+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
21 Май 2021, 11:05

Тултырылған йомортҡа

Иң тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған ризыҡ – йомортҡа. Уны бешергәндә һыуға ярты ҡалаҡ тоҙ һалһаң, сатнаған йомортҡа ағып сыҡмай.

Ә тултырылған йомортҡа былай әҙерләнә. Йомортҡаны тоҙло һыуҙа ныҡ итеп бешереп алып, һыуытығыҙ. Ҡабығынан таҙартҡас, урталай бүлегеҙ. Һарыһын ағынан айырып алып, ваҡлап туралған ҡуҙғалаҡ менән ҡушып ыуығыҙ. Тоҙ, борос, май, шәкәр ҡомо һалып бутағыҙ. Әҙер массаны йомортҡаның һарыһына тултырығыҙ ҙа майлы табаға теҙеп, мейескә ҡуйығыҙ. Әҙерәк алһыуланһа, әҙер тигән һүҙ.
8 йомортҡа, 150 грамм ҡуҙғалаҡ, 3 ҡалаҡ май, тәменә ҡарап тоҙ, борос, шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ. Ҡуҙғалаҡ урынына йәшел һуған ҡулланырға ла мөмкин. Ул сағында шәкәр ҡомо һалырға кәрәкмәй.
Фото https://www.povarenok.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: