+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
15 Февраль 2021, 15:30

Ялҡауҙарса суши-салат рецебы

Был салат өсөн: бешкән дөгө, ҡыяр, авокадо, тоҙло балыҡ, эремсекле сыр, соя соусы, биҙәү өсөн көнжөт орлоғо кәрәк буласаҡ. Салатты тәлинкәгә йәки стаканға ла яһай алаһығыҙ.

Беренсе рәт – бешкән дөгө, икенсе – ҡыяр, өсөнсөгә эремсекле сырҙы һалырға. Унан һуң ҡабат дөгө, авокадо, йәнә сыр һәм ҡыҙыл балыҡ һалырға. Өҫтөнә матурлап, көнжөт орлоғо һибәһең.
Әлеге салатты алдан әҙерләп ҡуярға ла була, стаканға яһайһың да өҫтөн ҡаплап һыуытҡысҡа ҡуяһың. Ашар алдынан ғына соя соусын ҡойоп ебәрәһең. Был салаттан һуң роланы ашағы ла килмәҫ хатта.
Фото: cookpad.com
Читайте нас: