Был ҡайнатма өсөн 12 стакан ҡара ҡарағат, 15 стакан шәкәр, 1 стакан һыу кәрәк буласаҡ.
Ҡарағатты йыуып, һыуын һарҡытабыҙ. Уға бер стакан һыу, 7 стакан ярым шәкәр өҫтәйбеҙ һәм ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утта 5 минут ҡайнатабыҙ һәм уттан алабыҙ. Ҡалған шәкәрҙе ҡушабыҙ ҙа яҡшылап, шәкәр ирегәнсе болғатабыҙ. Эҫе көйөнсә банкаларға тултырып, мөгәрәпкәме, һыуытҡысҡамы һаҡларға ҡуябыҙ.