+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
5 Март 2021, 13:22

Өҫтәлдәрҙә - тәмле пиццалар

Әсәйем Гүзәл Рәүеф ҡыҙы Байназар ауылында тыу­ған. Ул өс балаға ғүмер бүләк иткән. Әле бәләкәй туғаным Зарифты тәрбиәләп өйҙә ултыра.

Атайым Ильяс Зәйнулла улы дауаханала тиҙ ярҙам машинаһында шофёр булып эшләй. Ә беҙ Әлимә апайым менән мәктәптә белем алабыҙ. Икебеҙ ҙә тик «бишле» билдәләренә генә уҡып йөрөйбөҙ.

Беҙҙең ғаиләбеҙ бик татыу һәм берҙәм. Һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итергә, ял минуттарын күңелле итеп үткәрергә тырышабыҙ.Әсәйем Әлимә апайым менән икебеҙгә һәр саҡ нимәлер бешерергә һәм ҡул эштәренә өйрәтә. Беҙ бигерәк тә уның әҙерләгән бәлештәрен яратып ашайбыҙ. Уҡыуҙан ҡайтыуыбыҙға ҡәҙерлемдең тәмле ашы һәр саҡ өҫтәлдә була.

Яңыраҡ әсәйем менән бергә пицца бешерҙек. Уны әҙерләһәң, еҫе бөтә өйгә тарала, байрамса кәйеф өҫтәлә. Был тәмле аҙыҡ мейестән бешеп сығыу менән күмәкләшеп аш табынына йыйылдыҡ.

Бөгөн мин һеҙҙе шул пиццаны әҙерләүҙең бер ысулы менән таныштырмаҡсымын. Ҡамыр өсөн бер стакан ойоған һөт, бер аш ҡалағы сүпрә, 150 грамм май, бер йомортҡа, бер балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр, ике-өс стакан он кәрәк буласаҡ. Уларҙың бөтәһен бергә ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Утыҙ минут самаһы ултырғас, ҡабара башлай. Унан майланған табабыҙға әҙер йәймәбеҙҙе һалабыҙ. Уның өҫтөнә соус һөртәбеҙ. Артабан ваҡ итеп туралған бешкән картуф, ҡырғыста ҡырылған колбаса, сырҙы һалабыҙ. Пиццаның иң өҫтөнә майонез менән соусты бергә ҡушып һөртәбеҙ. Духовкала 200 градуста ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ.

Бына шулай, дуҫтар, үҙең бешергән ризыҡтар тәмлерәк тә була, арзанға ла төшә. Әле тәҡдим иткән рецепт менән пицца бешереп, әйҙә, һеҙ ҙә туғандарығыҙҙы ҡыуандырығыҙ!

Әлфинә МОСТАФИНА.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: