырыбыҙ ҡалҡһа, йомортҡа, шәкәр, май ҡушып болғатабыҙ ҙа 1 – 1,5 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Артабан ҡамыр йәйәбеҙ ҙә ҡалас рәүешендә ҡырҡабыҙ. 20 – 30 минуттан һуң көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Ҡабартмалары­быҙ әҙер булғас, уны үҙебеҙ теләгәнсә биҙәй алабыҙ. Ә беҙ әсәйем менән күбеһенсә иретелгән шоколад һөртөргә яратабыҙ. Матур ҙа, тәмле лә килеп сыға.

Был тәмлекәсте беҙгә заказдар биреп, тыуған көндәргә, төрлө байрамдарға бешертеп алалар. Ваҡытыбыҙ булһа, ауылыбыҙҙағы магазиндарға бешереп биреп, аҡса ла эшләп алабыҙ. «Һә» тигәнсе алып бөтәләр, эй, яраталар ҙа инде ҡабартманы бәләкәс дуҫтарыбыҙ. «Эшең миңә булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн», – ти әсәйем.

Хәҙер оҫтарып алдым. Киләсәктә һеңлеләремә өлгө булып, әсәйем кеүек тырыш, егәрле, ауылымдың уңған ҡыҙы булырға теләйем.

Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: