+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
10 Июнь 2021, 15:43

Ер еләккәйҙәре беште инде...

Әлеге мәлдә ялан-ҡырҙарҙа, баҡсаларҙа ниндәй генә еләк юҡ. Ҡайын еләге, ер еләге, ҡурай еләге, баҡса еләге…

Ошо ваҡытта емештәр ашап ҡалған кеше үҙ организмын ҡыш буйына етерлек витамин менән туйындырасаҡ һәм бер ниндәй сир­ҙәргә лә бирешмәйәсәк. Төрлө ауырыуҙарҙы бар яҡлап та тикшергән доктор Кнейп, ҡайын еләген күп итеп ашаған кешеләр бер ваҡытта ла сирләмәй, тип раҫлай. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе баҡса еләгенә ҡарата ла әйтергә мөмкин. Ә инде ялан еләге хаҡында һөйләп торорға ла түгел, уның хатта япрағы ла файҙалы. Ҡыр еләген «ҡойроғо»нан таҙартмаҫҡа ла ҡушалар, шифаһы ҙур, тиҙәр.

Ҡыҫҡаһы, тәбиғәттә бөтә еләк тә, үлән дә бик файҙалы. Йәйҙең йәмле көндәрендә емешен дә, үләнен дә йыйып ҡалығыҙ.

Әле һеҙгә компот эшләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.


Компот

Өс литрлыҡ компот эшләр өсөн 1,5 стакан баҡса еләген алырға кәрәк. «Ҡойроҡтар»ын таҙартып һалығыҙ.

Башта сироп яһайыҡ. Өс литр һыуға 1 стакан шәкәр талап ителә.

Һауытты ла, ҡапҡасты ла стерилләргә онотмағыҙ.

Әҙерләп бөткәс, еләктәрҙе банкаға һалығыҙ ҙа өҫтөнә ҡайнар сироп ҡойоғоҙ. Ҡапҡасты япҡас, баш түбән түңкәреп йылы әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ. Бер тәүлек үткәс, һалҡын урынға ултыртығыҙ.
Читайте нас: