+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
21 Июнь 2021, 16:21

Еләк менән туңдырма

Туңдырманы кемдәр генә яратмай икән?! Бигерәк тә көндәр әлеге кеүек эҫе торғанда.

Магазиндағыһын барығыҙ ҙа ашағаны барҙыр, моғайын, ә бына үҙегеҙҙең эшләп ҡарағанығыҙ булдымы? Юҡмы ни? Улайһа, әйҙәгеҙ, бергәләп тотонайыҡ. Ул таҙа, составына бер ниндәй химикат та ҡушылмаған була. Етмәһә, йәйгеһен төрлө емеш-еләктәр өлгөрә. Шуларҙы ҡушып эшләһәң, м-м-м, телеңде йоторлоҡ!
Бының өсөн 100 грамм шәкәр ҡомо, 250-шәр миллилитр ҡаймаҡ һәм һөт, 3 йомортҡа һарыһы, 2 сынаяҡ еләк, 1 сәй ҡалағы ваниль эссенцияһы кәрәк буласаҡ.

Еләкте йыуабыҙ ҙа 50 грамм шәкәр ҡомо ҡушып бутайбыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Хәҙер икенсе һауытта йомортҡа һарыһын, шәкәр ҡомон, һөттө һалып болғатабыҙ ҙа талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнатырға ярамай. Бутап-бутап торорға кәрәк. Шәкәр тулыһынса иреп бөтөргә тейеш. Әҙер массаны таҙа һауытҡа ҡоябыҙ. Һыуына биргәс, туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Ул 3 сәғәт торорға тейеш. Ләкин 20 минут һайын бутарға онотмағыҙ. Шулай иткәндә туңдырманың араһында ваҡ боҙ киҫәксәләре булмаясаҡ. Иң аҙаҡтан ваниль менән еләкте өҫтәйһе генә ҡала.
Читайте нас: