Күптәр талҡандан сәйгә тәмле йомроҡастар ҙа эшләй. Магазиндан нимәләр ҡушып бешерелгәнен дә белмәгән печенье-кәнфит алғансы, тәбиғи ризыҡ ашайһың. Талҡан онона бер аҙ май, шәкәр, йылы һөт, һыу ҙа өҫтәп, ҡуйы ғына бер масса килеп сыҡҡансы баҫаһың. Шунан йомроҡастар әүәләйһең дә тәрилкәгә һалып, бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуяһың. Ҡайһы берәүҙәр уртаһына сәтләүек ҡуйып, тышын кокос вағы менән биҙәп, үҙебеҙсә рафаэлло ла эшләй. Был файҙалы тәмлекәсте бөтәһе лә ярата, сәй эскәндә «ялп» итеп ҡала. Үҙе бик туҡлыҡлы, һаулыҡҡа файҙалы.