+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
26 Май 2021, 13:51

Гаспачо

Эҫе көндәрҙә был аш бик үтемле. Күп ваҡытты ла алмай.

Был ашамлыҡты әҙерләр өсөн 2 – 3 уртаса помидор, 1-әр ҡыяр, татлы борос, һуған, бер теш һарымһаҡ, бер-ике телем ҡара йә аҡ икмәк, 1/3 стакан зәйтүн майы, һыу, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Икмәк өҫтөнә һыу йә томат һуты ҡойоп, ебетегеҙ. Татлы боростоң орлоҡтарын, ҡыярҙың, помидорҙың тышын таҙартығыҙ, һарымһаҡ, һуғанды турағыҙ. Һуңынан блендерға барыһын бергә һалып иҙегеҙ.
10 – 15 минут һыуытҡыста тотоп алһағыҙ, эҫе көндәрҙә ашар өсөн бына тигән ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото https://pikabu.ru сайтынан.
Читайте нас: