Нәҙек һалам рәүешендә туралған ит менән эре ҡырғыста ҡырылған кишерҙе, иҙелгән һарымһаҡты майонез менән бергә бутап, салаттың тәүге ҡатламы итеп һалабыҙ. Унан грек сәтләүеген ваҡлап, ҡоро табала саҡ ҡына ҡыҙҙырабыҙ. Уны эре ҡырғыста ҡырылған, тоҙ һибелгән картуф менән ҡушып, майонез һылап, икенсе ҡатлам итеп йәйәбеҙ. Яһап бөтмәгән салатыбыҙҙың өҫтөн аҙыҡ-түлек плёнкаһы менән ҡаплап, өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Инде хәҙер сирень ботағы итеп биҙәр өсөн йомортҡаларҙы ҡаты итеп бешереп алып, һарыһын ағынан айырабыҙ. Артабан ағын – эре, һарыһын ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ. Ағының бер аҙ өлөшөн сөгөлдөр һуты менән берләштереп, ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ошо ваҡыт эсендә ул сирень төҫөн ала.
Эшләп бөтмәгән салатты һыуытҡыстан сығарып, һуңғы ҡат итеп ваҡ ҡырғыстан ҡырылған йомортҡаның һарыһын һалабыҙ. Ә уның ағынан һәм сирень төҫө алғанынан – сәскәләрен, петрушканан ботағын һәм япраҡтарын яһайбыҙ. Салатығыҙ тәмле булһын!