+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
9 Июнь 2021, 13:56

Балтырған ашы

Йәй – витаминлы үләндәргә бай осор. Был миҙгелдә өләсәйҙәрегеҙ ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк биргән икән?

Моғайын, яңы сыҡҡан үҫемлектәрҙе аш иткәндәрҙер. Һарына, ирәүән, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа, оҫҡон, кәзә һаҡалы… Әйҙәгеҙ, булмаһа, балтырған һәм кесерткәндән үҙебеҙ ризыҡ әҙерләп ҡарайыҡ. Уларҙың һабағында һәм япраҡтарында ифрат файҙалы матдәләр күп.


400 грамм һыу (һурпа), 2 картуф, 150 грамм балтырған, 1 йомортҡа, 40 грамм он, 30 грамм һыу, 1 баш һуған, йәшеллектәр, 15 грамм аҡ май, 30 грамм ҡаймаҡ (ҡорот), тәмләткестәр, тоҙ кәрәк.

Йәш балтырғанды йыуып, ҡайнар һыуҙа тотоп алабыҙ ҙа ваҡ итеп турайбыҙ. Уға сей йомортҡа һәм тоҙ ҡушып ыуабыҙ. Ҡайнаған тоҙло һыуға (һурпаға) шаҡмаҡлап туралған картуф һалабыҙ. Ул яртылаш бешеп сыҡҡас, балтырғанды ҡушып, бер аҙ ҡайнатабыҙ ҙа ыумас өҫтәйбеҙ.

Ыумас былай әҙерләнә: һауытҡа иләнгән ондо һалабыҙ ҙа уға тоҙло һыу ҡушабыҙ. Был массаны борсаҡ ҙурлығындай төйөрсөктәр килеп сыҡҡансы бармаҡтар менән ыуабыҙ.

Ыумас өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, ҡыҙҙырыл­ған һуған, тәмләткестәр өҫтәп, тағы бер аҙ утта тотабыҙ. Әҙер аш табынға йәшеллектәр һәм ҡаймаҡ йә ҡорот менән бирелә.

Ашығыҙ тәмле бул­һын!

Фото: www.pinterest.ru



Читайте нас: