+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
4 Март 2021, 16:00

Әсәйҙәр көнөнә – тәмле пицца

Малайҙарға ҡулдарынан килгән,үҙҙәре тиҙ генә бешереп ала алған бер еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ әле.

Бының өсөн сыр, колбаса, помидор, ләүәш, кетчуп, майонез кәрәк буласаҡ.
Кетчуп менән майонезды бергә ҡушып, соус яһайбыҙ. Әҙер массаны ләүәшкә һылап,өҫтөнә тураҡлап колбаса, сыр, помидорҙы теҙәбеҙ.Шунан ҡыҙған табаға һалып, өҫтөн ҡаплап 5 минут бешереп алабыҙ. Бына пиццабыҙ әҙер ҙә,уны уртаға бөкләп тәрилкәгә һалабыҙ ҙа әсәйҙе һыйлайһы ғына ҡала. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: