+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
15 Май 2021, 12:24

Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Тирә-яҡ көндән-көн матурлана. Яҙҙың тәүге сәскәләрен күптән күреп ҡыуандыҡ инде. Хәҙер тәбиғәт биргән ризыҡтар сыға башланы. Ҡуҙғалаҡты ла күптәрегеҙ яраталыр, тиҙҙән ҡымыҙлыҡ та өлгөрөр.

Әйҙәгеҙ, бөгөн ҡуҙғалаҡтан тәмле генә бәлеш бешерергә өйрәнәйек әле. Уны бит күп кенә итеп йыябыҙ. Бәлки, баҡсағыҙҙа ла үҫтерәһегеҙҙер. Ҡамырҙы пресланған сүпрәнән әҙерләйек. Бер стакан йылымыс һыуға бер аш ҡалағы шәкәр һәм шул сама сүпрә һалып болғатабыҙ. Ул тиҙҙән күпереп сығыр. Шунан тағы ла самалап йылы һөт, һыу, ярты стакан тирәһе көнбағыш майы, бер-ике ҡалаҡ майонез, тоҙ һалып, он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешмәй башлағас, өҫтөн ҡаплап ҡабартырға ҡуябыҙ.

Ҡуҙғалаҡты турайбыҙ. Ул әскелтем генә булғас, бәлешебеҙҙең эслегенә шәкәр ҡушырға тура килер. Саҡ ҡына аҡ май ҙа өҫтәп ебәрергә мөмкин. Ҡамыр күтәрелгәс, ике өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ. Аҫҡы өлөшөнә ҙурырағын алабыҙ. Табаны майлағас, йәймәне, эслекте һалабыҙ, бешергәндә һуты сыҡмаһын өсөн берәй ҡалаҡ крахмал да ҡушабыҙ. Өҫтөн икенсе йәймәбеҙ менән ҡаплағас, ситтәрен матур итеп бөрәбеҙ. Тағы ла тәмлерәк бул­һын өсөн аҡ май, шәкәр ҡомо һәм ондо бергә ҡушып, кескәй генә йоморсаҡтар килеп сыҡ­ҡансы ыуып, бәлеш өҫтөнә һибергә мөмкин.
Читайте нас: